Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәштәрсә дәртле
Йәштәрсә дәртлеХәтеремдә, матур, ҡояшлы көн ине. Һәр кем был миҙгелдең бер сәғәтен дә бушҡа үткәрмәй. Ауылда халыҡ кәртә-ҡураһын рәтләп, төҙөлөш эштәрен теүәлләп, бесән яғын хәстәрләп ҡалырға тырыша. Ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе, гөрләп үҫкән йәшелсәгә, еләк-емешкә ҡый үләндәре зыян итмәһен өсөн тәпкеһен тотоп, баҡсаһының йүнен күрә. Абҙан ауылында йәшәгән уҡытыусы-ветеран Фәниә Ҡәйетҡолова – тап шундай уңғандарҙың береһе.

82 йәштә булыуына ҡара­маҫтан, тик ултыра торған­дар­ҙан түгел ул. Ас­лыҡ-­ялан­ғаслыҡ осороноң бар михнәтен үҙ ел­кәһендә татыған Фәниә Хөб­бөт­дин ҡыҙы ауыр­лыҡтарға бирешмәй. Иң мөһиме — тормошта күңел биреп башҡарған хеҙмәттең генә йәшә­йешкә йәм өҫтәүен аңлай. Әле лә, хәрә­кәттә — бәрәкәт, тип тынғы белмәй. Ире һуғышта үлеп, яңғыҙы өс балаһын тәрбиәләп үҫтергән күрше Гөлшәрифә инәйҙең өлгөһө уға, тормош иптәшен бик иртә юғалтҡас, көс-ҡеүәт биргәндер. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы заман һулышын һиҙгер тойоп йәшәүе генә түгел, әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй иҫләүе, аҡыл-зиһененең теүәллеге менән дә хайран ҡалдырҙы. Ихлас әңгәмәбеҙ алыҫ үткәндәрҙең ебен тағатыуҙан башланды.
— Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылынан үҙем. Миңә йәш ярым булғанда, әсәйем донъя ҡуйған, 14 йәштә атайһыҙ тороп ҡалдыҡ. Яҡындарыбыҙҙың иркә­лә­үенән, һөйөүенән мәхрүм булып, апайым Мәһүҙә менән туғандар ҡарамағында үҫ­тек. 6-7 саҡ­рымдағы Морапталға йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Өс ҡыҙ, имтихан биреп, баш ҡалалағы 9-сы мәктәпкә индек. Был уҡыу йорто хәҙер Рәми Ғарипов исе­мендәге 1-се башҡорт республика гим­на­зия­һы, — тип һөйләй Фәниә Хөббөтдин ҡыҙы. — Артабан Башҡорт дәүләт уни­вер­­си­тетын тамамланыҡ. Урыҫ теле һәм әҙә­биәте буйынса юғары белем алып, Аб­ҙанда хеҙмәт йылъяҙмаһын асып ебәрҙем. Берҙәм, татыу коллективта эш­ләгән дәүерҙе һағынып иҫкә алам. Өйҙә ҡәйнәм Мөьминә Юлдыбай ҡыҙы, ба­лаларҙы тәрбиәләшеп, йорт, хужалыҡ эш­тә­рендә ярҙам итеп торғанлыҡтан, һөнәремә мөкиббән бирелдем. Өйҙә ышаныслы хужабикә булғас, эшем дә гел уң барҙы. Ирем Наил Сәлимйән улы тырыш ине, тракторсылар бри­гадаһында бригадир булды, дүрт ул үҫтерҙек.
Фәниә Хөббөтдин ҡыҙының уҡыусылары ла хәҙер хаҡлы ялда. Уларҙың гуманитар фәнде һайлағандары ла бихисап: Мәстүрә Яҡшығолова, Әминә Мөлөкова һәм башҡалар.
Һуғыш ҡағып-һуғып сыныҡтырған, ҡайғылы-хәсрәтле көндәр күңелгә ҡара мөһөр һалғанлыҡтан, ағинәй тыныслыҡтың ҡәҙерен аңлай.
— Украиналағы хәлдәрҙе ҡарайым да йөрәгем һулҡылдап ҡуя. Донъяларыбыҙ тыныс, имен, етеш тормошта кинәнеп йәшәйбеҙ. Тик уның ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. 1945 йылдың 9 майында ҡысҡырышып, шатланып: “Беҙҙекеләр еңгән!” — тип мәктәптән йүгереп ҡайтҡаныбыҙҙы онотоп буламы?! Күрмәгәнде күреп, етерлек ғазаптар кисереп, ошо йәшкә етеүемә ғәжәпләнеп тә ҡуям, — тип күңел төпкөлөндә һаҡланған хәтирәләре менән уртаҡлашты ул.
Оло быуын вәкилдәре ниндәй генә ҡыйынлыҡтар, һынауҙар, юғалтыуҙар кисермәһен, бөгөн дә бөгөлөп төшә торғандарҙан түгел. Ҡул ҡаушырып ултырыу, аһ-зар түгеү, эшһеҙ аңҡы-тиңке килеү — улар өсөн ят күренеш.
Ана шундай эшһөйәрҙәрҙең береһе Фәниә Ҡәйетҡолова эш дәүерендә коллективында уңыш ҡаҙанып, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Мәғариф отличнигы”, ”Хеҙмәт ветераны” тигән юғары исемдәр алып, уларҙы хаҡлы йөрөтә, әле лә йәштәрсә ныҡ баҫып, арымай-талмай донъя йөгөн тарта.


Автор: Миләүшә БӘШИРОВА Район: Архангел районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә