Уның ғүмер-хәтер йомғағына быуатҡа яҡын ваҡыт уралған. Шуның бер мәлен генә һүтеп ҡарарға рөхсәттер. Дөрөҫөрәге, һүттерергә. Был мәл, эйе, ғүмергә торошло осор түгел. Ләкин уны Ғабдулхаҡ бабай һис ҡасан да онотмай...“...1942 йылдың мартынан киттек һуғышҡа. Военкоматта комиссия булды. Үлсәнеләр: 45 кило инем, метр ҙа 60 буйым. Бәрәңге ашап йәшәнек бит. Китер алдынан һигеҙ кило ашлыҡ яҙғандар. Тирмәндә он тарттырып, әпәй бешертеп, бер аҙ колхоздан да алып, бер ҡапсыҡ аҙыҡ тейәп киттек. Ике бригадтан дүрт малайбыҙ. “Сүлиә”лә өс көн эшелон көтөп яттыҡ. Квартирға күсереп торҙолар. Шунан алмашлап поезд килгәнде ҡарап торабыҙ. Станцияға төшәбеҙ ҙә менәбеҙ. Ҡайтыуға май ҙа, әпәй ҙә юҡ. Хужаның малайы төрмәнән ҡайтҡан да аҙыҡтарыбыҙҙы “юғалтҡан”. Ҡапсыҡтарҙы алдыҡ та станцияға төшөп киттек.
Поезд килде. Шунан паровоздан аҡҡан хлорлы һыу эсеп, бер аҙ ҡалған әпәйҙе ашап, Өфөгә көскә барып еттек.
Барғас... Сабаталарыбыҙ туҙып бөттө, яҙ көнө бит инде. Беҙҙе ағас мылтыҡ эшләргә өйрәттеләр — “коли”. Ағас граната. Хитландыҡ инде. Бөтә взводҡа термос менән балыҡ һурпаһы бирәләр — яртышар литр сыға. Әпәй урынына — дүрт сохари. Беҙгә ни бер ашарға ла етмәй. Ҡалдырырға тырышабыҙ кискә тиклем. Унда тағы бер кружка һурпа сыға. Ситәндән үреп, ике ҡатлы һәндерә эшләнеләр. Шинелде аҫҡа ла тартҡан булабыҙ, өҫкә лә. Кейемдәр кипмәй. Шунан Сталинградты обороналауға алып киттеләр...”
Шулай башланып китә 18 йәшлек Ҡыйғы егете Ғөбәйҙуллиндың фронт юлы. Тәүге алыш, унан һуңғы үлемесле саҡрымдар... Барыһын да аҡ ҡағыҙға төшөрөп тә булмай. Ветеран үҙе әйткәнсә, иң иҫтә ҡалғандарын ғына бирәм.
“Полк разведкаһына эләктем. Август айында мина төшөп, ранен булдым. Һуғыш барған ерҙән биш саҡрым алыҫлыҡта һаламдан ябылған япмаларҙа дауаланылар. Аяҡҡа баҫҡас, тәүҙә ҡарауылға билдәләп торҙолар ҙа тағы разведкаға ҡуйҙылар. Декабрь айында “разведка боем”да тағы яраландым. Ун дүрт осколка уң ҡулда әле лә ултыра...”
Тимер ярсыҡтарын 70 йылдан ашыу йөрөтә Ғабдулхаҡ Ниғмәтйән улы. Ҡулы тәүҙә ике ай эшләмәй. Унан һуң яйлап ҡуҙғалта башлай. Һуғыш бөткәнсе тәүҙә алған яра, өҫтәүенә ярсыҡлы ҡул менән разведкала алыш әле!
“Донды форсировать иткәнде һөйләйем әле. Приказ буйынса йылғаны күпер аша сығырға тейеш инек. Унда оборона тоторға бурыс. Беҙ урынлашҡан ауыл йылғанан 20 километр алыҫлыҡта ята. Строй менән оло юл буйлап барабыҙ. Беҙ барғансы немец вис күперҙе бомбить иткән. Халыҡ “ҡотҡар ҙа ҡотҡар” тип мәж килә. Ә минең иптәш: “Давай, сисенеп йөҙәйек тә сығайыҡ”, — ти. Юҡ, мин әйтәм, һин һыу буйында үҫкән, ә мин — тау-таш араһында. Эт кеүек кенә йөҙәм дә, һыуҙың уртаһына еткәс, батам бит инде. Ана ишек, мин әйтәм, шуны алып киләйек. Килтереп кенә ҡуйғайныҡ .... бомба килеп төштө. Шул шартламаны: “шы-ый” итеп ҡомға кереп китте, ҡый... Ишекте һыуға төшөрҙөк. Ауыр әйбер юҡ тиһәң дә — донъя: кейем, плащ-палатка, каска, ҡорал, граната, өс йөҙ патрон. Нимес ата, бомбить итә. Һыу тулы кеше. Ҡайһыһы кире сыға, ҡайһыһы батып ҡала...”
Ҡарт һалдатты бүлдереп, киноларҙан күреп өйрәнгән һал тураһында һорашам.
“Кем эшләһен. Нимес бомбаға тота, ата. Һәр кемдә — үҙ ҡайғыһы. Урыны менән эшләгәндәрҙер, ну, аҙ булғандыр. Нимес бомбаға тота бит. Аттар һыуға керә, кире боролоп сыға. Йөҙәлмәйҙәр. Һыу шәп аға бит. Шуға ла әкренерәк аҡҡан яғына сыға алмайбыҙ. Эләгеп барып, ярға төртөлдөк барыбер. Һыу аҫтында әйберҙәр тулып аға, ауыҙға һыу керә. Атака бит. Күп кеше батты, үлде. Сыҡҡан ерҙә ун тирәһе һалдат бар, бер взвод командиры. Аптырайҙар, нисек сыҡтығыҙ, тиҙәр. Унда бит ҡарап тороуы ла ҡурҡыныс. Шунда ай ярым 150 метрға ике һалдат оборона тотабыҙ. Окоп та, бер ни ҙә юҡ. Әрем араһында ятабыҙ. Беҙгә эргәләге совхоздан ит килтерәләр. Һыу шәп аға бит инде, шуға нимес тә был яҡҡа сыға алмай. Беҙҙең кеше лә әҙ: күптәрен бомбаға тоттолар, күбеһе батып үлде... Ай ярымдан морской пехота ебәрҙеләр...”
Ябай һалдат яҙмышы. Еңеү килтергән, беҙгә азатлыҡ яулаған һалдат яҙмышы. Уйланаһың да, иҫең дә китә. Бөгөн ҡайһы бер ҡара уйлы әҙәмдәрҙең ошо ваҡиғаларға йәштәрҙең ҡарашын үҙгәртергә тырышыуына нәфрәтләнәһең дә...
“Үлемде белмәнем, үлермен тип уйламаным. Плиндән ҡурҡтым, эләкмәһәм ярар ине тип. Иң ҡурҡынысы плин булды минең өсөн...”
Һуғышта төрлө хәлдәр була, уның үҙ ҡануны: ҡамауҙа ҡалыу, яраланып эләгеү. Мине алда әйткән башҡаһы борсой: беҙ, һуғышты күрмәгән быуын (Хоҙай күрһәтмәһен), үҙебеҙ ҡайһы саҡ рухи әсирлеккә барабыҙ түгелме? Тарих бите йәш быуынға һабаҡ өсөн яҙыла. Аҙ ғына булһа ла уйланып, Донды, Днепрҙы, Висла, Одерҙы кискән, Берлинды алған ябай ғына егеттәрҙең ауаз-оранын ишетһәк ине, тим. Азатлыҡтың ҡәҙере лә, асылы ла шунда бит...
“Разведкаға ете кеше барабыҙ. Командирыбыҙ өлкән лейтенант Андриянов ине, һалдаттар өсөн бик һәйбәт булды. Көндөҙ бер разведчик ниместең ҡайҙа йәшенгәнен күҙәтә. Нейтраль зонала. Улар ҙа шулай. Төнгө ун икелә передовойға барабыҙ. Беҙҙең танк янған да, шуның эргәһендәбеҙ. Ниместең “ячейка”һы биш йөҙ метрҙа ғына. Командир бер егеткә барып ҡарарға ҡуша. Был бармай. Атам, тип, пистолетына ла йәбешеп ҡарай — бармай. Мин киттем. Бура-ан. Беҙгә төндөң шулай булыуы һәйбәт. Ел улар яғына табан булһа, ишеү ҙә яҡшы. Нимес “ячейка”һында пулемет көбәге сығып тора. Тартып алһам инде, тим. Граната төшөрөп тә булмай. Мине аттылар тип, беҙҙекеләр ут асыр ҙа, йә миңә лә тейер, тим. Кире барып һөйләп бирҙем. Шундай-шундай “ячейка”, палатка менән ябылған, тим. Барыбыҙ ҙа киттек. Тегеләр асмай ҙа, ҡарамай ҙа. Тегендә ике-өс граната ташланыҡ. “Ячейка” — пулемет ҡуйылған окоп, унда бер нисә һалдат була. Беҙҙең дә шулай. Буранда улар сығып йөрөмәй, беҙҙе лә килер тип уйламағандарҙыр инде. “Ячейка”ла икеһе үлгән, береһе сыҡты ла артҡа китте. Байтаҡ ҡына ер, мин тегенең артынан “как бешеный” тоттом да йүгерҙем. Ҡараһам, миңә мылтығын төбәп ята. Тарттым да алдым. “Хендехох”, тим. Шунан бер малай ҙа килеп етте. Ниместең бер аяғы яраланған булған икән. Шунан ни, батальон штабына быны, пулеметты илттек. Бына һиңә — “язык”. Шулай һәр ваҡыт берәмләп алып ҡайттыҡ инде. Икешәр, өсәр “ячейка”ларҙан. Унда ла гелән ниместе түгел, алға йә румынды, йә башҡаны ҡуялар. Күмәкләп ниместәрҙе лә алдыҡ...”
Ғабдулхаҡ бабайҙан наградаларҙың ҡайһыһы ниндәй батырлыҡ өсөн бирелгәнен һорайым. Айырыуса “тел”дәр өсөн бирелгәне ҡыҙыҡһындырҙы.
“Беҙгә уныһын әйтеп тормайҙар. Полк алдында теҙә лә бирәләр. Уныһын штабтан тултырып ебәрәләр. Заданиены үтәгән өсөн инде. Шунан, беҙҙең фамилияны полкта бөтә командирҙар ҙа белә ине, ҡый...”
Һуңғы һүҙҙәрен шул тиклем ябай, ауылса итеп әйтте ҡарт һалдат, әйтерһең, уға ниңә ғәжәпләнергә, тигән һымаҡ булды. Әйткәндәрендә маһайыу түгел, ә егеттәренә ҡарата 70 йыл буйы күңел түрендә, хәтерендә йөрөткән ғорурлыҡ тойғоһо ине.
“Разведкала связист та булдым. Бер ваҡыт линия тартырға ҡуштылар. Йыраҡ ара түгел, 300 — 400 метр ғына. Ә мин линияны өҙөлгән ерҙән арыраҡ тартҡанмын. Ялғауға нимес ата башланы бит. Перәме миңә! Воронкаға ырғып төшәм дә икенсеһенә йүгерәм. Нимес шахматный порядкала ата. Шуға воронкалар ҙа шулай. Береһенән сығыуға йәнә ата. Икенсеһенә һикерәм. Кругом шартлау, ә миңә теймәй. Тегендә ҡарап тора икән беҙҙең офицерҙар ҙа, һалдаттар ҙа. Шулай итеп, бер ваҡыт атыуҙан туҡтаны нимес. Мин тере ҡалдым. Хәл бөттө. Штаб янына барып йығылдым. Унда ям ине...”
“Бер ваҡыт мина яланына эләктек. Ниместең яҡтырта торған ракеталары шул тиклем оса — ерҙә энә күрерлек. Эргәләге егет шартланы, ә мин тере ҡалдым...”
Курск дуғаһында булғанын да яҡшы хәтерләй ветеран.
“Курскиҙа пушкалар теҙелгән, күренмәйҙәр, үлән үҫеп ултырамы ни. Беҙ траншеяла ғына. Һыу юҡ, ашарға юҡ. Утыҙ градус эҫелек. Алтмышлаған самолет бомбаға тота, ҡап-ҡара төтөн аҫтындабыҙ. Автоматсылар ротаһында инек, батареяларҙы һаҡлау өсөн самолеттар әбидкә китһә, төштән һуң икенсе партияһы бомбить итә. Яланғас тау тип йөрөтөлгән ерҙә оҙон рәткә пушкалар тултырылған. Нимес ошо рәтте белә, осоп килә лә вис ҡыра. Аҫта арыш сәселгән баҫыу ине, өлгөрөп етмәһә лә, ыуып ашайбыҙ. Һыуға ебәрҙеләр. Бер йүгерәм, бер ятам. Снарядтар шартлап тора. Шул ут эсенән йүгерәм...”
Ошондай иҫтәлектәрҙе, һуғыш яланындағы ваҡиғаларҙы күңелендә йөрөтә ҡарт һалдат. Уларҙа уның яуҙаштары йәшәй.
92 йәшлек батырҙан наградалары тағылған костюмын кейеп иҫтәлеккә фотоға төшөүен һораныҡ. “Юҡ, — тине ул, йылмайып, — ауыр...” Шаяртып әйтелгән был һүҙҙәрҙә ҙур мәғәнә ята. Ысынлап та, “Батырлыҡ өсөн”, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн” миҙалдары, Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һалдаттың фронт юлын нисек үтеүе тураһында аҙ һөйләмәй.
Тағы шуныһын әйтергә кәрәк: ул һуғыштан һуң бергә ғүмер иткән ҡатыны Әнисә Зәйнетдин ҡыҙын бик йыш иҫкә алды. Улар биш балаға ғүмер биргән. Хәйер, барыһын да бер гәзит битенә генә һыйҙырып булмай, уға том-том китаптар ҙа етмәҫ.