Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ир-ат күберәк булһа…
Ир-ат күберәк булһа… Японияла педагогтарҙың 80 процентын ирҙәр тәшкил итһә, Рәсәйҙә ошондай уҡ күләм ҡатын-ҡыҙға тура килә. Шул уҡ ваҡытта иғтибар итегеҙ: уларҙағы мәғариф тармағы беҙҙекенән күпкә алға киткән. Көслө зат тәрбиәһе ҡаты инде ул!
Былтыр яҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында уҙғарылған төбәк-ара конкурсты яҡтыртырға насип булғайны. Сарала бер хәлгә иғтибар итмәй булдыра алманым: 55 конкурсанттың 54-е ҡатын-ҡыҙ ине. Ә ҡайҙа һуң ир-егет? Нимә хаҡында һөйләй был күренеш? Ниңә тел серҙәренә төшөндөрөү көслө зат өсөн хас түгел? Теш үтмәйме, әллә хеҙмәт хаҡы аҙмы? Бәлки, ир-ат был һөнәрҙе ҡатын-ҡыҙ эше тип ҡарайҙыр? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Стәрлетамаҡ районындағы Константиноградовка мәктәбе директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Данис УРМАНШИН менән бергә эҙләнек.



– Данис Миңләхмәт улы, педагог һөнәрен һайларға һеҙҙе ниндәй уй-маҡсат этәрҙе?
– Дөрөҫөн әйткәндә, табиптар нәҫеленән булараҡ, кешеләрҙе дауалау юлын һайларға тейеш инем. Мәғариф тармағына осраҡлы килеп эләктем, тиергә мөмкин. Хәйер, кешенең тәнен дауалау ғына түгел, уның күңелен, аңын үҫтереү ҙә иң изге бурыс икәненә тиҙ төшөндөм.
– Осраҡлы, әммә тос эләккәнһегеҙ икән улай булғас! Юғары уҡыу йортон тамам­лауығыҙға өс кенә йыл булыуға ҡарамаҫтан, директорлыҡ “ҡамытын” да кейеп өлгөр­гәнһегеҙ…
– Диплом алғас, райондың Уҫылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙым. Эшкә көн дә ҡаланан йөрөй торғайным. Ике йыл элек иһә Константиноградовкаға күстем. Уҫылыла ла, бында эшләгәндә лә район, республика конкурстарынан “баш сыҡманы”. Күрәһең, ошо холҡом “ғәйепле” булғандыр – мәктәп коллективына етәкселек итеү бурысын тапшырып ҡуйҙылар.
– Йәш башлыҡты хеҙмәттәштәре тыңлай­мы һуң?
– Коллектив башлыса тап йәштәрҙән тора. Шуға ла бер-беребеҙҙе еңел аңлайбыҙ: уртаҡ фекер, тормош мәшәҡәттәре... Әлбиттә, арабыҙҙа тәжрибәле остаздарыбыҙ ҙа бар. Уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалып, кәңәштәрен тотоп эшләйбеҙ.
Уҡыу йортоноң уңышы коллективҡа ғына түгел, урындағы власҡа ла бәйле. Һәр мәсьәләне уның менән бергә тормошҡа ашырабыҙ.
– Ә уҡыусылар менән уртаҡ телде нисек табаһығыҙ?
– Быуаттар дауамында нығына һәм үҫешә барған мәғариф тармағында балаларҙы тәрбиәләү йәһәтенән, әлбиттә, бихисап алым эшләп килә, камиллаша. Шулай ҙа уҡыусыны дәрескә ылыҡтырыу өсөн, минеңсә, иң тәүҙә уның менән уртаҡ тел табыу отошло. Һәр баланың ҡыҙыҡһыныу даирәһен, мөмкинлектәрен иҫәпкә алып эш итергә кәрәк. Үҙемдең дәрестәрҙә ошо ысулды ҡулланам.
– “Уҡытырға ваҡыт юҡ”, тип зарлана бөгөн педагогтарҙың күбеһе. Ысынлап та, ҡағыҙ мәшәҡәте баҫты түгелме уларҙы?
– Эйе, һәр беребеҙгә секретарь кәрәк, тип шаяртҡандар ҙа юҡ түгел. Отчет, план төҙөүгә генә лә бихисап ваҡыт сарыф ителә. Ләкин, минеңсә, шул ҡағыҙ мәшәҡәтен ваҡытында башҡарып килһәң, уҡытыуға ҡамасаулыҡ тыумай. Һәр эштең ваҡытында атҡарылыуы мөһим. Икенсе яҡтан, нисек кенә булмаһын, белгес төп бурысынан ситкә тайпылырға тейеш түгел. Ә уҡытыусыға төрлө мәшәҡәт менән мәктәптә хатта төнгә ҡәҙәр ултырырға тура килгән ваҡыттар була…
– Сер түгел: илдә педагогтарҙың күбеһе өлкән йәштә. Бер нисә йылдан был күрһәткес тағы ла артасаҡ, ти белгестәр…
– Проблемаға бер яҡлы ғына ҡарамаҫ инем. Мәсьәлә мәктәп коллективына ла, урындағы халыҡҡа ла, власҡа ла берҙәй бәйле. Әйтәйек, төпкөлдә ятҡан ауылға йәш кеше килергә атлығып тормауы сер түгел. Бынан тыш, минеңсә, хаҡлы ялдағыларҙың урынын бирергә теләмәүе лә ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта мәктәпкә тәжрибәле уҡытыусыны тотоу отошло.
Йүнәлештәр буйынса ла айырмалыҡ юҡ түгел. Мәҫәлән, беҙ химик-биолог эҙләгән ваҡытта мәктәпкә бер нисә филолог эш һорап мөрәжәғәт итте. Ауылдарҙа йәш физик-математиктарҙы ла табыуы ҡыйын.
– Бөгөн башҡорт телен уҡытҡан егет­тәребеҙ бик аҙ. Ә һеҙ, күптәргә өлгө күрһәтеп, ҡаланан ауылға эшкә килгәнһегеҙ. Башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандар араһында ниңә үҙ һөнәренә тоғро ҡалғандар бик һирәк икән?
– Был йәһәттән “Әллә көслө зат ҡурҡаҡмы?” тигән шикле уй ҙа урап үтмәй мине. Үҙем, мәҫәлән, балаларға башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтәм. Был эш тәү ҡарашҡа ғына ауыр ул. Телебеҙҙе барлыҡ милләт балалары ла ихлас өйрәнергә теләй. Ә педагогтарҙың ҡайһы берҙәре, минеңсә, быны күрмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, арабыҙҙа ир-егет күберәк булһа, телде үҫтереү бер баҫҡысҡа күтәрелер ине. “Уҡытыусы ағай”ға ҡараш икенсерәк була бит.

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.



Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә