Март — йылдың өсөнсө айы. Ул беҙҙең эраға тиклемге VIII быуат аҙағынан алып ошо исем менән йөрөй. Атамаһы боронғо Римда һуғыш һәм һаҡланыу аллаһы Марсҡа бәйле (Martius mensis), сөнки унда һауа торошо яҡшырыу менән хәрби кампаниялар башлау уңыш килтерә, тип фараз ҡылғандар.Беҙҙең илгә “март” исеме Византиянан килгән һәм 1492 йылға тиклем йылдың беренсе айы булып торған. 1700 йылдан алып өсөнсөгә күскән. Мартты төрлө ваҡиғалар менән бәйләгәндәр: Рәсәйҙә – “яңырыу” (крәҫтиәндәр, иҫке бурыстарын түләп бөтөрөп, яңыларын алған); чехтарҙа – “йәй башы”; саксондарҙа – “тигеҙ ай” (көн менән төндөң оҙонлоғо тигеҙләнә); инглиздәрҙә – “буран айы”; славяндарҙа – “тамсы айы” һәм башҡалар. Һуңыраҡ Европала тағы ла яңы исемдәр барлыҡҡа килгән: “ер айы” (финдарҙа), “ҡайын айы” (словактарҙа), “һут айы” (белорустарҙа), “ялғанлыҡ айы” (хорваттарҙа), “ҡара ҡарға айы” (Литвала) һ.б.
Ошо исемдәр, ысынлап та, был айҙа ваҡиғаларҙың киҫкен боролош яһауын күрһәтә. Башҡаларҙан айырмалы, мартта хәтерҙә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күп. Был айҙа күҙәтелгән күп кенә билдәләр тормошҡа аша. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
lҡоро март менән еүеш май – өҫтәлдә бутҡа менән карауай;
lҡоро март – уңышҡа;
lмарт томаны – йәйге ямғыр;
lғинуарҙа март булһа, мартта ғинуар булыр;
lиртә яҙ ышанысһыҙ;
lһуң килгән яҙ алдашмай;
lҡоштар күпләп ҡайтһа, яҙ тиҙ килә;
lҡоштар тура ояға ҡайтһа, яҙ иртә килә;
lҡоштар ояларын ағастың көньяҡ яғында ҡорһа, яҙ һыуыҡ була;
lһаҙ ҡоштары ояларын күтәрһә, яҙ һәм йәй башы еүеш була;
lкөҙ дарманы яҙҙы төҙәтә.
Яҙғы ваҡиғалар:
lмарт башында ҡара ҡарғалар килә;
lкөн һайын тиерлек тамсы тама;
lҡар баҫылып, уның өҫтөндә ҡалын тотороҡло ҡаплау барлыҡҡа килә;
lөйкөм болоттар ғәҙәти күренешкә әйләнә;
lсәпсектәр күләүектәрҙә ҡойона башлай;
l21 март – көн һәм төн оҙонлоҡтары тигеҙләнә;
lайҙың өсөнсө ун көнлөгөндә һауа температураһы 0 градустан өҫкә күтәрелә башлай;
lтал көсөкләй;
lылыҫлы ағастар орлоҡтарын ҡоя;
lсәтләүек ҡыуаҡтары һеркәләрен осора башлай;
lҡарҙан әрселгән урындарҙа беренсе сәскә – үгәй инә сыға;
lурман ситтәрендә бүре емеше сәскә ата;
lҡуяндар, тейендәр ҡышҡы тундарын һала;
lҡайын һәм саған һут бирә башлай;
lҡуян балалары тыуа;
lҡояш йылытҡан урындарҙа иңкештәр һәм күбәләктәр оса башлай;
lйылғаларҙа әкренләп һыу күтәрелә һ.б.
Март айында көндөң оҙонлоғо 10 сәғәт 40 минуттан 13 сәғәткә етә.
Тәбиғәттең һәр мөйөшөндә шул ергә генә хас ваҡиғалар бара: беренсе йәшел үлән, сәскә, тәүге бөжәктәр, ҡоштар, шишмәләр асылыуы, балыҡтар уйнауы, кеше тормошо һәм эшмәкәрлеге. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә, ҡыштан ялҡып, яҙғы кейемгә күсәбеҙ (тышта һалҡынса булһа ла), ваҡиғаларҙы ҡыҙығып күҙәтәбеҙ, һоҡланабыҙ, ниндәйҙер теләктәр теләйбеҙ.
Әйҙәгеҙ, быйыл да яҙҙы дәррәү ҡаршылайыҡ, йылы йәйҙәр, көҙгө мул уңыш юрап, тағы ла бер матур миҙгелде һөҙөмтәле үткәрәйек. Ниндәйҙер ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булһағыҙ, редакцияға яҙып ебәрегеҙ.
Инбер ЯППАРОВ,
Башҡорт дәүләт университеты
доценты.