Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт теленең өс тағаны
(Аҡъюл, “Ҡыуаҡан ҡойроғо” ҡасан ҡырҡылыр?”,
2014 йыл, 6 сентябрь)
Ваҡыт үтә торҙо. Башҡортлоҡто бөгөнгө башҡорт китабы телендә генә таныған бер нисә быуын үҫеп етте. Шул ҡарашҡа бәйле аң-зиһен формалашты. Был үҙ нәүбәтендә башҡорт теленең үҙ милләте эсендә эш итеү даирәһенә йоғонто яһамай ҡалманы, күп кенә башҡорт һөйләштәренең этник сығышына ҡарата шик уятты. Былар барыһы ла башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ үҙ этносына үтеп инеүен ауырлаштырҙы, хатта уның милли беришлек нигеҙендә тупланыуына кире йоғонто яһаны, тип тә әйтергә булалыр.
Шуға күрә төньяҡ-көнбайыш диалектының, үҙ ваҡытында республикала иң юғары инстанция кимә­лендә кире ҡағылғаны кеүек, шул уҡ кимәлдә танылыуы үтә мөһим ине. Ә бындай һығымта яһауға башҡорт тел ғилеме тарафынан яңы быуат башына ныҡлап нигеҙ һалынғайны инде. Уҙған быуаттың 90-сы йыл аҙаҡтарында төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тары һөйләштәренең үҙаллы диалект рәүешендә танылыуы ошо юлда башҡорт тел ғалимдарының ҙур ҡаҙанышы булды. Ул үҙенең дәүләт мәнфәғәттәре күҙлегенән дә шулай баһаланыуын көттө. Әле һүҙ төньяҡ-көнбайыш диалектына дәүләт теле статусын ҡайтарып биреү хаҡында бара, сөнки ул да тәү баштан уҡ барлыҡ башҡорт һөйләштәре менән бер дәрәжәлә быға хоҡуҡлы ине.

Үҙ өлөшөбөҙҙө ситләттек…

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләштә­ренең үҙаллы диалект итеп танылыуы башҡорт теленең дәүләт теле статусында яңы этапҡа инеүенә тиң ваҡиға булды. Хәҙер инде ул республикала барлыҡ баш­ҡорт һөйләштәре өсөн дә аныҡ дәлилгә әүерелә ине. Быға ул оҙон юл үтеп килде. Унда Башҡортостан Башлығы тарафынан төньяҡ-көнбайыш башҡортта­ры һөйләштәренә үҙаллы диалект рәүешендә баһа бирелеүенең әһәмиәте ҙур булды.
Рөстәм Хәмитов яңы вазифаға инеүенә ике ай тулыу айҡанлы биргән интервьюһында, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшенең башҡорт те­ленең үҙаллы диалект булыуы ғилми нигеҙҙә күптән аныҡланған, тине. Был һөйләштең татар теле менән яҡынлығы урыҫ һәм украин телдәре араһындағы оҡшашлыҡҡа ҡарағанда күпкә яҡыныраҡ, башҡорт менән татар тәржемәсеһеҙ аралаша, был яҡын­лыҡ­ты мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендәге яҡынлыҡ тағы ла көсәйтә төшә.
Республика етәксеһенең был һүҙҙәре әҙәби тел тирәһендә уҙған быуаттың 20-се йылдарынан килгән бәхәскә барып сыҡҡандай була. 1921 йылда Яҙыусылар бүлексәһе тарафынан Тамъян-Ҡатай һөйләшенең әҙәби тел итеп алыныуы унан башҡа барлыҡ башҡорт һөйләштәренең, шул иҫәптән Юрматы, Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Ете ырыу, Дим буйы, Туҡ һәм Соран башҡорттары һөйләшенең, татарлашҡан булыуын раҫлауға нигеҙләнгәйне. Бүлексә ултырышында ҡатнашҡандарҙың күпселеге башҡорттар менән татарҙар араһындағы мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендә быуаттар һуҙымында килгән яҡынлыҡтың телдә лә үҙ сағылышын табыуын күреп еткерә алманы, уны икенсе яҡтың ғына өҫтөнлөгөнә ҡайтарып ҡалдырҙы. Әҙәби телгә бәйле юрматысылар менән ҡыуаҡансылар араһында килеп тыуған бәхәстең дә төп сәбәбе шунда ине.
Булмаһа, йәнә күренекле мәғрифәтсе М. Өмөт­баевтың “Йәдкәр”енә күҙ һалайыҡ. Ул: “Күп һүҙ­ҙәр Урта Азия халыҡтарынан, атап әйткәндә, сы­ға­­тайсыларҙан үҙләштерелгән. Шуға ла һөйлә­шеү­ҙә ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре ҡулланыла”, – тип яҙа. Икенсе бер тапҡыр: “Башҡорт теле элек тә, хәҙер ҙә төрки ҡатышмаһынан тора”, – тип өҫтәп ҡуя. Шуның менән яҙыусы башҡорт теленең тәбиғәтен тағы ла асығыраҡ итеп әйтеп бирә. Шул саҡ “сыға­тайсылар” төшөнсәһе лә аныҡлана төшкәндәй була. Ул беҙҙе башҡорттарға һәм татарҙарға күп быуаттар хеҙмәт итеп килгән сығатай әҙәби теленә алып барып сығара. Уның нигеҙендә иһә төрки теле ята. Урта Азияла бер көн килеп төрки теленең өҫтөнлөк алыуы, алда һүҙ булғанса, Сыңғыҙ хандың икенсе улы Сығатай исеменә бәйле.
Төрки халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың мәҙәни тормошона сығатай әҙәби теле, сығатай төркие төшөнсәһенең тәрән үтеп ине­үе үҙенең башын шунан ала ла. Был әҙәби телдең еңеүле аҙымы хаҡында ХIХ быуат урталарында йәшәгән ҡаҙаҡ ғалимы Чоҡан Вәлиханов та ҡаҙаҡ йәштәренең төрки теленең сығатай һөйләшендә (ул үҙенең хеҙмәтен урыҫ телендә яҙған, шунда “джагатайское наречие тюркского языка” тигән төшөнсәне ҡуллана) әҙәби әҫәрҙәр уҡыуының ҡәҙимге күренеш булыуын яҙып ҡалдырған.
Үҙ заманында билдәле шәхес Ғөбәй Дәүләтшин да, 1929 йылда Башҡортостан яҙыусылары кон­фе­рен­цияһындағы докладында әҙәби мираҫ мәсьә­ләһенә ҡағылышлы шул осорҙо күҙ уңында тотоп: “Ул саҡта татар әҙәби теле лә, башҡорт әҙәби теле лә юҡ ине. Татарҙар ҙа, башҡорттар ҙа төрки телдәре ғаиләһенең сығатай шиүәһендә яҙҙы”, – тип раҫлай.
Шулай итеп, башҡорт һәм татар телдәренең оҙайлы дәүер сығатай әҙәби телен ҡулланыуы эҙһеҙ үтмәй, улар уның йоғонтоһонда, М. Өмөтбаев фекерен образлы итеп әйткәндә, бер үк дәрәжәлә “сы­ға­тайлашыу” процесын кисерә, был уҡыу-яҙыуҙа ғына түгел, һөйләштә лә асыҡ сағылыш таба, ике телгә лә бер үк дәрәжәлә ҡулланышҡа инә, ике телдең дә уртаҡ тел байлығына әүерелә. Шунан килгән баш­ҡорт һәм татар телдәре араһындағы яҡынлыҡ һәм оҡшашлыҡ үҙ ваҡытында башҡорт телен үтә ауыр хәлдә ҡалдыра, сөнки сығатайсыларҙан килгән сифаттар нығыраҡ сағылышын тапҡан башҡорт шиүә­ләре үҙ этник асылын юғалтыуҙа ғәйепләнеп, әҙәби телдән ситләштерелеүгә осраны, уларҙың быуаттар буйы туплап килгән байлығы ошо оҙон юлды бер­гәләп үткән татар теле байлығына ҡайтарып ҡал­дырылды. Һөҙөмтәлә башҡорт теле үҙ тарихының яңы битен асҡанда татар теленән айырмалы традициялар өҙөклөгөнә дусар ителде, ҡаты һынау алдына ҡуйылды. Яңы әҙәби тел, үҙенән элекке әҙәби телдәрҙән (ғәрәп, фарсы, сығатай төркие) айырмалы, тотош милләткә берҙәй үк дәрәжәлә хеҙмәт итеү бурысын үҙ өҫтөнә алыуҙан үтә алыҫ булып сыҡты. Был уның үҙ дәүләт телен тормошҡа ашырыу вазифаһына ла ҡайтып ҡала ине, сөнки бының өсөн уның дәүләт теле һымаҡ уҡ үҙ халҡының дөйөм ҡаҙанышы итеп танылыуы кәрәк булды.
Шуға күрә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөй­ләш­тәренең үҙаллы диалект булып танылыуын ошо төйәк башҡорт теленең дәүләт теле статусы алыуына тиң ваҡиға тип баһаларға булалыр, сөнки дәүләт теле статусы башҡорт телен бер бөтөн итеп күҙал­лап, ошо бер бөтөнгә ҡайтып ҡала ине. Шул сәбәпле һәр башҡорт һөйләше ошо бер бөтөндөң этник нигеҙе булараҡ дәүләт теле статусына эйә ине. Әммә дәүләт теле өсөн шул һөйләштәрҙе бер бөтөн булараҡ кәүҙәләндергән уртаҡ яҙыуы булыуы шарт. Был яҙыу алдында тотош милләт мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, уның бер бөтөнлөгөн нығытыуға һәм һаҡлауға хеҙмәт итеү бурысы тора ине. Шул сәбәпле төньяҡ-көнбайыш һөйләштәренең дә ошо уртаҡ яҙыу телендә үҙ урынын таба алыуы кәрәк булды. Был уларҙың үҙе генә түгел, ә тотош милләт өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә ине. Башҡорттар үҙ дәүлә­тен Ҙур Башҡортостан сиктәрендә аяҡҡа баҫты­рыуға өлгәшкәс, был айырыуса милли беришлекте һәм тупланғанлыҡты нығытыуҙа мөһим мәсьәләгә әүерелде.
Әлбиттә, башҡорт телендә өс диалект барлы­ғы­ның танылыуы хәҙерге башҡорт әҙәби теленең быуатҡа яҡын дәүерҙә үткән юлында өлгәшкән ҡаҙаныштарына һис кенә лә тап төшөрмәй. Мәсьә­ләнең асылы иң элек республикалағы башҡорт һөйләштәренең ҙур бер өлөшө үҙенсәлегенең рәсми рәүештә танылыуына ҡайтып ҡала. Башҡортостан Башлығының үрҙә телгә алынған интервьюһында башҡорт теленә бәйле фекерҙәренең асылы шунда ла. Был – төньяҡ-көнбайыш диалектының, сағыш­тырмаса татар теленә яҡын булыуына ҡарамаҫтан, үҙаллы һөйләш телен һаҡлап килеүе, башҡорт теленең этник нигеҙе булып ҡалыуы. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ танылғандан һуң уға бындай ҡараш бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн шундай уҡ тарихи ваҡиғаға тиң ине.
Алда башҡорт һәм татар телдәре араһындағы яҡынлыҡтың һәм оҡшашлыҡтың күп йәһәттән улар күп быуаттар ҡулланған уртаҡ уҡыу-яҙыу теленән (ғәрәп, фарсы һәм сығатай төркие) килгәнлеге хаҡында һүҙ бул­ғайны инде. М. Өмөтбаевтың ХIХ быуат аҙаҡта­рын­да башҡорт теленең төрки ҡатышмаһынан тороуы, унда үҙгәртелгән ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәренең күп булыуы тураһында яҙып ҡалдырғаны барыбыҙға ла билдәле. Был оҙайлы дәүерҙә татар теленең дә шундай уҡ үҙгәреш кисермәй ҡалмауы аңлашыла, әлбиттә. Ошо яҙмыш уртаҡлығы башҡорт һәм татар телдәренең киләсәген билдәләй. Улар этник нигеҙҙә үҙ туған телендәге яҙыуына күскәс тә быуаттар һуҙымында ҡалыплашҡан уртаҡлыҡ үҙенекен итә, уларҙың икеһенә лә үҙ булып ҡала. Үткән менән бө­гөнгө араһындағы күсәгилешлекте һаҡлау уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн үтә мөһим тормош фактына әүе­релә, сөнки быуаттар төпкөлөнән килгән уртаҡлыҡ нигеҙендә уларҙың һәр береһенә үҙ йөҙөн табыу кәрәк була. Был иң элек һәр милләттең артабан милли беришлеген көсәйтеүгә һәм шуның менән милли тупланғанлығын нығытыуға хеҙмәт итергә һәләтле булған әҙәби тел мәсьәләһенә ҡайтып ҡала. Ә быға ул тотош милләткә бер үк дәрәжәлә үҙ һәм яҡын булғанда ғына өлгәшә ала ине.
Үкенескә ҡаршы, башҡорт теле үҙ туған телен­дәге уҡыу-яҙыуына күскәндә, татар теленән айырма­лы, ошо күсәгилешлектән ситләшә. Уҙған бы­уат­тың 20-се йылдарында Ҡыуаҡан һөйләшенең “төп баш­ҡорт теле” булыуы хаҡындағы ҡараштың өҫтөнлөк алыуын, 60-сы йылдарҙа башҡорт телендә ике генә диалект булыуының республикала иң һуңғы инстанция юғарылығында рәсми нығытып ҡуйылыуын бары шул күҙлектән генә баһаларға мөмкиндер. Шуның менән яңы әҙәби тел тотош милләткә үҙенән элгәрге әҙәби телдәр (ғәрәп, фарсы, сығатай төркие) кеүек бер үк дәрәжәлә хеҙмәт итеү мөмкинлегенән мәхрүм ителде. Был үҙ нәүбәтендә башҡорт телен килер быуындар алдында ауыр хәлгә ҡуйҙы, уларҙа үҙ этник сығышына ҡарата икеләнеү уятып, милләттең милли беришлек, тупланғанлыҡ рухына үҙ билдәһен һалды.
Әлбиттә, үҙенән элгәрге әҙәби телдәргә ҡарата күсәгилешлек һаҡлаған татар теленә үҙ туған те­лендәге яҙыуына күсеү күпкә еңелгә тура килде, һәм ул был бурысты башҡорт теленә ҡарағанда алдараҡ тормошҡа ашырыуға өлгәште. Әммә ниндәйҙер дәрәжәлә ауырлыҡ кисермәй ҡалмай. Билдәле әҙә­биәтсе һәм тарихсы Ғ. Баттал Таймас 1925 йылда Төркиәлә донъя күргән “Казан төркиләре” исемле китабында яҙғанса, был күсәгилешлектең өҙлөкһөҙ бер процесс булыуынан килә. Автор раҫлағанса, яңы әҙәби телгә нигеҙ һалған Ҡәйүм Насыри ҙә сығатай китап теле йоғонтоһонан тиҙ генә арына алмай. Быға ҡәҙәр уртаҡ сығатай әҙәби телендә ижад иткән башҡорт уҡымышлыларының һәм әҙиптәренең был процестан ситтә ҡалмағанлығы аңлашыла, әлбиттә. Ошолай башҡорт теле сығатай әҙәби теленән татар теле менән “өйҙәш” айы­рым­ланһа ла, һуңғы сиктә күсәгилешлектән ситләшеү уны үтә лә ауыр хәлгә ҡуя. Ә инде күсәгилешлектән йыраҡ торған Ҡыуаҡан һөйләше өҫтөнлөк алғас, башҡорттарҙың уҡыу-яҙыу теленең үткәне менән хәҙергеһе араһында тәрән өҙөклөк хасил була.
ХХ быуаттың тәүге сирегендә ныҡлап аяҡҡа баҫа башлаған яңы әҙәби телгә М. Буранғоловтың 60-сы йылдарҙа “бик күп зыян килтерҙе” тип баһа биреүе әҙәби телдең үҙ халҡының ижтимағи-сәйәси һәм рухи-мәҙәни тормошонда алып торған урынын күҙҙә тотоп әйткәнлеге аңлашыла, әлбиттә. Ул, бер­ҙән, республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәк баш­ҡорт­тарының телен дәүләт теле статусынан сит­ләш­тереүгә алып барһа, икенсенән, башҡорт халҡының үҙ республикаһында һан яғынан тотҡан урыны менән туранан-тура бәйле ине. Шул сәбәпле ул, тел ғилеме сиктәренән сығып, дәүләт кимәлендәге мөһим мәсьәләгә әүерелде. Ләкин күп йылдар шул сиктәрҙә генә ҡалып килде.

Зиннур НУРҒӘЛИН,
Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы.


(Дауамы. Башы 35-36, 37-се һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 106

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 461

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527