Ауылдаштарының Зөлфирә Ҡыуат ҡыҙына ҡарата, бала саҡтан мал ене ҡағылғандыр, тип әйтеүенә һис аптырарға түгел. Шулай булмаһа, сирек быуат буйына ул яҙмышын мал дауалауға арнамаҫ ине.Ветфельдшер һөнәрен һайлауға әсәһенең ғүмер буйы колхозда быҙау ҡараусы булып эшләүе лә булышлыҡ иткәндер. Бәләкәйҙән малды үҙ иткән, уны яратҡан Зөлфирә Яхина мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе эшләгән фермаға эшкә килә. Тәүҙә быҙауҡайҙарҙы тәрбиәләһә, артабан тырыш ҡыҙға һыйыр һауыуҙы ышанып тапшыралар. Ул саҡтағы “Урал” колхозы рәйесе Зөлфирәгә, артабан белемен Башҡортостан ауыл хужалығы институтында дауам итергә кәңәш биреп, хужалыҡтың йүнәлтмәһен тапшыра. Уҡыу йортонда ла һынатмай ҡыҙ: тырышып уҡый, фәнни кәңәшмәләрҙә ҡатнаша, эш тәжрибәһе лә ярап ҡуя. Ҡулына диплом алған белгесте төрлө урынға саҡырыусылар күп була, әммә ул һис икеләнеүһеҙ туған колхозына эшкә ҡайта.
— Ул саҡта Әлмөхәмәт бүлексәһендә туғыҙ мең һарыҡ, 2,5 мең тана-торпо, 250 баш һыйыр малы, 50 баш ат иҫәпләнә ине. Әле уйлайым да аптырап ҡуям: нисек итеп ошо хужалыҡты ышанып тапшырғандар икән? Эшем шул тиклем оҡшай ине, малдар ауырыһа, хатта фермала ҡунып ҡалған ваҡыттар ҙа булды, — тип хәтерләй Зөлфирә Ҡыуат ҡыҙы.
Күп ир-ат башҡара алмаған һөнәрҙе үҙ итеп, ғүмер буйы быға тоғро ҡалған ханымға ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Бөгөн Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған туғыҙ ауылдағы һәр йорттағы малды ҡарау, уларға ваҡытында тейешле прививка яһау кеүек бихисап эште атҡарырға ла, Асҡар ветстанцияһына йөрөп торорға ла кәрәк..
Әлбиттә, ауырлыҡтар етерлек. Бигерәк тә үҙ техникаларының булмауы ҡыйынлыҡ тыуҙыра, шунса ауылды урап сығыуы еңелдән түгел. Шулай ҙа бирешмәй ул: “Күңел тартҡан шөғөлгә яйы ла табыла, теләк тә, дәрт тә бар”, — тип йылмая гүзәл зат.
Үҙ эшенең оҫтаһы, алдынғы ветфельдшер, ғәзиз улына һөйөклө әсә һәм иренә хәстәрлекле ҡатын, ауыл халҡына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыусы Зөлфирә Яхинаны барыһы ла ярата һәм хөрмәт итә.