Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мал йәнле Зөлфирә
Ауылдаштарының Зөлфирә Ҡыуат ҡыҙына ҡарата, бала саҡтан мал ене ҡағылғандыр, тип әйтеүенә һис аптырарға түгел. Шулай булмаһа, сирек быуат буйына ул яҙмышын мал дауалауға арнамаҫ ине.

Мал йәнле ЗөлфирәВетфельдшер һөнәрен һайлауға әсәһенең ғүмер буйы колхозда быҙау ҡараусы булып эшләүе лә булышлыҡ иткәндер. Бәләкәйҙән малды үҙ иткән, уны яратҡан Зөлфирә Яхина мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе эшләгән фермаға эшкә килә. Тәүҙә бы­ҙау­ҡайҙарҙы тәрбиәләһә, артабан тырыш ҡыҙға һыйыр һауыуҙы ышанып тапшыралар. Ул саҡтағы “Урал” колхозы рәйесе Зөлфирәгә, артабан белемен Башҡортостан ауыл хужалығы инс­титутында дауам итергә кәңәш биреп, ху­жа­лыҡтың йүнәлтмәһен тапшыра. Уҡыу йортонда ла һынатмай ҡыҙ: тырышып уҡый, фәнни кәңәшмәләрҙә ҡатнаша, эш тәжри­бәһе лә ярап ҡуя. Ҡулына диплом алған белгесте төрлө урынға саҡырыусылар күп була, әммә ул һис икеләнеүһеҙ туған колхозына эшкә ҡайта.
— Ул саҡта Әлмөхәмәт бүлексәһендә туғыҙ мең һарыҡ, 2,5 мең тана-торпо, 250 баш һыйыр малы, 50 баш ат иҫәпләнә ине. Әле уйлайым да аптырап ҡуям: нисек итеп ошо хужалыҡты ышанып тапшырғандар икән? Эшем шул тиклем оҡшай ине, малдар ауырыһа, хатта фермала ҡунып ҡалған ваҡыттар ҙа булды, — тип хәтерләй Зөлфирә Ҡыуат ҡыҙы.
Күп ир-ат башҡара алмаған һөнәрҙе үҙ итеп, ғүмер буйы быға тоғро ҡалған ханымға ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Бөгөн Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған туғыҙ ауылдағы һәр йорттағы малды ҡарау, уларға ваҡытында тейешле прививка яһау кеүек бихисап эште атҡарырға ла, Асҡар ветстанцияһына йөрөп торорға ла кәрәк..
Әлбиттә, ауырлыҡтар етерлек. Бигерәк тә үҙ техникаларының булмауы ҡыйынлыҡ тыуҙыра, шунса ауылды урап сығыуы еңелдән түгел. Шулай ҙа бирешмәй ул: “Күңел тартҡан шөғөлгә яйы ла табыла, теләк тә, дәрт тә бар”, — тип йылмая гүзәл зат.
Үҙ эшенең оҫтаһы, алдынғы ветфельдшер, ғәзиз улына һөйөклө әсә һәм иренә хәстәрлекле ҡатын, ауыл халҡына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыусы Зөлфирә Яхинаны барыһы ла ярата һәм хөрмәт итә.


Автор: Кәримә УСМАНОВА Район: Әбйәлил районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә