Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Китап һөйгән ҡалала
Китап һөйгән ҡалала Билдәле яҙыусы Гөлнур Яҡупова Салауат ҡалаһында буласаҡ уҡытыусылар менән осрашыу үткәрҙе.

– Салауатҡа күптән саҡыралар ине, ниһайәт, Әҙәбиәт йылында барып ҡайттым йәшлегем ҡалаһына. Иң башта, әлбиттә, тәүге шиғырҙарыма ҡанат ҡуйған педагогия колледжына юлландым. Унда ике сарала ҡатнаштым.
Башҡорт әҙәбиәтенә һәм шул юҫыҡта үҙемдең ижадыма ла арналған “түңәрәк өҫтәл” тулҡынландырғыс булды, “Ҡатын­дар” трилогияһын йәштәрҙең яратып уҡыуына тағы ла бер ҡат инандым, – ти Гөлнур апай.
“Әҫәрҙең төп героиняһы – уҡытыусы Нурия юғары пьедесталға баҫтырылған, был хаҡлы һәм беҙҙең алда ғәйәт ҙур бурыс тороуына бер дәлил дә, – тине буласаҡ уҡытыусылар. – Һәр заманда ла мәктәп белем, тәрбиә усағы, рухиәт тотҡаһы ул”.
Ҡала халҡы, китап уҡыусылар, студенттар менән сираттағы осрашыу Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы ойошторолдо. Сәхнәгә төрлө милли кейемдәге һәүәҫкәр артистар сыҡты, унарлаған телдә йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Күренекле башҡорт шағирҙарының туған телебеҙҙе данлаған әҫәрҙәре уҡылды, шағирә үҙенең шиғырҙарын тыңлап ҡыуанды. Иртәгәһенә ҡала китапханаһында тәбиғәттең еребеҙ һәм кешелек яҙмышындағы әһәмиәтен аңлағандар йыйылғайны. Гөлнур апай китапханаға иҫтәлеккә “Ҡыҙыл китап аманаты” тигән китабын ҡалдырҙы.
Урындағы “Сатҡылар” әҙәби берекмәһе ағзалары менән фекер алышыу, уларҙың ижад емештәре менән танышыу ихлас үтте. Шиғырҙар уҡылды, кәңәш-төңәш ителде, ауаздаш хистәр кисерелде.
Илүзә Таһирова исемле йәш шағирәнең Гөлнур апай яратып ҡабул иткән бер шиғырын һеҙгә лә тәмләтке килә:
Ҡыш әкиәт һөйләй, донъя тыңлай:
Тәбиғәттең серле нағышын.
Күпме һаҡлаһа ла һалҡын тыны,
Туҡтата алмаҫ ваҡыт ағышын.

Ҡанатынан аҡ ҡаурыйлы ҡоштоң
Таңда ергә сафлыҡ һибелгән.
Ҡыш әкиәт һөйләй ғашиҡтарға,
Был мөғжизә – һин һәм мин белгән.
Әллә аҡ ҡар, әллә ынйы кистек,
Саҡыра сихри урман ҡосағы.
Ҡыш әкиәт һөйләй, донъя тыңлай...
Мөхәббәттең дөрләй усағы.

Оҫталыҡ йәһәтенән үҫәһе, тәжрибә туплайһы бар әле Илүзәнең, “Сатҡылар”ҙың, иң мөһиме – улар битарафлыҡ һаҙлығына батмаған, күңел- зиһендәре гүзәллеккә, яҡты өмөт нурына сорналған.
Хушлашҡанда шағирә:
– Рәхмәт, салауаттар, мин һеҙҙең яндан илһам алып, һөйөнөп ҡайтам! – тине.


Автор: С. НӘЗИРОВ. Район: Салауат ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә