Хәтеремдә, матур, ҡояшлы көн ине. Һәр кем был миҙгелдең бер сәғәтен дә бушҡа үткәрмәй. Ауылда халыҡ кәртә-ҡураһын рәтләп, төҙөлөш эштәрен теүәлләп, бесән яғын хәстәрләп ҡалырға тырыша. Ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе, гөрләп үҫкән йәшелсәгә, еләк-емешкә ҡый үләндәре зыян итмәһен өсөн тәпкеһен тотоп, баҡсаһының йүнен күрә. Абҙан ауылында йәшәгән уҡытыусы-ветеран Фәниә Ҡәйетҡолова – тап шундай уңғандарҙың береһе.82 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тик ултыра торғандарҙан түгел ул. Аслыҡ-яланғаслыҡ осороноң бар михнәтен үҙ елкәһендә татыған Фәниә Хөббөтдин ҡыҙы ауырлыҡтарға бирешмәй. Иң мөһиме — тормошта күңел биреп башҡарған хеҙмәттең генә йәшәйешкә йәм өҫтәүен аңлай. Әле лә, хәрәкәттә — бәрәкәт, тип тынғы белмәй. Ире һуғышта үлеп, яңғыҙы өс балаһын тәрбиәләп үҫтергән күрше Гөлшәрифә инәйҙең өлгөһө уға, тормош иптәшен бик иртә юғалтҡас, көс-ҡеүәт биргәндер. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы заман һулышын һиҙгер тойоп йәшәүе генә түгел, әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй иҫләүе, аҡыл-зиһененең теүәллеге менән дә хайран ҡалдырҙы. Ихлас әңгәмәбеҙ алыҫ үткәндәрҙең ебен тағатыуҙан башланды.
— Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылынан үҙем. Миңә йәш ярым булғанда, әсәйем донъя ҡуйған, 14 йәштә атайһыҙ тороп ҡалдыҡ. Яҡындарыбыҙҙың иркәләүенән, һөйөүенән мәхрүм булып, апайым Мәһүҙә менән туғандар ҡарамағында үҫтек. 6-7 саҡрымдағы Морапталға йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Өс ҡыҙ, имтихан биреп, баш ҡалалағы 9-сы мәктәпкә индек. Был уҡыу йорто хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы, — тип һөйләй Фәниә Хөббөтдин ҡыҙы. — Артабан Башҡорт дәүләт университетын тамамланыҡ. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса юғары белем алып, Абҙанда хеҙмәт йылъяҙмаһын асып ебәрҙем. Берҙәм, татыу коллективта эшләгән дәүерҙе һағынып иҫкә алам. Өйҙә ҡәйнәм Мөьминә Юлдыбай ҡыҙы, балаларҙы тәрбиәләшеп, йорт, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп торғанлыҡтан, һөнәремә мөкиббән бирелдем. Өйҙә ышаныслы хужабикә булғас, эшем дә гел уң барҙы. Ирем Наил Сәлимйән улы тырыш ине, тракторсылар бригадаһында бригадир булды, дүрт ул үҫтерҙек.
Фәниә Хөббөтдин ҡыҙының уҡыусылары ла хәҙер хаҡлы ялда. Уларҙың гуманитар фәнде һайлағандары ла бихисап: Мәстүрә Яҡшығолова, Әминә Мөлөкова һәм башҡалар.
Һуғыш ҡағып-һуғып сыныҡтырған, ҡайғылы-хәсрәтле көндәр күңелгә ҡара мөһөр һалғанлыҡтан, ағинәй тыныслыҡтың ҡәҙерен аңлай.
— Украиналағы хәлдәрҙе ҡарайым да йөрәгем һулҡылдап ҡуя. Донъяларыбыҙ тыныс, имен, етеш тормошта кинәнеп йәшәйбеҙ. Тик уның ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. 1945 йылдың 9 майында ҡысҡырышып, шатланып: “Беҙҙекеләр еңгән!” — тип мәктәптән йүгереп ҡайтҡаныбыҙҙы онотоп буламы?! Күрмәгәнде күреп, етерлек ғазаптар кисереп, ошо йәшкә етеүемә ғәжәпләнеп тә ҡуям, — тип күңел төпкөлөндә һаҡланған хәтирәләре менән уртаҡлашты ул.
Оло быуын вәкилдәре ниндәй генә ҡыйынлыҡтар, һынауҙар, юғалтыуҙар кисермәһен, бөгөн дә бөгөлөп төшә торғандарҙан түгел. Ҡул ҡаушырып ултырыу, аһ-зар түгеү, эшһеҙ аңҡы-тиңке килеү — улар өсөн ят күренеш.
Ана шундай эшһөйәрҙәрҙең береһе Фәниә Ҡәйетҡолова эш дәүерендә коллективында уңыш ҡаҙанып, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Мәғариф отличнигы”, ”Хеҙмәт ветераны” тигән юғары исемдәр алып, уларҙы хаҡлы йөрөтә, әле лә йәштәрсә ныҡ баҫып, арымай-талмай донъя йөгөн тарта.