Һуңғы ваҡытта гәзит-журнал биттәрендә, Интернет селтәрендә Башҡортостан тарихының сетерекле проблемалары сағылған айырым китаптарҙа, төрлө йыйынтыҡтарҙа баҫылған мәҡәләләрҙә уйҙырмалар, тарихи ысынбарлыҡты боҙоп күрһәткән фекерҙәр һәм ҡараштар күпләп донъя күрә башланы. Ошо йүнәлештә бигерәк тә археологтар В. Иванов, Г. Обыденнова, тарихсы М. Роднов, журналист А. Шушпанов бик әүҙемләшеп китте. Халҡыбыҙҙың тарихына битараф булмаған зыялыларыбыҙ беҙгә, тарихсыларға: “Башҡортостандың тарихын, халҡыбыҙҙың үткәнен кире яҡтан ғына күрһәткәндәргә ни өсөн тейешле яуап бирмәйһегеҙ? Ҡаршы һүҙ әйтергә ҡурҡаһығыҙмы әллә?” — тигән урынлы дәғүә менән йыш мөрәжәғәт итә. Ошо һорауҙарҙы иҫәпкә алып, Нияз Мәжитов, Ғиниәт Ҡунафин, халыҡ тарихы менән ҡыҙыҡһынған билдәле йәмәғәт эшмәкәре Әсләм Арыҫланов менән берлектә Башҡортостан тарихына ҡарата булған фекерҙәребеҙҙе халыҡҡа еткереү маҡсатынан былтыр 5 декабрҙә редакцияла “Башҡортостан тарихы: ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙек. Әлбиттә, был һөйләшеүҙе “түңәрәк өҫтәл” тип нарыҡлау артығыраҡ та булғандыр. Ни өсөн тигәндә, сарала республикабыҙҙың күп кенә билдәле тарихсылары ҡатнашманы. Әңгәмәнең башҡортса барыуын иҫәпкә алып, үрҙә телгә алынған беҙгә ҡарата дәғүә белдереүселәр ҙә фекер алышыуға саҡырылманы. Беҙ, ошо “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар, Башҡортостандың, бигерәк тә башҡорт халҡының тарихына кире яҡтан ҡараусылар менән төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла осрашырға һәр саҡ әҙер.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһында үткәрелгән был осрашыу М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессорҙары В. Иванов һәм Г. Обыденнованың авторлығында “Ярым “түңәрәк өҫтәл”дең ярым хәҡиҡәте” тип аталған тәнҡиткә ҡоролған мәҡәләлә сағылыш тапты. В. Иванов менән Г. Обыденнова беҙҙең сығыштарҙы бөтөнләй инҡар итеп ташлаған, имеш, беҙ уларҙың ҡатнашлығынан тыш үҙ фекерҙәребеҙҙе әйтергә тейеш түгел. Мәсьәләне ошо юҫыҡта ҡуйыу менән һис тә килешеп булмай. Ни өсөн тигәндә, беҙ тәнҡитләгән авторҙарҙың башҡорт халҡының тарихына ҡағылған эштәре баҫылып сыҡты, һәм беҙ уларға тейешле баһа биреүҙе кире күренеш тип баһалай алмайбыҙ. Ғөмүмән, уларҙың беҙҙең сығышты “ярым хәҡиҡәт” тип атауы менән килешеүе ҡыйын.
В. Иванов күптән инде үҙ хеҙмәттәрендә Башҡортостандың тарихына ҡарата дөрөҫлөккә тап килмәгән фекерҙәре һәм һығымталары менән билдәлелек алды. Әйҙәгеҙ, уның “Откуда ты, мой предок?” тигән китабына һәм “АиФ” гәзитендә донъя күргән интервьюһына иғтибар итәйек. Уныңса, имеш, башҡорттар Көньяҡ Уралға, “борондан кеше йәшәгән донъяның иң ситтә ятҡан өлөшөнә бик һуң килеп урынлаша башлай” (IХ–ХIII быуаттар арауығында). В. Иванов бер ниндәй дәлилһеҙ башҡорттарҙың Үҙәк Азия һәм башҡа ҡитғалар менән бәйләнештә булыуын инҡар итә. Уның фекеренсә, дәүләтселек структуралары, ғөмүмән, цивилизация шауҡымы башҡорттарға тәүҙә Алтын Урҙа, һуңынан Урыҫ дәүләте тарафынан ғына индерелә башлай. Башҡорттар, авторҙың концепцияһына ярашлы, ярым ҡырағай мәжүси булған. Иванов әфәнде яҙыуынса, хатта ислам дине лә башҡорттар араһына “оло ғазаптар арҡылы” оҙаҡ ваҡыт арауығында индерелгән. Халҡыбыҙҙы мыҫҡыл итеп, беҙҙең ерҙә төҙөлгән Бәндәбикә, Хөсәйенбәк, Тура-хан кәшәнәләрен үҙенең “риүәйәттәрендә”, йәнәһе, хан һарайы, суд эштәре башҡарыу йорто, хатта төрмә итеп сағылдырған.
Шулай уҡ Иванов әфәнде үрҙә күрһәтелгән һәм башҡа яҙмаларында Көньяҡ Уралда табылған һәм асылған барлыҡ археологик ҡомартҡыларҙы тик һинд-европа, уғыр ҡәбиләләре менән генә бәйләй. Әйтергә кәрәк, уның уғыр ҡәбиләләре менән бәйле уйҙырмаларын археологтар Р. Голдина менән В. Напольских 2013 йылдың ноябрендә Сыктывкар ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй халыҡ-ара конференцияһында конкрет факттарға таянып тәнҡитләне: В. Иванов археологик ҡаҙыу эштәре алып барғанда һәм унда табылған материалдарға баһа биргәндә ысынбарлыҡҡа тап килгән күренештәрҙе инҡар итә, карталар төҙөгәндә лә күп кенә тупаҫ хаталар ебәрә. Р. Голдина менән В. Напольских күрһәтеүенсә, Ивановтың күп кенә “фәнни асыштары”, төҙөгән карталары “фантастика өлкәһенә” ҡайтып ҡала, уның эштәрендә методологик тайпылыштарҙың урын алыуына ла иғтибар ителә.
В. Ивановтың Көньяҡ Уралды кешелек донъяһының периферияһы (артта ҡалған төбәге) тип ҡарауы дөрөҫмө? Был һорауға яуап биреү өсөн күптәргә мәғлүм булған ҡайһы бер тарихи ҡомартҡыларҙы күрһәтеп китеү ҙә етә. Шүлгәнташ мәмерйәһенең боронғо таш осорона ҡараған һүрәттәре бар донъяға билдәле. (Шундай уҡ һүрәттәр Франция һәм Испаниялағы мәмерйәләрҙә лә табылған). Силәбе археологы Г. Зданович асҡан Арҡайым ҡаласығы, беҙҙең археологыбыҙ Пшеничнюктың Филиппов ҡурғандарында тапҡан алтын боландары, яңы эраның икенсе яртыһына ҡараған Өфө II ҡаласығында табылған артефакттар (Н. Мәжитов) — былар барыһы ла Ивановтың уйҙырмаларын фашлай. В. Иванов башҡорт халҡының мәшһүр эпостарын да күрмәмешкә һалыша. Ә “Урал батыр” эпосы һәм башҡа башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары башҡорттарҙың борондан уҡ Урта Азия, Иран һәм ғәрәп илдәре менән иҡтисади һәм мәҙәни өлкәләрҙә тығыҙ бәйләнештә булыуын иҫбатлай.
В. Иванов менән Г. Обыденнова күп томлыҡ башҡорт халҡы тарихының донъя күреүен ҡәнәғәтһеҙлек менән ҡаршы алды. Шуға күрә китаптың I һәм II томдарына үҙҙәренең һәм ситтән йәлеп ителгән археологтарҙың тик ҡоро тәнҡиткә таянған рецензияларын баҫтырып сығарҙылар. Улар әйткәнсә, имеш, “ете томлыҡтың ғилми етәксеһе Ҡолшәрипов әфәнде үҙенә йөкмәтелгән бурысты — Көньяҡ Уралдағы ерле халыҡтың боронғо һәм урта быуаттарҙағы тарихына хәҙерге заман талабына ярашлы фәнни күҙаллауҙы үтәй алманы”. В. Иванов менән Г. Обыденнова һүҙ ыңғайында Ҡолшәриповты I һәм II томды яҙыуҙа ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең рецензияларына яуап бирмәүҙә ғәйепләй.
Эш нимәлә һуң? Ивановтың ғилми хеҙмәттәре, үрҙә күрһәтелгәнсә, башҡорт халҡының тарихын инҡар итеүгә нигеҙләнгән. Шуны ла әйтергә кәрәк: II томдың тәүге авторҙар коллективы араһында уның да исеме бар ине. Ләкин уның яҙып килтергән материалдары алдан төҙөлгән башҡорт халҡы тарихының концепцияһына бөтөнләй тап килмәне. I һәм II томдарҙы әҙерләүҙә беҙҙән генә түгел, ә күп кенә ситтән саҡырылған абруйлы археологтар, этнологтар, фольклорсылар, тел белгестәре, тарихсылар ҡатнашты. Фән докторҙары С.Г. Боталов, А.В. Дыбо, О.А. Мудрак, Р.М. Бельвин, А.В. Богачев, И.В. Зайцев, С.Э. Зубов һәм башҡалар йәлеп ителде. Рецензияларға килгәндә, I томға Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең өлкән ғилми хеҙмәткәрҙәре С.В. Кузминых менән А.П. Зыкин ыңғай баһа бирҙе. II томды Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Н.И. Крадин, тарих фәндәре докторы В.В. Трепавлов баһаланы. Әлбиттә, I–II һәм башҡа томдарҙы ла ал да гөл тип әйтергә теләмәйем. Бындай ҙур, ете томлыҡ хеҙмәттә, әлбиттә, етешһеҙлектәр бар, уларҙы үрҙә телгә алынған һәм башҡа рецензенттар объектив рәүештә күрһәтте. Ә бына В. Иванов менән Г. Обыденнованың буш һүҙ ҡуйыртырға ҡоролған субъектив тәнҡиттәре һис тә ҡабул итерлек түгел ине. Улар “яңыса ҡараш”, “яңы методология” тип лаф ороп, дөрөҫөн әйткәндә, бер ниндәй ҙә яңылыҡ асманы. Уларҙың “методологияһы” нимәнән торғаны тураһында әйтеп үттем инде.
В. Иванов менән Г. Обыденнова беҙҙең тарихсыларға Рәсәй империяһында хакимлыҡ иткән батша самодержавиеһын идеаллаштырған, башҡорттарҙы бола сығарыуҙа ғәйепләгән һәм ихтилалдарҙа ҡатнашыусыларҙы ҡараҡ, юлбаҫар тип атаған ”яңы ҡараш” һәм “методология”ны көсләп тағырға маташа. Имеш, башҡорттар ҡаҙнаға аҙ ғына яһаҡ түләп, хан йәйләүендә йәшәгән. Был осраҡта нигеҙле һорау тыуа: ни өсөн ул саҡта “ожмах шарттарында” йәшәгән башҡорттар баш күтәргән, халҡыбыҙҙың иҫәпһеҙ-хисапһыҙ аҫыл ирҙәре һәләк булған? Күрәһең, улар башҡорт халҡының тарихын кәрәкле кимәлдә белмәй. Әгәр тарихты яҡшы белһәләр, башҡорт ихтилалдарының сәбәптәренә иғтибар итерҙәр ине. Шуныһы көн кеүек асыҡ: әгәр улар Башҡортостан тарихын үҙ ҡулдарына алһа, беҙҙең республиканың барлыҡҡа килеүе, ғөмүмән, башҡорт халҡының тарихы бөтөнләй юҡҡа сығарыласаҡ, фальсификацияға дусар ителәсәк. Ә беҙ быға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ.
Бындай һығымта яһауға улар тарафынан яҙылған “Уфаведение” уҡыу әсбабы нигеҙ бирә. VIII-IX класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән был китаптың өстән бер өлөшөн В. Ивановтың археологияға бәйле ҡараштарына нигеҙләнгән һығымталары тәшкил итә. Өфө биләмәһендә табылған бөтә археологик ҡомартҡылар иң боронғо замандан алып ХIII-ХIV быуаттарға тиклем тик һинд-европа һәм уғыр сығышлы ҡәүемдәргә бәйләнелә. Имеш, башҡорттар был тирәләргә ХIII-ХIV быуатта ғына килгән. Башҡорттарҙың ҡәлғә-ҡалалары булыуы бөтөнләй инҡар ителә. Ғәрәп ғалимы Әл-Идрисиҙең, Көнбайыш Европа географы Г. Меркаторҙың яҙмалары бөтөнләй иҫәпкә алынмай.
“Уфаведение” әсбабында авторҙар ни өсөндөр Өфө ҡалаһында йәшәүселәрҙең һаны тураһында мәғлүмәт бирмәгән. Китаптың 141-се битендә генә Өфө дворяндарының ҡала халҡының нисә процентын тәшкил итеүе күрһәтелгән (1861, 1864, 1897 йылдар). 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдары бирелмәгән. Форсаттан файҙаланып, шуны әйтергә кәрәк: тарихсы М. Роднов 1917 йылға тиклем Өфөлә башҡорттар бөтөнләй йәшәмәгән, унда тик урыҫтар һәм татарҙар ғына булған тип иҫбат итергә маташа (АиФ, 20.11.2014). Ә бит 1897 йылғы иҫәп алыу буйынса Өфөлә 3151 башҡорт һәм 2524 татар йәшәгән (Первая всеобщая перепись населения. 1897. т. ХlV. Уфимская губерния. Тетрадь 2. 1904. с. 7).
В. Иванов, Г. Обыденнова, М. Роднов “яңы концепция нигеҙендә үҙҙәренең “Бәләкәй Ватан тарихын” – “Откуда есть и пошла башкирская земля” тигән яңы китап яҙырға тотоноуҙарын иғлан иткән ине (“Вечерняя Уфа”, 2014 йыл, 10 октябрь). Был хеҙмәт донъя күрһә, уның ниндәй буласағын күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел. Ҡыҙғаныс, һуңғы йылдарҙа республикаға, башҡорт халҡына ҡаршы яҙылған мәҡәләләр һәм китаптарҙың әленән-әле баҫылып сығыуы йәмәғәтселектә ҙур борсолоу тыуҙыра.
Марат ҠОЛШӘРИПОВ,
тарих фәндәре докторы, профессор.