Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөрәгендә — халыҡ хәстәре
Йөрәгендә — халыҡ хәстәре Яңыраҡ 75 йәшен билдәләгән яҡташым, хеҙмәте Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура һәм спорт, шулай уҡ халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Мәләүез районы һәм ҡалаһының почетлы гражданы һәм башҡа күп награда, маҡтаулы исемдәр менән баһаланған Юнир Аҙнағоловтың биографияһы энциклопедияла бер нисә юлдан ғына торһа ла, шәхестең үткәндәренә күҙ ташлаһаң, ҙур китап яҙырлыҡ. Иҫ киткес бай һәм фәһемле ғүмер юлы үткән арҡа терәрлек кеше ул!


Мин Юнир Аҙнағоловты 1974 йылда, Мәлә­үездә Мостай Кәрим менән осрашыу уҙғанда, беренсе тапҡыр күрҙем. Ҡуйы ҡара сәсле, оҙон буйлы, эре аҙымдар менән атлап йөрөгән ир-егет инде байтаҡ тормош тәжрибәһе туплаған. Әрме сафында Ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәс, Бәләбәйҙә техникум тамамлай, техниканы күҙәтеү буйынса инспектор була. Артабан яҙмыш уны бөтөнләй икенсе мөхиткә алып килә — Юнир Аҙнағоловты Йомағужа район гәзитенә эшкә саҡыралар. Ошонда уҡ комсомолдың район комитеты инструкторы, штаттан тыш секретары була. Журналист һөнәренә ул бөгөн дә тоғро, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы булараҡ, матбуғатта көнүҙәк темаға арналған фәһемле мәҡәләләре менән сығыш яһай.
Йомағужа районы бөтөрөлгәс, үҙен яҡшы ойоштороусы итеп танытҡан йәш белгесте партияның Мәләүез район комитетына алалар. Бында пропаганда һәм агитация бүлегендә ҡайнап эшләргә тура килә. Ысын сынығыу йылдары була ул осор.
Элгәре һәр төрлө конкурстар йыш үткәрелә ине. Юнир Ғәлимйән улы менән бер баһалама комиссияһында эшләү мине лә күп нәмәгә өйрәтте. Уның уҡымышлылығы, киң даирәлә фекер йөрөтөүе һоҡландырҙы. Мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһендә балыҡ кеүек йөҙә, һәр яңы әҫәрҙе уҡып бара, авторҙарын белә, ысын тәнҡитсе һымаҡ баһа бирә. Аҙаҡ мин Аҙнағоловтың шиғыр ҙа яҙғанын ишеткәс, һис тә аптыраманым: күңелендә моң йөрөткән кеше хистәрен нисек тыйып тотһон инде?! Юнир ағай йыр-моңға айырыуса ғашиҡ. Яратҡан йырсыһы Рәүилә Мәсәлимованың концертын Өфөгә барып ҡарағаны хәтерҙә. Матурлыҡҡа ғашиҡ ғаиләнең йорт ихатаһы ла сәскәгә күмелгән.
Мәләүез урамдары буйлап үтһәң, Юнир Аҙнағолов 10 йылдан ашыу ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләгәндә төҙөлгән объекттар йыш осрар. Ысынлап та, шул дәүерҙә торлаҡ күп төҙөлдө, бер-бер артлы балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауахана, кино­театр­ҙар, магазиндар сафҡа инде, сәнәғәт үҫеште. Юнир Ғәлимйән улы һәр йортто үҙ балаһы кеүек ҡыуанып ҡабул итте, төҙөлөштө биш бармағы кеүек белде. Уның яңы асылған магазиндарға исем ҡушырға йөрөгәне хәтерҙә. Башҡорт булғаны өсөн ғорурланған етәксе ике магазинға “Азамат”, “Айһылыу”, кафеға “Ҡарлуғас” тигән матур атама бирҙе. Ҡалала беренсе ҙур “Китап” магазинын, үҙәк китапхананы асыу ҙа уның хәстәрлегенә бәйле. Был, моғайын, рухиәтте үҫтереүгә тос аҙым булғандыр. Ғөмүмән, Мәләүездең үҫешендә, яңырыуында Юнир Аҙнағоловтың өлөшө ҙур. Уның тәҡдиме буйынса хәҙер даими рәүештә Ҡала көнө үткәрелә.
Етәксенең ташып торған көсө, тырышлығы, алға ҡарап йәшәүе 1995 йылда, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоп, ул Мәләүез бүлексәһенең башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланғас, айырыуса асыҡ күренде. Ошоғаса быуылып торған йылға йырылдымы ни — халыҡ та йоҡоһонан уянғандай, үҙ асылына ҡайта башланы. Юнир Ғәлимйән улы, киң йәмәғәтселекте йәлеп итеп, ең һыҙғанып эшкә тотондо.
Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауыл­даш­тар!” байрамдары йыш үткә­релә башланы. Мәләүез районында Тамъян, Ҡыпсаҡ, Юрматы йыйыны, 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап Көнгәк итәгендә ойошторолған тамаша, Дәүләтҡол­доң 230 йыллығы хөрмәтенә сара республика күләмендәге байрам­дарға әүерелде. Бына ошондай саралар халыҡты туплауға, милли үҙаңды күтәреүгә, илгә, ергә һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итә лә инде.
Һуңғы йылдарҙа Ҡоролтай “Айыҡ ауыл” акцияһына әүҙем ҡушылды, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары эшмәкәрлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмай. Иң төп бурыс — үҫеп килгән быуын күңелендә илгә, телгә, ергә һөйөү тәрбиәләү, тип иҫәпләй йәмәғәт ойошмаһы. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға, белгестәр йәлеп итеүгә, уларҙың һөнәри кимәлен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән кеше ул. Мәләүез ҡалаһында хәҙерге Кинйә Арыҫланов исемен йөрөткән 9-сы башҡорт гимназияһын төҙөүҙә лә, ҙур хужалыҡ етәксеһе булараҡ, уны йыһазландырыуҙа ла Юнир Ғәлимйән улы ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Әйтергә кәрәк, уның ҡатыны Нина Ивановна башҡорт телен күп милләттәштәребеҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ белә. Ул байтаҡ йылдар ошо гимназияла урыҫ теле уҡытыусыһы булды, башҡорт балаларына юғары уҡыу йорттарына инеүгә юл асты.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡы­тыусыһы”, “Йыл тәрбиәсеһе”, “Иң яҡшы туған тел кабинеты” конкурстарының, “Туған тел” байрамының башында ла Юнир Аҙнағолов торҙо. Күрше Ырымбур өлкәһенең Александровский районы мәктәптәренә лә матди ярҙам күрһәтергә тырышты. Сит ерҙә йәшәп тә, башҡорт рухын һаҡлап ҡалған яҡташ­тарыбыҙ менән ғорурланыуын йәшермәй ул.
Юнир Ғәлимйән улы әле лә йәштәрсә етеҙ. Күп йылдар буйы сәләмәт тормош алып барыу һөҙөмтәһе был. Ҡала Советында эшләү дәүе­рендә бихисап спорт майҙансығы, яҡтыр­тылған саңғы юлы, хоккей ҡаптары төҙөттө, стадион гөрләп торҙо. Көнгәк тауын­дағы бобслей трассаһында СССР халыҡтарының спартакиадаһы үтеүе Мәләүездең генә түгел, илдең тарихында ла мөһим ваҡиға булып ҡалды. Был сараны уҙғарыу эшенә урындағы ойошма комитеты етәкселек итте. Юҡҡамы ни, Юнир Аҙнағолов “Башкелме” спорт кейемдәре комбинатын төҙөүгә һәм асыуға ҙур көс һалды, уның генераль директоры булараҡ, сифатлы тауар етештереүгә өлгәште.
Юбиляр башҡарған эштәрҙе һанап сығыу күп ваҡытты алыр ине. Өлкән быуын уны яҡшы хәтерләй. Мәләүез урамдарындағы пирамида формаһындағы тирәктәр ҙә Юнир Ғәлимйән улының тәҡдиме менән Украинанан алып киленгән, улар бөгөн дә ҡалаға йәм биреп ултыра.
Ә инде уңғанлығының, сәмле, оҫта ойоштороусы булыуының серҙәрен белергә теләһәгеҙ, бала сағына күҙ һалырға кәрәк. Юнир ағай Күгәрсен районының данлыҡлы Хоҙайбирҙин ауылында иң ауыр йылдарҙа колхоз рәйесе йөгөн тартҡан һуғыш ветераны Ғәлимйән Рамазан улы һәм Бураҡаевтар нәҫеленән булған Миңлеямал Ваһап ҡыҙы Аҙнағоловтарҙың ишле балалы ғаиләһендә тыуған. Бер туғандар аҡыллы, тәүфиҡлы, ил өсөн кәрәкле шәхестәр булып үҫкән. Инде Юнир Ғәлимйән улының үҙенең өс балаһы ла ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Ғүмер көҙөнә ул бәхетле атай, олатай булып аяҡ баҫты.
Яҡташым тыуған ауылы, районы менән бәйләнеште бер ҡасан да өҙ­гәне юҡ. Бында ла матур, фә­һемле байрамдар, осрашыуҙар ойошторорға өлгөрә. Ауылда, эргә-тирәлә беренселәрҙән булып шә­жәрә байрамын үткәреүҙе үҙ өҫтөнә алды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарына бағыш­ланған мемориаль комплексты проектлау һәм төҙөүҙе, ҡустыһы Венир Ғәлимйән улы менән ауылда мәсет һалыуҙы ла ихлас башҡарҙы. Туған йәнле булараҡ, ҡәрҙәштәрен бергә йыйып кәңәшләшергә, табын ҡорорға ярата.
Йүгерек Керәүле Ағиҙелгә ҡойған кеүек, ябай ауыл егете үҙ төйәгенән ҙур донъяға ашыға. Был юл уны яңы үрҙәргә әйҙәй, бейеклектәргә күтәрә, уңыштар бүләк итә. Әммә шәхес инеш башын — тыуған ауылын, Керәүлеһен, Ҡыҙҙар тауын онотмай, сөнки уның өсөн ошо изге ер – ғүмер буйы көс, илһам сы­ғанағы, алдағы көндәрҙә лә уҙаманға рух терәге булып ҡалыр, матур-матур эштәргә ҡанат­лан­дырып торор. Тормошҡа ашырыр хыялдары күп әле ир-азаматтың!


Автор: Мәрйәм КҮСМӘЕВА. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр 04.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Нефтекамала клиенттар менән осрашыуҙар үткәргән «Добролайф» компанияһында намыҫһыҙ эш ......

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар?

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар? 04.02.2026 // Йәмғиәт

Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова үҙенең яҙмышы хаҡында йыр сығарырға әҙерләнә....

Тотош уҡырға 2

Республикала -33 градусҡаса һыуыта

Республикала -33 градусҡаса һыуыта 04.02.2026 // Йәмғиәт

5 февралгә ҡарай төнгә температураның ныҡ түбәнәйеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды 03.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта 03.02.2026 // Йәмғиәт

AIR CAIRO авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мысырға тура рейстарҙы башлау тураһында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда уллыҡҡа алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы билдәле булды
Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла

Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла 03.02.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Дәүләт Думаһы законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте....

Тотош уҡырға 1

Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде

Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде 03.02.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн ҡорал тотоп алған уҡыусы гимназияға һөжүм иткән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ....

Тотош уҡырға 2

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал 03.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал...

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 03.02.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы һәләк булған Рәсәй Геройының улы менән һөйләшеүҙәр алып бара
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә