Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт теленең өс тағаны
Башҡорт теленең өс тағаны (Аҡъюл, “Ҡыуаҡан ҡойроғо” ҡасан ҡырҡылыр?”, 2014 йыл, 6 сентябрь)
Мәҡәләнең исеме генә түгел, унда күтәрелгән мәсьәләнең көтөлмәгәнсә ҡуйылыуы ла миндә һөйләшеүҙе, фекер алышыуҙы дауам итеү теләген уятты.

Мәсьәләнең асылы ниҙә?

“Ҡыуаҡан ҡойроғо” төшөнсә­һе­нең хәҙерге башҡорт әҙәби теленә бәйле ҡулланылышҡа инеүе уҙған быуаттың 20-се йылдарына ҡарай. Ул хаҡта заманында “Белем” журналында (1927 йыл, №12) “Беҙҙә төп тел, шиүә мәсьәләһе” тигән мәҡәләнең авторы: “1924 йыл дөйөм башҡорт ялпыһы (халҡы. – З. Н.) өсөн әҙәби тел итеп алған шиүәбеҙ (һөйләшебеҙ. – З. Н.) хәҙерге көндә майҙанда булған йәнле шиүәләр­ҙең береһен генә әсас (нигеҙ. – З. Н.) итмәне, бәлки, Юрматы шиүәһенә Ҡыуа­ҡан ҡойроғон ҡушып алынды. Үҙенә хас булған тәбиғи ҡалыбын, ҡанунын боҙоп, ике шиүәнән ойоштороп, яһалма ҡағиҙә­ләр буйынса төҙөлгәнлектән, уны үҙләш­тереү мөмкин түгел дәрәжәһендә ҡыйын ине”, – тип яҙҙы.
Аңлашылыуынса, ”Ҡыуаҡан ҡойроғо” ҡасан ҡырҡылыр?” мәҡәләһенең авторы ла, үҙе әйткәнсә, “быуатҡа яҡын дәүер”­ҙән һуң әҙәби тел мәсьәләһенә ошо күҙ­лектән яҡын килә. Хатта уны “ҡатып ҡал­ған бер догматик афәт” менән са­ғыш­тыра. Шундай һорау тыуа: “Был нимә, кем өсөн афәт, ҙур бәлә? Телгәме, әллә уның халҡынамы? Бәлки, икеһе өсөн­дөр?”
Әҙәби телгә бәйле шундай хәлдең килеп тыуыуына ҡарата авторҙың яуабы барлығын да күрмәү мөмкин түгел. Уның ике кешенең исемен телгә алып китеүе шул хаҡта һөйләй. Береһе Академүҙәк рәйесе С. Сөнчәләй булһа, икенсеһе – ошо ғилми ойошманың башында торған Ғ. Вилданов. Билдәле булыуынса, Ака­дем­үҙәк 1922 йылда Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә ойошторола һәм әҙәби тел мәсьәләһен хәл итеүгә тос өлөш индерә. Минеңсә, мәҡәлә авторы шуны иҫтә тотоп, үрҙәге ике исемде айырып күрһәткән.
Ғәмәлдә “юрматысылар” менән “ҡыуаҡансылар” араһында бар­ған бәхәстә һуңғыларының өҫтөн­лөк алыуында икенсе бер күренекле шәхес­тең өлөшө ҙур. Уның тарафынан 1923 йылдың 12 декабрендә партия өлкә комитетының башҡорт телен тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралған кәңәш­мәһендә юғары трибунанан әйтелгән һүҙ ҡыуаҡансыларҙың байрағына әүерелә. Башҡорт теленең автономиялы респуб­ли­каның тәүге көндәренән урыҫ теле менән бер дәрәжәләге дәүләт теле итеп танылыуына ҡарамаҫтан, уның яҙмаһы быға ҡәҙәр бер тапҡыр ҙа рәсми рәүештә дәүләт кимәлендә ҡаралмаған. Белеүе­беҙсә, 1921 йылда уҡ яҙыусылар бүлек­сәһе Тамъян-Ҡатай шиүәһенең әҙәби телгә нигеҙ итеп алыныуы хаҡында ҡарар ҡабул итә, ләкин был мәсьәлә үҙенең дәүләт кимәлендә рәсми рәүештә ҡуйы­лыуын көтә.
Кәңәшмәне асҡанда уҡ партия өлкә комитеты секретары Восканов, әҙәби тел мәсьәләһендә ике төрлө ҡараш булыуын билдәләп, бөгөн шуны хәл итеү бурысы тора, тип белдерә. Сарала һүҙ ҡул­ла­нылып килгән уҡыу-яҙыу теленән яңы әҙәби телгә күсеү хаҡында бара. Был иң элек уның ошо сифатта тотош милләткә үҙенән алдағы әҙәби телдәр менән бер үк дәрәжәлә хеҙмәт итергә һәләтле булырға тейешлегенән сығып фекер йөрөтөлдө. Артабан да, шул әҙәби телдәр кеүек, мил­ли беришлекте һаҡлап, милләттең туп­лан­ғанлығын нығытыу бурысы тора ине.
Әҙәби телдең үҙ милләте эсендә етди сикләүгә дусар ителеүе тап ошо кәңәш­мәнән башлана ла инде. Быға унда докладсы сифатында тәүге һүҙ әйтеү­сенең – Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы рәйесенең – абруйы сәбәпсе була. Был йәһәттән ”Ҡыуа­ҡан ҡойроғо” ҡасан ҡырҡылыр?“ мәҡәләһе авторы С. Сөнчәләй һәм Ғ. Вилдановтың исемдәрен телгә алыуы менән, һис шик­һеҙ, хаҡлы. Ни өсөн тигәндә, Х. Ҡу­шаев үҙ сығышында Ҡыуаҡан һөйлә­ше­нең әҙәби телгә нигеҙ итеп алынырға тейешлеген ошо ике кеше етәксе­ле­гендәге Академүҙәккә һылтанып нығыта.
Төрки телдәр тарихы үҙ яҙмышына айырым бер шәхестең, йәғни кеше фак­торының, ниндәй өлөш индергәнен яҡшы белә. Әхмәтзәки Вәлиди “Төрөк һәм татар теле тарихы” тигән китабында (1911 йыл): “Сығатайҙың ҡатылығы арҡаһында тө­рөк ғалимдары араһында иран рухы (фар­сы әҙәби теле. – З. Н.) үҙенән-үҙе сыға (һүнә) башланы. Милли телдә (төр­ки телендә. – З. Н.) яҙған ғалимдар, ша­ғирҙар күбәйҙе”, – тип яҙа. Шунда уҡ ул: “Сыңғыҙ был милләттең атаһы булһа, Сығатай үҙ милләтенең әҙәби теленең атаһылыр”, – тип ҡуя.
Сыңғыҙ хандың хеҙмәтен иһә Әхмәт­зәки Вәлиди уйғыр телен һәм яҙыуын үҙ дәүләтенең “рәсми яҙыуы булараҡ ҡабул итеүендә” күрә. Ул ХII быуат башында Урта Азияла йәшәп килгән “төрки әҙәби­әте, төрки теле ҡаты ҡуллы Сығатайҙың һиммәтенә ҡарап, “сығатай әҙәбиәте”, “сығатай әҙәби теле” тип аталды”, тип раҫлай. Күренекле башҡорт мәғрифәт­сеһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев та ХIХ быуат аҙағында (1897) донъя күргән “Йәдкәр” исемле китабында башҡорт һөй­ләштәре хаҡында “Улар үҙаллы һөйлә­шен һаҡлаған. Шулай ҙа күп һүҙҙәр Урта Азия халыҡтарынан, атап әйткәндә, сығатайлыларҙан үҙләштерелгән. Шуға ла һөйләшеүҙә күберәген үҙгәртелгән ғәрәп, фарсы һүҙҙәре ҡулланыла. Төп һүҙҙәре иһә бик күп” тип яҙған.
Аңлашылыуынса, был үҙгәртелгән һүҙ­ҙәр башҡорттарға уҡыу-яҙыу теле аша үтеп ингән. Бында сығатай әҙәби теленең йоғонтоһо ғәйәт ҙур. Ошо урында Әхмәт­зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабындағы “Пушкиндың “Пугачев тарихы”н һәм уның Ҡөрьәнде аңлатҡан, пәйғәмбәр­ҙәргә ҡа­ғы­лышлы шиғырҙарын ул заман­да әҙәби тел сифатында ҡулланылған сығатай төркисәһенә тәржемә иттем” тигән һүҙ­ҙә­рен иҫкә төшөрһәк, мәсьәлә тағы ла асыҡлана төшөр.
Ошолай фекер йөрөткәндә, сы­ғатай әҙәби теле, күп һөйләшле башҡорт теле өсөн уртаҡ уҡыу-яҙыу теле булараҡ, һөйләштәргә тәрән үтеп инеүе менән уларҙың һүҙ байлығын байытыу аша бер-береһенә яҡына­йы­уында ыңғай йоғонто яһаған, тип уйларға кәрәк. Шуға күрә башҡорт теле өсөн яңы әҙәби телгә күсеү процесында элекке һымаҡ һәр һөйләш үҙаллылығын һаҡла­ған хәлдә, шул берҙәмлеккә тоғро ҡалыу мөһим ине. Бының өсөн сығатай әҙәби теле нигеҙендә барлыҡҡа килгән урта­лыҡ­ты һаҡлаған килеш яңы телгә күсеү процесында күсәгилешлеккә өлгәшеү кәрәк булды.
Ләкин буласаҡ яңы әҙәби тел өсөн тарихи ваҡиғаға тиң кәңәшмәлә юғары трибунанан әйтелгән абруйлы һүҙ үҙенекен итә. Ни өсөн тигәндә, Академүҙәк, кәңәш­мәлә һис бер ҡарар ҡабул ителмәүенә ҡарамаҫтан, уның артынса уҡ 17 дека­бр­ҙә уҙғарылған ултырышында, Башҡорт­остан Үҙәк Башҡарма Комитеты Пре­зидиумы рәйесенең фекеренә таянып, әҙәби тел хаҡында махсус ҡарар сығара. Унда Ҡыуаҡан шиүәһе “төп башҡорт теле” тип раҫланып, артабан Ҡыуаҡан һүҙенең “төп башҡорт теле” төшөнсәһе менән алмаштырып йөрө­төлөргә тейешлеге күрһәтелә. Шулай итеп, Академүҙәк, кәңәшмәнең башы аша атлап үтеп, Ҡыуаҡан һөйләшен рәсми рәүештә әҙәби тел итеп танытыу юлынан китә.
Әйтергә кәрәк, ул бер нисә йылдан һуң “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы Хөкүмәт ки­мәлендә ҡабул ителгән ҡарарға (1924 йыл) ҡарата ла үҙен иркен тота. Ғәмәлдә иһә был башҡорттарҙың күп быуатлыҡ тарихында уларҙың уҡыу-яҙыу теленә бәйле тәүге документ ине. Унда уларҙың туған телендәге яҙыуына күсеүе дәүләт кимәлендә рәсми рәүештә раҫланыуын тапты, һәм был төплө нигеҙләнде. Аңла­шылыуынса, бындай документтың донъя күреүе Ҡыуаҡан һөйләшен “төп башҡорт теле” итеп танытырға ашыҡҡандарҙы кө­төлмәгән хәлгә ҡуймай ҡалмаған булырға тейештер. Академүҙәктең һүҙ барған ҡарар артынса уҡ йәнә әҙәби тел мәсьә­ләһенә яңынан әйләнеп ҡайтыуы шундай уйға һала. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле тураһындағы тарихи документ 20 фев­ралдә донъя күрһә, Академүҙәк 2 мартта инде йәнә бер тапҡыр әҙәби тел мәсьә­ләһен үҙенсә хәл итеү юлынан китә, альтернатив ҡараш булыуына урын ҡал­дырмай, рәсми рәүештә уны нығытып ҡуя. Ғәмәлдә иһә шул көндә уҙ­ғарылған ултырышта хәҙерге “Юрматы шиүәһенә Ҡыуаҡан ҡойроғо” ҡушып яһалған әҙәби тел хасил була.
Әлбиттә, ултырышта һүҙ барған ҡарар бер тапҡыр ҙа телгә алынмаһа ла, Академүҙәк етәкселегенең уны уратып үтә алмағанлығы аңлашыла. Әҙәби телгә Юрматы һөйләшенең компоненттары ки­леп инеүе шул хаҡта һөйләй. Әммә Ҡыуа­ҡан һөйләшендә күплек аффикстарының һаҡланып ҡалыуы Академүҙәктең үҙ юлы­на тоғро ҡалыуынан башҡа бер ни ҙә тү­гел ине. Ул быны 1924 йылдың нояб­рен­дә үткән йыйылышында йәнә бер тапҡыр раҫлай. Д. Юлтый унда “Баш­ҡортса яҙыу ҡоралы” китабы сығыу ай­ҡанлы “Әҙәби башҡорт шиүәһе” хаҡында доклад яһай, шулай уҡ Юрматы һөй­лә­шенең әҙәби телгә нигеҙ итеп алынғанын иҫкә төшөрөп, күплек ялғауының “-лар”, “-ләр” рәүешендә генә алыныуын яҡлай, китапҡа үҙгәрештәр индереү талабын ҡуя. Ләкин Ғ. Вилданов, Ҡыуаҡан шиүә­һен­дә һөйләшеүселәр күберәк, тип ҡар­шы төшә, Д. Юлтыйҙы “үҙ ҡағиҙәһен” уйлап сығарыуҙа ғәйепләй. Шулай итеп, әҙиптең талабы йыйылышта яҡлау тапмай.
Әле Юрматы һәм уға яҡын һөй­ләш­тәргә хас булған күплек ялғауҙарының “-лар”, “-ләр” формаһында йөрөтөлөүенә бәйле һүҙҙе башлап ебәреүсенең Шә­һит Хоҙайбирҙин икәнлеген иҫкә төшөрөп китеү урынлы булыр. Ул 1924 йылдың 8 февралендә “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған “Нисек яҙырға?” исемле мә­ҡәлә­һендә тәү тапҡыр шул хаҡта яҙып сыҡты, башҡорт теленең дәүләт теле булыуын күҙ уңында тотоп, ул ҡулланыуға еңел һәм анһат булһын өсөн күплек ялғауҙарының “-лар”, “-ләр” рәүешендә йөрөтөлөүен яҡланы. Шә­һит Хоҙай­бир­ҙиндың республикала Башҡорт телен ғәмәлгә индереү комиссияһы рәйесе булыуын күҙ уңында тотҡанда, “Баш­ҡорт­тарҙың әҙәби теле тураһында”ғы ҡарар­ҙың донъя күреүендә лә уның туранан-тура ҡатнашы булыуы бәхәсһеҙ. Шуның өҫтөнә “Нисек яҙырға?” тигән мәҡәләһе лә, үҙе яҙғанса, ғилми ойош­маның әҙәби тел өлкәһендә тотҡан урынын шик аҫтына ҡуйыуға арналғайны.
Академүҙәк әҙәби телдә Ҡыуаҡан һөй­ләшенең өлөшләтә генә һаҡланып ҡа­лыуы менән килешә алманы. Бер көн килеп, ул йәнә Ҡыуаҡан һөйләшен “төп башҡорт теле” рухында әҙәби тел итеп танытыуға өлгәште. Был яңы алфавит буйынса I Бөтә Башҡортостан кон­фе­рен­цияһы исеменән эшләнде. Үҙ ва­ҡытында “Белем” журналында (1927 йыл, № 12): “Беҙҙең ҡыуаҡансы ип­тәштәр… 1 де­кабр­ҙә булған тел-имлә кон­ферен­цияһында (Өфөлә булды) дөйөм баш­ҡорттарҙың әҙәби теле итеп фәҡәт Ҡыуаҡан шиүәһен генә асәс итеп алыу тураһында доклад яһаны. Шуның арҡаһында Ҡыуаҡан шиүәһе дөйөм баш­ҡорттарҙың әҙәби теле булып күпселек менән ҡабул ителде”, – тип яҙҙы Юрматы һөйләше яҡлы бер автор. Ул “Ҡыуаҡан шиүәһендә башҡорт­тарҙың күп өлөшө һөйләшә тип” шулай эшләнгәнлеген күр­һәтте. Ғәмәлдә иһә конференция шуның менән “Башҡорттар­ҙың әҙәби теле тураһында”ғы Хөкүмәт ҡарары аша атлап үтеп, Юрматы һөйлә­шен бөтөнләй иҫәп­тән сығарып ҡуйғайны. Ҡарарҙа иһә Ҡыуаҡан һөйләше таралған даирәнең сикләнгән булыуы күрһәтелеп, уның бары Арғаяш, Тамъян-Ҡатай кантондарында һәм Йылайыр кантонының бер өлөшөндә генә ҡулланылыуы билдә­ләнә, башҡорт хал­ҡының күпселегенең Бәләбәй (хәҙерге Туймазы, Бүздәк, Биш­бүләк, Йәрмәкәй, Саҡмағош, Илеш, Миә­кә, Дәүләкән, Әл­шәй райондары) һәм Бөрө (хәҙерге Яңауыл, Тәтешле, Асҡын, Дүртөйлө, Балтас райондары) кантондарын да индереп, Юрматы һәм уға яҡын телдә аралашыуы раҫлана.
Әле шуны әйтергә кәрәктер: әҙәбиәт бүлексәһенең Тамъян-Ҡатай шиүәһен әҙәби телгә нигеҙ итеп алыу тураһындағы ҡарарында (1921 йыл, 9 апрель) Бәләкәй Баш­ҡортостан сиктәрендәге Тамъян-Ҡатай шиүәһенән башҡа барлыҡ һөйләштәр (Юрматы, Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Ете ырыу, Дим буйы һ.б.) башҡорт теленең этник йөҙөн юғалт­ҡан, йәғни татарлашҡан тип һаналып, әҙәби телдән ситләштерелә (“Баш­ҡорт­остан хәбәрлә­ре”, 1921 йыл, 26 май). “Баш­ҡорттарҙың әҙәби теле тура­һын­да”ғы ҡарарҙа иһә (1924 йыл, 20 февраль) Ҙур Баш­ҡортостан биләмәһендә йәшәгән барлыҡ башҡорт халҡын бер әҙәби тел ярҙа­мын­да берләштереү, шуның менән башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ урыҫ теле һымаҡ тотош милләткә бер үк дәрәжәлә хеҙмәт итеүенә өлгәшеү идеяһы һа­лынғайны. Икенсе йәһәттән бындай документтың донъяға килеүе үҙе үк Бәләкәй Башҡортостан шарт­тарында ҡабул ителгән шундай һыҙат­тағы до­кументтың ғәмәлдән сыға­рылыуына тиң.
Күренеүенсә, Академүҙәктең Ҡыуаҡан һөйләшен “төп башҡорт теле” итеп танытыу маҡсатына өлгәшә алмағаны һымаҡ, уны конференция исеменән әҙәби тел итеп күтәреү уйы ла барып сыҡмай. Ни өсөн тигәндә, партия өлкә комитетының ошо сара йомғаҡтары буйынса ҡабул иткән ҡарары быға сәбәпсе була. Унда әҙәби телгә бәйле фекер алышыуҙы артабан да (Ҡыуаҡан йә Юрматы) дауам итеү кәрәклеге күрһәтелә. Ғәмәлдә иһә был конференцияның Ҡыуаҡан һөй­лә­шен әҙәби тел итеп алыу тураһындағы ҡарарын танымау, юҡҡа сығарыуға тиң ине. Шул уҡ ваҡытта республиканың иң юғары етәксе органдары араһында килеп тыуған сетерекле хәлде лә күрмәү мөм­кин түгел, сөнки конференция яңы әлиф­ба үҙәк комитеты тарафынан үткәрелһә лә, уның артында Башҡортостан Үҙәк Баш­ҡарма Комитеты (БашЦИК) Президиумы рәйесе тора ине. Яңы әлифба комитеты 1925 йылдың майында бул­ды­рылып, уға етәкселек итеү Х. Ҡушаевҡа йөкмәтелгәйне. Шуға күрә Өл­кә комитетының конференция буйынса ҡарарын республиканың иң юғары органдары араһында килеп тыуған ҡырҡыу хәл тип ҡабул итеү хаҡ булыр.

Зиннур НУРҒӘЛИН,
Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы.


(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ишбулды Әбйәлилов
    Ишбулды Әбйәлилов от 11.03.2015, 12:28
    Халыҡҡа үҙ диалектын тағырға теләүселәр булған, бар һәм буласаҡ. Бер әйтем бар: "Уңмаған юлды ҡыума!" Башҡорт халҡын үҙенә күрә система тип ҡараһаң, бында "системное решение" кәрәк тигән ышаныстамын.
    Минеңсә:
    1. Әлегә тел проблемаларын статус-кво рәүешендә ҡалдырып, бүтән юлдарҙы ла барлап сығырға кәрәк. Шуларҙың береһе - башҡорт фамилияһы булдырып уны тарата башларға. Мәҫәлән, үҙемдең - ""Баш"лана башлайыҡ, башҡорттар!" - мәҡәләһендә
    http://bashkortfam.blogspot.com
    "...Башҡорттар үҙҙәренең фамилияларын булдырып милләт булып тупланһын. Был төньяҡ - көнбайыш башҡорттарын да туплауға ныҡ ярҙам итер ине. Парадокс килеп сыға, урыҫ телендә һөйләшкән башҡорттарҙы беҙ башҡортҡа һанайбыҙ, ә үҙенең диалектында һөйләшкәндәрҙән көләбеҙ. Улар башҡорт һаналһын өсөн бөтәһе лә урыҫ теленә күсһенме? ТЕЛЕНӘ ҠАРАП БАШҠОРТ БАШҠОРТТАН КӨЛГӘН АЛАМА ҒӘҘӘТТӘН АРЫНЫРҒА КӘРӘК!!! Сөнки башҡорт хәҙер төньяҡ - көнбайыш диалектында ғына түгел, әллә ниндәй телдәрҙә (әлегә - тик урыҫ һәм үҙенең диалектарында) һәйләшә башламаҫ тип кем гарантия бирә ала?..."
    2. Совет заманында ебәрелгән БӨЙӨК хаталарҙың береһе - беҙ башҡортто башҡорт тип теле буйынса ғына идентификациялайбыҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, башҡорттоң миллилеген тик бер генә кәрзингә - тел кәрзинәһе ҡалыбына ғына һалабыҙ. Был хәҙерге заман талаптарына тулыһынса яуап бирмәй.
    3. БӨТӨНЛӘЙ башҡорт телен белмәгән башҡорттар күбәйгәндән күбәйә бит. Был бәлки заман ишаратылыр. Бына ошондай ишараттарҙан башҡорт фамилияһы һаҡлаясаҡ.
    4. Башҡорттоң миллилеге фамилия менән нығытыла башлаһа инде тел проблемаларын да сисергә була. Техниканан миҫал алайыҡ: аруҡ ҡына аудиоформаттар араһынан МР3 еңеп сыҡты. Бының менән бөтәһе лә риза.
    5. Был диалект кәрәк, теге диалект кәрәк тип тартышып башҡорттоң миллилик дилбәгәһен ҡулдан ысҡындырмайыҡ.
    6. Телдең генә түгел, милләттең дә тағандарын нығытайыҡ. Милләттең тағандарының береһе милли фамилия икәнен бүтән милләттәр үҙҙәренең тарихтары менән нығытты бит инде!!!

    PS: Бөтә талаптарға яуап биргән башҡорт фамилияһы булдырылып таралып китһә, минең йәнем "лар", "ләр" менән һөйләшергә лә риза булыр ине.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872