Райондың иҡтисади хәле нисек? Халыҡтың йәшәйеше, көнитмеше ҡайһылай? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыр өсөн уларҙы Ҡыйғы район хакимиәте башлығы Рафиҡ Хафиз улы ХАРИСОВҠА йүнәлттек.– Рафиҡ Хафиз улы, беҙ әңгәмәне рәсми һәм рәсми булмағанға бүләйек тә асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә күсәйек. Һеҙ, дәүерегеҙҙең барлыҡ балалары кеүек, эшләп үҫкән быуындан. Ябай совхоз эшсеһенән тәүҙә хужалыҡ етәксеһе, һуңынан инде район хакимиәте башлығына тиклем хеҙмәт юлы үткәнһегеҙ. Бәләкәйҙән үҙеңде йәмғиәт өсөн кәрәкле кеше итеп тойоу үҫкәс тә яуаплы булыуға килтерәме, әллә инде, хәҙергесә әйткәндә, балалар хеҙмәтен файҙаланыу тип аталамы?
– Беҙ үҫкән осорҙа хужалыҡҡа эшкә сығыу ғәҙәти һанала ине. Үҙеңде ҙурҙар рәтенә ҡуйыу мәртәбә булһа, күпмелер аҡсаһы ла эләгә торғайны. Мин, мәҫәлән, икенсе класта уҡығанда күбә тарттыра башлағайным инде. Үҫә төшкәс, тырмаға — “грабилка”ға ултырталар, күбә тейәйһең, кәбән һалаһың. Үҙеңде һынатырға тырышмайһың. Ана шунда хеҙмәткә һөйөү, яуаплылыҡ тәрбиәләнә лә инде. Быны һис тә балалар хеҙмәтен файҙаланыу тип ҡабул итмәнек. Береһе лә көсләп сығармай бит. Беҙгә тиклем дә шулай килгән. Хәҙер ҙә уңған ғаиләләрҙә бала хеҙмәт аша тәрбиәләнә. Эште яратып, һөнәр үҙләштереп үҫһәң, тормошта һис юғалып ҡалмаясаҡһың.
– Ә һеҙҙең хеҙмәт юлығыҙ бик һикәлтәле булманымы? Бигерәк тә “тау” үренә менгән саҡта…
– Төрлө ваҡыт булғандыр инде. Һәр береһен олоғара итеп алға ҡуя башлаһаң, йырып сыға алмаҫ ине әҙәм балаһы. Ғөмүмән, ҡайһы саҡ кеше үҙе бит яһалма кәртәләр тыуҙыра. Миңә ҡалһа, белем алыу теләге көслө ине. Белемһеҙ кеше ҡоралһыҙ һалдат һымаҡ. Тәүҙә Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамланым. Ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға индем. Бригадирҙан башлағайным, аҙаҡ совхоздың бүлексә етәксеһе итеп ҡуйҙылар, һуңынан директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Артта ҡалған Чкалов исемендәге колхозға рәйес итеп ҡуйҙылар. Шунда ун ике йыл эшләнем. Тырышҡанды күргәндәрҙер инде, 2000 йылда район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы итеп саҡырҙылар. Ауыр йылдарға — реформалар осорона тура килде…
– Хәҙер һөйләшеүҙе райондың иҡтисади хәленә табан борһаҡ та булалыр. Сөнки ауыл хужалығы бүлеге начальнигы вазифаһы хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары ла тигән һүҙ бит.
– Эйе. Беҙҙең төньяҡ-көнсығыш райондар, фәнни тел менән әйткәндә, ер эштәрендә хәүефле төбәк тип атала. Үҙәк райондар менән сағыштырғанда, эш ауырыраҡ бара. Мәҫәлән, сабылған бесәнде килтереү өсөн генә лә өс-дүрт тапҡыр әйләндерергә кәрәк. Ямғыр яуа ла китә, яуа ла китә. Урып-йыйыу эштәре менән дә шулай. Яҫмаға игенде һалып та өлгөрмәйһең, шыта башлай. Орлоҡто сәсергә әҙерләүҙә лә мәшәҡәттәр байтаҡ. Уны бер үткәргәндә үк ике-өс проценттан арттырып киптерһәң, сығышы булмай. Шуға кондицияға еткерер өсөн өс-дүрт тапҡыр үткәрергә кәрәк. Былар барыһы ла өҫтәмә көс һәм сығым талап итә. Һис сер түгел, беҙҙең игендең икмәк, башҡа аҙыҡ бешереү өсөн ҡыҙығырлығы юҡ, күпселеге фуражға китә. Баҙар шарттарында ихтыяж һәм тәҡдим тигән ҡанун бар. Бөгөн ошо ихтыяж малсылыҡ тармағына ҡайтып ҡала.
– Тәбиғәт шарттары бик ҡыуандырмаһа ла, эшләргә тырышаһығыҙ, мөмкинлектәрегеҙгә ҡарап уңыштарға ла өлгәшәһегеҙ.
– Башҡортостан Хөкүмәтенең төньяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса ҡабул ителгән программаһы туннель осондағы яҡтылыҡ һымаҡ булды. Етәкселектә лә, халыҡта ла район иҡтисадының киләсәге өсөн өмөт уянды. Шунан һуң ауыл хужалығы продукцияһын етештергәндә эшкәртелгән майҙандың гектарына, тапшырылған һөткә ҡарап субсидия бүлеү ҙә хужалыҡтарҙың финанс хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итте. Ауылдарға 400 һәм 600 меңәр һум аҡса бүлеп, урамдарҙы яҡтыртыуға йүнәлтеүгә, башҡа эштәргә тотоноу ҙа файҙаға булды.
– Программа үҙ эшен башланы. Бәлки, бер аҙ башҡарылғандарына туҡтап үтәйектер…
– Һуңғы өс йылда ғына ла үҙәк район дауаханаһы реконструкцияланды, тулыһынса яңыртылды, үҙәк ҡаҙанлыҡ йүнәтелде. Шулай уҡ 110 урынлыҡ яңы заманса балалар баҡсаһы төҙөлдө. Төньяҡ-көнсығышта тәүге күп функциялы үҙәк булдырылды, 100 урынлыҡ тегеү фабрикаһы асылды. Район үҙәгендә һыу үткәргес проблемаһы хәл ителә, ауылдарға тәбиғи газ индереү йәнле бара. Был йәһәттән “Газсервис” берекмәһенә рәхмәтлебеҙ.
– Һеҙҙең районда эшҡыуарлыҡҡа ҙур иғтибар бүленә. Шәхси ярҙамсы хужалығын нығытҡандар ҙа бихисап. Был халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә мөһим саралыр, тимәксемен.
– Кешенең үҙ эшен асырға ынтылыуын, бар көсөн һалып тырышыуын хуплайбыҙ ғына. Бөгөн районда 486 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Был һандың үҫә барыуы ҡыуандыра. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ете меңгә яҡын. Социаль-иҡтисади юҫыҡтан ҡарағанда, бик мөһим тармаҡ. Ул ауылдарҙы йәшәтеү йәһәтенән дә, илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытыу яғынан да ныҡлы, ышаныслы гарант булып тора.
Райондың иҡтисад өлкәһендә барлығы 9 мең 100 кеше эшләһә, эшҡыуарлыҡҡа 1 мең 350 кеше йәлеп ителгән. Был йәһәттән төрлө программалар индереүҙе лә билдәләргә кәрәк: “500 ферма” республика программаһы, “Башлаусы фермер”, “Ғаилә фермаһы…” Һәр ҡайһыһында ҡатнашырға тырышабыҙ. Шулай уҡ 2013 – 2018 йылдарға “Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы муниципаль районында бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” программаһын әйтеп үтер инем.
– Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың нығыныуын билдәләп үткәйнек. Ләкин ерһеҙ уларҙы күҙ алдына ла килтереп булмай. Һеҙҙә пай ерҙәре менән хәл нисек тора?
– Һуңлабыраҡ, ләкин пай ерҙәрен хосусилаштырыу ваҡыты бөткәнсе, беҙ уларҙы таратып бирә, халыҡҡа аңлатыу эштәрен атҡарып сыға алдыҡ. Барыһы 61 процент ер теркәлде. Бөгөн межалау, шәхси милеккә күсереү, ҡуртымға биреү бара. Үҙ пайҙарын алып, матур ғына эшләп киткән, шәхси хужалыҡтарын киңәйткәндәр байтаҡ. Халыҡ хәҙер ошоно аңлай башланы. Шул ҡыуандыра ла, киләсәккә өмөт тә уята. Үҙ хужалығын алып барған йәштәр күбәйһә, ауылдар ҙа йәшәйәсәк бит…
– Бөгөн торлаҡ мәсьәләһе, коммуналь хеҙмәт күрһәтеү иң көнүҙәктәрҙән һанала. Был йәһәттән…
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарға килгәндә, һуңғы йылдарҙа шәхси эшҡыуарлыҡты йәлеп итә башланыҡ. Мәҫәлән, “Гип Электро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә район электр селтәрҙәрен тапшырғайныҡ, һалым менән дә проблема юҡ, электр менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡһыҙ эшләйҙәр, коллектив ағзалары ла тейешле хеҙмәт хаҡы ала.
“Коммунальщик” йәмғиәте күп фатирлы 35 йортто, хужалыҡ итеү субъекттарын хеҙмәтләндерә. “ПЖКУ Строй-сервис” иһә ҡаты һәм шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын йыя. Уҙған йыл тротуар плитәләре етештерә башланылар.
Фатир мәсьәләһенә килгәндә, “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” программаһы буйынса 2013 йылда дүрт ғаиләгә сертификат бирелде, “Торлаҡ” программаһы буйынса — ике, “Өй комплектлау”ҙа — һигеҙ ғаилә, шулай уҡ күп балалы дүрт ғаилә, 104 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм уларҙың ҡатындары сертификат алды. 2014 йылда ла был эш әүҙем барҙы, быйыл да дауам итә. Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы ла онотолмай.
Халыҡтың теге йәки был ихтыяжын белер өсөн һәр йыл башында ауылдарға йыйылышҡа сығабыҙ. Хакимиәт башлығы булараҡ, аҙнаның һәр кесе йомаһында граждандарҙы ҡабул итеп, уларҙың проблемаларын хәл итеүҙе шәхсән контролдә тотам. Быларҙан тыш, ауылдарҙа “асыҡ ишектәр” көндәре үткәреү өсөн күсмә оператив кәңәшмәгә йыйылабыҙ. Ғөмүмән, районда хәл тотороҡло, халыҡ менән аралашып, аңлашып эшләйбеҙ.