Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дәүерҙәрҙең тере шаһиты
Биштирәктә үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында Ғәрифә Абдрахман ҡыҙы Каракенованы сәхнәгә саҡырып, ауылдың тарихын һөйләүен үтенделәр. Ул ошо төбәккә бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Форсаттан файҙаланып, инәйҙең тормош юлының бер арауығын аҡ ҡағыҙға төшөрҙөм.
1921 йылда тыуған Ғәрифә Абдрахман ҡыҙы үҙе хаҡында ошоларҙы бәйән итте.
— VI класты тамамлағас, 17 йәшемдә грамоталылыҡҡа өйрәтеү өсөн Биштирәккә ебәрҙеләр. Ул саҡта (1938 йылда) әлеге ауыл урынында барлығы ике генә өй ине. Ғәли Каракеновтың йорто хәҙерге ауыл уртаһында урынлашҡайны, икенсеһе — уның ҡустыһы Сарсанбайҙыҡы. Ошонда Авзал Ҡотомов менән ғаилә ҡорҙоҡ, әммә бергә оҙаҡ йәшәй алманыҡ, ул 1941 йылда һуғышҡа китеп, Харьков ҡалаһында һәләк булды. Аҙаҡ Сарсанбай менән донъя көттөк, икенсе ҡатынлыҡҡа барҙым, һигеҙ балаға ғүмер бүләк иттем. Көнитмеш бик ауыр ине. Төндә чабан ҡатындарын уҡыттым, көндөҙ эшләнем. Ике йыл ғына аң-белем бирҙем, артабан яланаяҡ һарыҡ көттөк, шөшлө һатып алып, йүкә ағасын киптереп, сабата үреп һаттым. Тик торған бер генә минут та булманы, көнөнә иллеләгән һарыҡ бәрәсләй ине, уларҙы хәлебеҙҙән килгәнсә тәрбиәләргә тырыштыҡ. Шулай ауыр тормош кисерҙек.
Еңеү яулағандан һуң ауылға күсә башланылар. Мәҫәлән, Ширхандан (Йылайыр районы, хәҙер ул ауыл юҡ), Урыҫбайҙан (Хәйбулла районы) килеп төпләнделәр. Биштирәктә балсыҡ менән һыланған, нигеҙһеҙ, һалам башлы бәләкәй генә өйҙәрҙә йәшәнек. Йәй буйы Шайтанҡарала яттыҡ, ғинуарға тиклем һарыҡтарҙы тибендә йөрөттөк.
“Һуғыш бөткән” тигән хәбәрҙе ишетеп ҡыуанып, ҡатын-ҡыҙ менән байрам итергә булдыҡ, мин һарыҡ һуйҙым. Ғимранов тигән директор, Сироткин фамилиялы управляющий Еңеү менән ҡотланы, һут тигән булып бер эсемлек ҡалдырҙы. Баҡтиһәң, ул араҡы булған. Нисек эсергә белмәнек, ҡалаҡҡа һалып йоттоҡ. Ҡәһәрле яуҙың тамамланыуына һөйөндөк, шатлыҡты әйтеп аңлатырлыҡ та түгел. Ул ауыр йылдарҙа һуғышҡа һарыҡ һөтөнән брынза яһап ебәреп торҙоҡ. Көн һайын таң менән үгеҙ егеп, район үҙәгенә брынза алып барабыҙ, кис кенә әйләнеп ҡайтабыҙ. Йән башына көнөнә 200-әр грамм икмәк һәм эремсек бирҙеләр. Алһыҙ-ялһыҙ эшләнек, бала бағыу ҡайғыһы юҡ, ҡыҙымды, һыйыр һөтө эсереп, ҡәйнәм ҡараны.
Еңел дәүер булманы. Чабан хеҙмәтенең ауырлығын үҙе эшләгән кеше генә беләлер. Йылдар үтә торҙо, элек ике генә өйҙән торған төбәккә тирә-яҡтан “бында эш бар, тимәк, ашы ла булыр” тип килә торҙолар. Ауыл шулай яйлап ҙурайҙы. Мунсалай ғына өйҙә өс ғаилә йәшәнек. Әммә тарһынманыҡ, һүҙгә килешмәй татыу инек. Барыһына бер мунса һәм сепарат булды. Кейемһеҙлек тә үҙәккә үтте. Ҡыуандыҡҡа йәйәүләп барып, дебет, май, йомортҡа кеүек әйберҙәрҙе урыҫтарҙың иҫке кейеменә алыштырҙыҡ. Әлеге заманда халыҡ рәхәт тормошта йәшәүен аңлап етмәгән һымаҡ. Пенсиям аҙ булһа ла, шөкөр итәм, сөнки әсәйҙәребеҙгә ул бөтөнләй тәтемәне. Йәшлегебеҙҙең нисек үткәнен тәфсирләп һөйләһәм, ҡыҙҙарым: “Ҡуй, кешегә шулай тип һөйләп ҡуйма, ышанмаҫтар”, — ти. Ысынлап та, элек әҙәм балаһы ҡыйынлыҡтарға тешен ҡыҫып түҙеп булһа ла, йәшәргә ынтылды. Ә беҙҙең көнитмеш нисек ине?! Һөйләй китһәң... Һаламдан түшәк эшләнек, алабута киптереп, үлән көлөнә май ҡушып, һабын яһаныҡ, һауыт-һаба булмағас, ҡулдан яһалғанын тотондоҡ. Сәйебеҙ бөрлөгән япрағы менән мәтрүшкә төйөлгән онтаҡ ине. Һарыҡ һөтөн эретеп эстек, кейем еткерә алмай йонсоноҡ. Биштирәктә мәктәп тау башында ине, балалар шунда тиклем яланаяҡ йөрөнө.
Ауылға Биштирәк тигән исемдең ҡушылыу тарихы ябай ғына: был урында биш мөһабәт тирәк үҫкән. Борон бында Байыш байҙарының йәйләүе булған.
Сығышым менән Бишөйлө ауылынанмын, ҡыҙ саҡтағы фамилиям — Хәмиҙуллина. Байышҡа йәйәү йөрөп уҡыным. Атайым — илленсе, әсәйем алтмышынсы йылда вафат булды. Һеңлеләрем иллегә лә етмәй гүр эйәһе булды, — тип ул ауыр хәтирәләрен тағатты.
Ғәрифә инәйҙең зиһене теүәл, телмәре бай. Әле ул Ҡыуандыҡ ҡалаһындағы ҡыҙы тәрбиәһендә, алты балаһы иҫән-һау. Оҙон ғүмер кисереүсе инәй ошо көндәрҙе, заман матурлығын күрә алыуына ҡәнәғәтләнеп, шөкөр итеп йәшәй. Һөйләйһе тарихы оҙон уның, инәйҙең иҫән-һау сағында ошо дөрөҫлөктө һанға һуғыусы, йыйыусы табылһа, бай мәғлүмәт тупланыр ине.
Әнисә БИКТАШЕВА.
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә