Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәт һәр саҡ данға күмелгән
Гәзиттең быйылғы 13 ғинуар һанында Рәшит Кәлимуллиндың “Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул…” тигән мәҡәләһе баҫылғайны. Уға ҡарата үҙемдең тәьҫораттарым менән уртаҡлашмаҡсымын, сөнки уның ҡайһы бер раҫлауҙары менән килешмәйем. Был яҙмала колхоз ҡоролошона фәҡәт кире ҡараш ярылып ята. Ә мин ул осорға бер төрлө генә баһа биреү төптө дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем.
Һәр тарихи ваҡиға кеүек үк, колхоз төҙөлөшөнөң дә үҙ эволюцияһы бар. Уны дүрт осорға бүлеп ҡарау ғәҙел булыр ине, минеңсә: беренсеһе – 1930 – 1941 йылдар; икенсеһе – 1941 – 1960 йылдар; өсөнсөһө – 1960 – 1970 йылдар; дүртенсеһе – 1970 – 1990 йылдар.
Уның тәүге осоро – ойошторолоу мәле – хаталарға, фажиғәләргә юл ҡуйылған дәүер. Был осорҙа колхозға инергә теләмәгән хәлле кешеләрҙе мәжбүр итеү, уларҙы тыуған еренән ҡыуыу — иң ҙур хаталарҙың тәүгеһе, сөнки кешене мәжбүр итеү бер ваҡытта ла ыңғай һөҙөмтә бирмәй, ә кешелектең үҫешен тотҡарлай, күптәрҙе рәнйетә. Ә рәнйеш, кеше хаҡы ебәрмәй тигән халыҡ фәлсәфәһе юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Шулай ҙа, ҙур ауырлыҡ менән булһа ла, колхоздар ойошоп, арыу уҡ хужалыҡ итә башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, барлыҡ колхоз тормошон ҡатын-ҡыҙ алып бара. Ауыр дүрт йыл буйы улар фронтҡа өҙлөкһөҙ ат, иген, фураж, арба-сана, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым оҙатып торҙо. Һуғыш бөткәс тә хәл еңеләймәне әле. Ауыл хужалығында техника юҡ, эшсе ҡулдар – ҡатын-ҡыҙ һәм ғәрипләнеп ҡайтҡан берәм-һәрәм генә ир-ат. Беҙ, ул саҡта бәләкәйҙәр, инәйҙәрҙе күрмәй ҙә торғайныҡ. Иртән уянғанда, улар әллә ҡасан ҡыр эшенә киткән була. Хәтеремдә, инәйем һәм тағы бер нисә тырыш ҡатын көноҙоно туҡтауһыҙ берәр гектар бесән саба ине. Күпселек халыҡ көндө төнгә ялғап эшләне. Был осорҙа ла Коммунистар партияһының, комсомолдың ойоштороу һәләтен һис тә оноторлоҡ түгел. Һәм тырышлыҡ бер ҙә юҡҡа булманы: 5-6 йыл тигәндә күп колхоздар, совхоздар аяҡҡа баҫты, ҡул көсө менән булһа ла, халыҡтың энтузиазмы менән күҙгә күренеп алға китеш һиҙелде. Бына ошо 1941 — 1960 йылдарҙы икенсе шартлы осор тип атарға булыр ине.
Ә инде 1960 — 1970 йылдар — колхоздарҙың нығыныу өсөн көрәш осоро, 1970 — 1990 йылдарҙы иһә уларҙың нығынған, киләсәге өмөтлө хужалыҡтар дәүере тиер инем. Был осорҙа, ысынлап та, колхоз-совхоздар мәктәптәрҙе, пенсионерҙарҙы, дауахана, балалар баҡсаһы һәм башҡа шундай учреждениеларҙы үҙ ярҙамынан ҡалдырманы. Хатта колхозсыларҙы курорт-ял йорто путевкалары менән тәьмин итә башлағайны. Ә шул мәлдән уҙған егерме йылды күҙ алдына килтерәйек. Хәҙер улар нисек алға киткән булыр ине!
Тағы ла шуны билдәләмәксемен: ҡайһы бер журналистар, яҙыусылар колхозды яманлап, бөгөнгө фермер хужалыҡтарын маҡтай, ләкин был фекер менән күпселек риза түгел, тип уйлайым. Халыҡтың тауарға мохтажлығына фәҡәт беҙҙең илдә баҙар иҡтисады индерелмәүе сәбәпсе булғандыр. Илебеҙ өсөн колхоз һәм совхоздар иң ҡулайлыһылыр, сөнки беҙҙең халыҡ фәҡәт бергәләп кенә, берләшеп кенә ниндәйҙер етеш көнгә өлгәшә ала. Колхозда һәр кем ҡулынан килгәнсә тырышты. Аҡсалата эш хаҡы алмаһа ла, барыбер ниндәйҙер хаҡ алды, тамағы туҡ булды. Һәр ерҙә ер эшкәртелде, иген игелде, мал аҫранылар.
Колхоздар тарҡалыу менән ауылдар ҙа бөтә башланы. Халыҡтың ҡулынан эш тартып алынды. Ирҙәр сараһыҙҙан эш эҙләп ситкә китә. Уларҙы бер ерҙә лә алтын тауҙары көтмәй. Балалар ҡарауһыҙ, эшһеҙлектән ҡатын-ҡыҙ, ир-ат, йәш-елкенсәк эскегә һабыша.
Ә Рәшит Кәлимуллиндың мәҡәләһе аңлы рәүештә ҡапма-ҡаршы фекерҙәргә ҡоролған тип уйлайым. Әйтәйек, ул 40 йыл буйы колхоз эшенә тырыш хеҙмәт һалған атаһы хаҡында бәйән итә-итә лә һуңынан колхоз ҡоролошо “әҙерҙе көтөп ятыу психологияһын милли сифатҡа әйләндерҙе” тигән фекерҙе белдерә. Ә кем әҙерләп ҡуйҙы һуң уларға байлыҡты? Сит илдән аҙыҡ, тауар ташыу юҡ ине ул саҡта.
Беҙҙең ил өсөн коллектив хужалыҡтар – иң кәрәкле юл, тип әйтер инем. Әйҙә ул колхоз тип аталмаһын, ниндәй исемдә булыуы әһәмиәтле түгел, ләкин коллектив хужалыҡ итеү элек-электән үҙен аҡлаған. ТОЗ-дарға ойошоуға, мәҫәлән, берәү ҙә мәжбүр итмәгән. Халыҡ үҙе ойошҡан, сөнки ерҙе бергәләшеп, ҙурыраҡ техника менән эшкәртеү һәр саҡ уңайлы булған. Сит илдәрҙә — икенсе тормош, икенсе традиция, икенсе менталитет. Улар менән сағыштырып ҡына, беҙҙең илде фермер хужалыҡтары менән тултырып булмай. Беҙҙә лә булһын фермерҙар, үҫә генә күрһендәр, ләкин бер ҡатарҙан коллектив хужалыҡтар ҙа йәшәһен. Улар үтә лә кәрәк. Бына хәҙер күп урындарҙа пай ерҙәре бүленгән. Ерҙе хужаһы булған һәр кеше лә үҙе генә эшкәртә, унан файҙалана, күбеһе ҡуртымға биреп, уның өсөн килем дә ала алмай. Һис шикһеҙ уларҙы берләштереп, бергәләшеп техника һатып алып, колхоз кеүек ҙур булмаһа ла, күмәкләшеп ойошоп хужалыҡ итеү фарыз. Шулай булғанда, бәлки, ауылдар яңырыр, кешеләр ултыраҡ тормошҡа кире ҡайтыр, ситтә олағып йөрөмәҫ. Был юлдарҙы уҡып, кемдер килешмәҫ тә, шулай ҙа уйлағанымды яҙҙым. Һис шикһеҙ, колхозда бушҡа эшләү, аҡсаһыҙ йәшәү яғында түгелмен.
Телгә алынған мәҡәләлә совет власы ваҡытындағы ҡайһы бер кәрәкмәгән сикләүҙәр хаҡында ла һүҙ бара. Автор хаҡлы, ул сикләүҙәр: мал башын сикләү, баҡса майҙанын киҫеп алыу төптө хата булған. Ә шул яңылышлыҡтарҙы бөтөрөүҙе етәкселәр юлға һала ала ине бит.
Колхоз ҡоролошо ауылда эскелектең ғәйәт киң таралыуына килтерҙе тип раҫлау менән дә килешмәйем. Эскелек нәҡ колхоздар таралып, кешенең ҡулынан эш тартып алынғас ҡолас йәйҙе. Батырыраҡтар, баҙығыраҡтар үҙ эшен асып ебәрҙе, ләкин улар бит һәр ауылда бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Фекеремде дөйөмләштереп әйткәндә, беҙҙең ил өсөн хужалыҡтарҙың төрлө формаһын үҫтереү ҡулайлы, ә хөкүмәт ауыл хужалығының бөтә ойошмаларына ла ихлас ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслы.
Сәнә САБИРЙӘНОВА,
хеҙмәт ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә