Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағиҙел яры – баш ҡала йөҙө
Ағиҙел яры –  баш ҡала йөҙө Ағиҙел йылғаһының яры – ҡала ҡапҡаһы ғына түгел, ә Башҡортостандың баш ҡалаһының йөҙө лә ул. Күп йылдар буйы өфөләр төҙөк матур яр буйы тураһында хыялланды. Автомобилдәме, йәйәүләпме, хозурлыҡҡа һоҡланып ял итеп йөрөү үҙе бер ғүмер булыр ине лә баһа. Ниһайәт, был хыял тормошҡа аша.


Былтыр декабрҙә республика баш ҡалаһының яр буйын үҙгәртеп ҡороу маҡсатында башланған эштең беренсе өлөшө тамамланды. Ул Ағиҙел йылғаһы ярында гидротехник ҡоролма төҙөүҙән ғибәрәт ине. Бер йыл эсендә йылға ярын нығытыу өсөн инженерлыҡ ҡорамалдары реконструкцияланды. 2013 йылдың декабрендә башланған эш теүәл бер йылдан тамамланды. Ҡаланы күркәмләндереү, төҙөкләндереү саралары Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) ағзалары булған дәүләттәр башлыҡтары саммиты һәм БРИКС илдәренең дәүләт һәм хөкүмәт етәкселәре осрашыуына әҙерлек уңайынан үткәрелә. Билдәле булыуынса, республика ғына түгел, тотош Рәсәй өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә булған был саралар быйыл июль айында Өфөлә уҙасаҡ.
Реконструкция эштәрен үткәреүгә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау идаралығы тендер иғлан иткәйне. Унда Мәскәүҙән “Ортост-Фасад” компанияһы еңеү яулап, төҙөлөштөң генераль подрядсыһы булыу хоҡуғын алды. Предприятие алдында 1,3 миллиард һумлыҡ эш башҡарыу бурысы торҙо. Аҡсаның күп өлөшө федераль бюджеттан бүленде.
Ағиҙел яры –  баш ҡала йөҙөЭш күләме бик ҙур һәм ифрат ҡатмарлы ине. Ташҡын осоронда һәм унан һуң шарттар айырыуса ауыр булды. Ямғыр ҡойһа ла, ҡар яуһа ла, көҙ ҙә, ҡыш та эш туҡталманы. Йөкләмәне ваҡытында атҡарып сығыу өсөн төҙөлөштөң төрлө участкаһында эшләгән предприятиелар бар тырышлығын һалды. “Юность” комплексынан алып Салауат Юлаев һәйкәленә тиклем Ағиҙелдең яры мөһабәт төҙөлөш майҙанына әүерелде. Күпселек эште, әлбиттә, йәй башҡарып ҡалырға тырыштылар, шунлыҡтан йылы миҙгелдә бында бер юлы 500-ләгән кеше тир түкте.


Заманса ҡеүәтле механизмдар, шул иҫәптән свай ҡағыу ҡорамалдары, йөҙөү саралары, самосвалдар, күтәргес крандар һәм башҡа төҙөлөш техникаһы ярҙамға килде. Шпунтлы стенаны күтәреү буйынса төп субподрядсы Ҡазан ҡалаһынан ине, ә ер эштәренә урындағы белгестәр, эшселәр йәлеп ителде.
Ағиҙел яры –  баш ҡала йөҙөРеконструкция проекты яҡынса ете миллиард һумлыҡ эште дүрт сиратта башҡарып сығыуҙы күҙ уңында тота. Шулай итеп, беренсеһе тамамланды. “Ортост-Фасад” компанияһы яр буйын төҙөкләндереүҙең киләһе сиратына эш күләмен билдәләне. Ҡалған өс сиратты тормошҡа ашырыу 2020 йылға тиклем дауам итәсәк. Ярҙы нығытыусы инженерлыҡ ҡоролмаларын үҙгәртеп ҡороу Киров һәм Ленин райондары биләмәләрендә Ағиҙел урамынан алып тимер юл күперенә тиклемге аралыҡта үткәрелә.
Планлаштырылған эш тамамланғас, Ағиҙел буйында ҡала халҡына ял итеү өсөн иҫ киткес күркәм урын барлыҡҡа киләсәк. Йылғаға төшә торған урын ҡатлы-ҡатлы буласаҡ. Йәйәүлеләр зоналары, Дуҫлыҡ монументын Нижегородка менән тоташтырасаҡ дүрт рәтле автомобиль юлы, аллеялы киң бульвар, причалдар, барлыҡҡа киләсәк.
Проект йәйәүлеләр һәм автомобилселәр маршрутының киҫешмәүен күҙҙә тота, шунлыҡтан яр башынан һыу буйына ер өҫтө үткәүелдәре аша үтеп буласаҡ. Реконструкцияланыусы һыҙат йәшелләндереләсәк, ағастар, ҡыуаҡтар, аллы-гөллө сәскә түтәлдәре, газондар күҙҙең яуын алып торасаҡ. Архитекторҙарҙың фекеренә ҡарағанда, әүҙем ял төрҙәрен яратыусылар өсөн махсус ҡая-стеналар, велосипед юлдары, скейтпарк төҙөләсәк. Махсус күҙәтеү майҙансыҡтарынан ҡарап, ошо гүзәллеккә һоҡланып торорға мөмкин буласаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре әйтеүенсә, төҙөлөш ҡалабыҙҙың көньяҡ ҡапҡаһын төҙөкләндереп кенә ҡалмайынса, ошо төбәктә йәшәгән халыҡтың торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итәсәк. Был биҫтә күп йылдар дауамында төҙөлгән эреле-ваҡлы йорттар, аласыҡтар, коттедждар менән сыбарланған. Күбеһе иҫкергән, бер ниндәй планһыҙ урынлашҡанлыҡтан, ошо торлаҡ йорттар тирә-йүндең йәмен ебәрә. Сыйырсыҡ ояһы кеүек теҙелешкән йорттар һүтелә, ҡала хакимиәте ял буйын тулыһынса бушатыу сараһын күрә. Йорт хужаларына ҡануниәткә ярашлы норматив буйынса компенсация түләнәсәк йә барлыҡ уңайлыҡтары булған йорттарҙан фатир биреләсәк.
Ағиҙел яры –  баш ҡала йөҙөШик юҡ: яр буйы баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн генә түгел, тотош Рәсәйҙән килгән туристарҙың, сәйәхәтселәрҙең дә яратҡан урынына әйләнер. Әҙер эште быйыл йәй үк баһалай аласаҡбыҙ.


Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә