Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәтерҙә ҡалырлыҡ ай
Хәтерҙә  ҡалырлыҡ ай Март — йылдың өсөнсө айы. Ул беҙҙең эраға тиклемге VIII быуат аҙағынан алып ошо исем менән йөрөй. Атамаһы боронғо Римда һуғыш һәм һаҡланыу аллаһы Марсҡа бәйле (Martius mensis), сөнки унда һауа торошо яҡшырыу менән хәрби кампаниялар башлау уңыш килтерә, тип фараз ҡылғандар.


Беҙҙең илгә “март” исеме Византиянан килгән һәм 1492 йылға тиклем йылдың беренсе айы булып торған. 1700 йылдан алып өсөнсөгә күскән. Мартты төрлө ваҡиғалар менән бәйләгәндәр: Рәсәйҙә – “яңырыу” (крәҫ­тиәндәр, иҫке бурыстарын түләп бөтөрөп, яңыларын алған); чехтарҙа – “йәй башы”; сак­сондарҙа – “тигеҙ ай” (көн менән төндөң оҙон­лоғо тигеҙләнә); инглиздәрҙә – “буран айы”; славяндарҙа – “тамсы айы” һәм башҡалар. Һу­ңыраҡ Европала тағы ла яңы исемдәр бар­лыҡҡа килгән: “ер айы” (финдарҙа), “ҡайын айы” (словактарҙа), “һут айы” (белорустарҙа), “ялғанлыҡ айы” (хорваттарҙа), “ҡара ҡарға айы” (Литвала) һ.б.
Ошо исемдәр, ысынлап та, был айҙа ваҡи­ғаларҙың киҫкен боролош яһауын күрһәтә. Башҡаларҙан айырмалы, мартта хәтерҙә ҡа­лырлыҡ ваҡиғалар күп. Был айҙа күҙәтелгән күп кенә билдәләр тормошҡа аша. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
lҡоро март менән еүеш май – өҫтәлдә бутҡа менән карауай;
lҡоро март – уңышҡа;
lмарт томаны – йәйге ямғыр;
lғинуарҙа март булһа, мартта ғинуар булыр;
lиртә яҙ ышанысһыҙ;
lһуң килгән яҙ алдашмай;
lҡоштар күпләп ҡайтһа, яҙ тиҙ килә;
lҡоштар тура ояға ҡайтһа, яҙ иртә килә;
lҡоштар ояларын ағастың көньяҡ яғында ҡорһа, яҙ һыуыҡ була;
lһаҙ ҡоштары ояларын күтәрһә, яҙ һәм йәй башы еүеш була;
lкөҙ дарманы яҙҙы төҙәтә.
Яҙғы ваҡиғалар:
lмарт башында ҡара ҡарғалар килә;
lкөн һайын тиерлек тамсы тама;
lҡар баҫылып, уның өҫтөндә ҡалын тото­роҡло ҡаплау барлыҡҡа килә;
lөйкөм болоттар ғәҙәти күренешкә әйләнә;
lсәпсектәр күләүектәрҙә ҡойона башлай;
l21 март – көн һәм төн оҙонлоҡтары тигеҙ­ләнә;
lайҙың өсөнсө ун көнлөгөндә һауа тем­ператураһы 0 градустан өҫкә күтәрелә башлай;
lтал көсөкләй;
lылыҫлы ағастар орлоҡтарын ҡоя;
lсәтләүек ҡыуаҡтары һеркәләрен осора башлай;
lҡарҙан әрселгән урындарҙа беренсе сәскә – үгәй инә сыға;
lурман ситтәрендә бүре емеше сәскә ата;
lҡуяндар, тейендәр ҡышҡы тундарын һала;
lҡайын һәм саған һут бирә башлай;
lҡуян балалары тыуа;
lҡояш йылытҡан урындарҙа иңкештәр һәм күбәләктәр оса башлай;
lйылғаларҙа әкренләп һыу күтәрелә һ.б.
Март айында көндөң оҙонлоғо 10 сәғәт 40 ми­нуттан 13 сәғәткә етә.
Тәбиғәттең һәр мөйөшөндә шул ергә генә хас ваҡиғалар бара: беренсе йәшел үлән, сәскә, тәүге бөжәктәр, ҡоштар, шишмәләр асы­лыуы, балыҡтар уйнауы, кеше тормошо һәм эшмәкәрлеге. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә, ҡыштан ялҡып, яҙғы кейемгә күсәбеҙ (тышта һалҡынса булһа ла), ваҡиғаларҙы ҡыҙығып күҙәтәбеҙ, һоҡланабыҙ, ниндәйҙер теләктәр теләйбеҙ.
Әйҙәгеҙ, быйыл да яҙҙы дәррәү ҡаршы­ла­йыҡ, йылы йәйҙәр, көҙгө мул уңыш юрап, тағы ла бер матур миҙ­гел­де һөҙөмтәле үткә­рә­йек. Ниндәй­ҙер ва­ҡи­ғалар тура­һында хәбәрҙар бул­һағыҙ, редак­цияға яҙып ебәрегеҙ.


Инбер ЯППАРОВ,
Башҡорт дәүләт университеты
доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә