Билдәле яҙыусы Гөлнур Яҡупова Салауат ҡалаһында буласаҡ уҡытыусылар менән осрашыу үткәрҙе. – Салауатҡа күптән саҡыралар ине, ниһайәт, Әҙәбиәт йылында барып ҡайттым йәшлегем ҡалаһына. Иң башта, әлбиттә, тәүге шиғырҙарыма ҡанат ҡуйған педагогия колледжына юлландым. Унда ике сарала ҡатнаштым.
Башҡорт әҙәбиәтенә һәм шул юҫыҡта үҙемдең ижадыма ла арналған “түңәрәк өҫтәл” тулҡынландырғыс булды, “Ҡатындар” трилогияһын йәштәрҙең яратып уҡыуына тағы ла бер ҡат инандым, – ти Гөлнур апай.
“Әҫәрҙең төп героиняһы – уҡытыусы Нурия юғары пьедесталға баҫтырылған, был хаҡлы һәм беҙҙең алда ғәйәт ҙур бурыс тороуына бер дәлил дә, – тине буласаҡ уҡытыусылар. – Һәр заманда ла мәктәп белем, тәрбиә усағы, рухиәт тотҡаһы ул”.
Ҡала халҡы, китап уҡыусылар, студенттар менән сираттағы осрашыу Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы ойошторолдо. Сәхнәгә төрлө милли кейемдәге һәүәҫкәр артистар сыҡты, унарлаған телдә йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Күренекле башҡорт шағирҙарының туған телебеҙҙе данлаған әҫәрҙәре уҡылды, шағирә үҙенең шиғырҙарын тыңлап ҡыуанды. Иртәгәһенә ҡала китапханаһында тәбиғәттең еребеҙ һәм кешелек яҙмышындағы әһәмиәтен аңлағандар йыйылғайны. Гөлнур апай китапханаға иҫтәлеккә “Ҡыҙыл китап аманаты” тигән китабын ҡалдырҙы.
Урындағы “Сатҡылар” әҙәби берекмәһе ағзалары менән фекер алышыу, уларҙың ижад емештәре менән танышыу ихлас үтте. Шиғырҙар уҡылды, кәңәш-төңәш ителде, ауаздаш хистәр кисерелде.
Илүзә Таһирова исемле йәш шағирәнең Гөлнур апай яратып ҡабул иткән бер шиғырын һеҙгә лә тәмләтке килә:
Ҡыш әкиәт һөйләй, донъя тыңлай:
Тәбиғәттең серле нағышын.
Күпме һаҡлаһа ла һалҡын тыны,
Туҡтата алмаҫ ваҡыт ағышын.
Ҡанатынан аҡ ҡаурыйлы ҡоштоң
Таңда ергә сафлыҡ һибелгән.
Ҡыш әкиәт һөйләй ғашиҡтарға,
Был мөғжизә – һин һәм мин белгән.
Әллә аҡ ҡар, әллә ынйы кистек,
Саҡыра сихри урман ҡосағы.
Ҡыш әкиәт һөйләй, донъя тыңлай...
Мөхәббәттең дөрләй усағы.
Оҫталыҡ йәһәтенән үҫәһе, тәжрибә туплайһы бар әле Илүзәнең, “Сатҡылар”ҙың, иң мөһиме – улар битарафлыҡ һаҙлығына батмаған, күңел- зиһендәре гүзәллеккә, яҡты өмөт нурына сорналған.
Хушлашҡанда шағирә:
– Рәхмәт, салауаттар, мин һеҙҙең яндан илһам алып, һөйөнөп ҡайтам! – тине.