Һигеҙенсе тиҫтәгә етеп килгәндә лә ауылдаштарымдың, Бөйөк Ватан һуғышы осорон кисергән тиҫтерҙәремдең михнәтле тормошон һис тә онота алмайым. Аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа, төрлө һынауҙарға дусар ителгән һуғыш балалары беҙ. Тормош өсөн үлемесле көрәш барҙы. Әсәйҙәребеҙ үҙҙәрен аямай, беҙҙе һәләк булыуҙан йолоп алып ҡалды. Улар алдында мәңге бурыслыбыҙ.Атайыбыҙ 1941 йылдың август башында һуғышҡа алынған. Беҙ, ыбыр-сыбыр дүрт бала, әсәй ҡулында тороп ҡалғанбыҙ. Барлыҡ донъя мәшәҡәттәре, балаларҙы хәстәрләү 28 йәшлек әсәйем иңенә ятҡан.
Беҙ ул ваҡытта Ейәнсура районының Үрген ауылында йәшәй инек. Атайымды һуғышҡа оҙатҡан көн иҫтә ҡалған. Шул китеүҙән ҡайтманы. Яуҙан бер нисә хаты килде, ә 1942 йылда Мәскәү янында ҡаты һуғышта хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында “ҡара ҡағыҙ” алдыҡ.
Һуғыштың тәүге йылы ауыл халҡы өсөн үтә ныҡ яфалы булмағандыр, сөнки етеш осорҙан ҡалған аҙыҡ-түлек запасы ла, фронтҡа, хеҙмәт армияһына алынмаған, колхозда эшләп йөрөгән ир-ат та бар ине.
Тиҙҙән йән аҫрау өсөн ғазаплы көндәр, йылдар башланды. Бигерәк тә ҡышҡы оҙон көндәрҙе үткәреп ебәреү яфалы, ҡыйын булды. Аҙ-маҙ әҙерләнгән аҙыҡ ҡыш уртаһына саҡ етеп ҡала. Аҙыҡ тигәнең дә шул барлы-юҡлы картуф инде. Көҙҙән мысай, алабутаның суҡмарлаған өлөшөн һыпырып алып, ҡышҡылыҡҡа бер ете-һигеҙ тоҡ самаһы әҙерләйһең. Улар халыҡты ас үлемдән ҡотҡарыусы булды. Туҡланған төп аҙығыбыҙ ҙа шул мысай икмәге ине. Уны икмәк итеп әҙерләү ҙә мәшәҡәтле генә эш. Алабута менән мысай ҡатнашмаһын кистән эҫе һыу һалып ебетергә ҡуйғандар. Йомшарған массаға һыуҙа әрсемәй ҡайнатылған ваҡ картуф йә ҡабаҡ ҡушып, ҡамыр әҙерләп бешерәләр. Уны ҡатыҡҡа турап йә шыйыҡ өйрәгә ҡушып ашай инек. Ярай әле, аҡтан өҙөлмәнек. Берҙән-бер һыйырыбыҙ өсөн ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләү үҙе бер оло мәшәҡәт булды. Әсәйем эштән ҡайтышлай ҡайҙан етте шунан ике-өс көлтә үлән урып ала торғайны. Был аҙыҡ ҡына етмәй.
Ҡыш иһә бәләкәй сана менән эҫкерт төбөнән йыйыштырып, һалам алып ҡайта торғайныҡ. Асығыу беҙҙең үҙәккә үтһә, иртәгә балаларыма нимә ашатырмын тип ҡайғырған әсәйемә бигерәк тә ҡыйын булғандыр.
1946 йыл ине булһа кәрәк, картуф уңманымы икән, ашарға бөткәс, әсәйем үҙенең һуғыш алдынан ғына алған өр-яңы йоҡа пальтоһын шаҡырлап туңған бер тоҡ ваҡ картуфҡа алмаштырып алды. Мысайға ҡушып, икмәк һалып ашаныҡ инде.
Ул ваҡытта әсәйҙәрҙең ауыҙынан “ырҙын төбөнә барҙыҡ”, “ырҙын һеперергә барғайныҡ” тигән һүҙҙәр йыш ишетелде. Комбайн булмағас, ҡул менән урған игенде эҫкертләйҙәр ҙә ҡара көҙҙән алып ҡыш буйы молотилканы бер эҫкерттән икенсеһенә, үгеҙҙәр егеп, этеп күсерәләр. Һуғылған һаламын шул урында эҫкертләп ҡалдыралар. Һуғып алған игендән ҡалған мысай, алабута һәм башҡа ҡый үләндәре орлоҡтарын, ситкә һибелгән аҙ-маҙ иген ҡалдыҡтарын ҡаты һепертке менән һепереп, берәр тоҡ, тоҡ ярым алып ҡайталар ине. Һаламдың әүрәүен һелккеләп, өс-дүрт устай игене табылһа – ҙур байлыҡ! Күрше колхоздың эҫкерт төптәрен һеперергә ай яҡтыһында ҡаса-боҫа ғына йөрөйҙәр, сөнки хужалары килеп сыҡһа, бөтә йыйғаныңды тартып алып китеүҙәре бар.
Дүрт күҙ менән күк үләнгә баҫҡанды көтәбеҙ. Иртә яҙҙан тау битләүҙәрендә талғыр, селек йыуаһы, әтмәкәй ҡарҙан әрселә. Тауға менерлек хәле булған бар халыҡ тоҡлап-тоҡлап йыуа, әтмәкәй йыйып алып төшә. Талғыр йыуаһының ер аҫтындағы аҡ өлөшөн генә ашай инек, сөнки йәшел ҡыяҡтары ауыҙҙы ут кеүек өтә. Ә әтмәкәй сөсө, тәмле булғас, уны эс күпкәнсе ашайһың. Һуңғараҡ һаҙмат, һыубаҫар урындарҙа күл йыуаһы өлгөрә. Яҙ ас халыҡ өсөн иң ҡурҡынысы – баҫыуҙа ятып ҡалған бойҙай, тары башаҡтары. Ғаиләләре менән башаҡ игене ашап ҡырылғандар булды.
Ер-һыу кибә башлау менән, көрәк күтәрерлек бала-саға баҡса ҡаҙып, серек картуф эҙләргә тотона. Уны әрсеп-таҙартып, ҡамыр итеп әүәләп, көлсә йә, һөт ҡушып туғып, ҡоймаҡ ҡойоп була. Бик тәмле тойола торғайны.
Күмәк халыҡҡа колхоз баҫыуындағы серек картуф та күпкә бармай. Шуға күрә биш-алты саҡрымда ятҡан күрше урыҫ ауылы кешеләренең баҡсаһын тотош ҡаҙып биреү шарты менән әсәйемдәр, бригадирҙан рөхсәт һорап, ике-өс кеше бер булып, ер ҡаҙырға яллана. Ер аҫтынан сыҡҡан бар ризыҡ – серек картуфмы, серемәгәнеме – һинеке. Киң күңелле хужа булһа, өҫтәп ашарлыҡ йә орлоҡлоҡ картуф та биреп ебәрә. Бер тоҡтай ризыҡ йөкмәп, арманһыҙ булып ҡайтып инер ине әсәйем. Ә иртәгәһенә йәнә таң менән эшкә...
Йыуа, әтмәкәй ҡатыуға ҡуян тубығы шытып сыға башлай. Шәкәр тәме килеп торған тумалаҡ тамырҙы шул көйө ашайҙар, ашҡа ла турайҙар. Май аҙаҡтарына ашар өсөн көпшәһе өлгөрә. Тау битләүҙәрендә, урман ситтәрендә әтлек шытып сыға. Бармаҡ йыуанлығындағы тамыры бик төптә уның. Ҡарлау (һапҡа ултыртылған ялпаҡ тимер башлы ҡырғыс) менән ҡаҙып алаһың. “Әтлек ҡаҙыуы этлек” тип әйтәләр ине. Тамырын йыуып, ҡыҙыу мейестә киптереп алалар. Кетерҙәп тора, бик тәмле. Килелә төйөп, икмәк итеп тә бешерәләр. Уны табыу өсөн бик алыҫҡа барырға кәрәк, шуға тырыштар ғына ашаны.
Икенсе бер тамыраҙыҡ – һарына. Шулай уҡ май урталарында шытып сыға. Һары төҫтә, һуғанға оҡшаған бүлкәсле-бүлкәсле тамырын сейләй ҙә ашайҙар, аҙ ғына ярма ҡушып, бутҡа ла бешерәләр. Башҡорттар уны борондан аҙыҡ итеп ҡулланған. Киптереп, тирмәндә тартып, икмәк итеп тә бешергәндәр. Халыҡ ижадында “Ер аҫтында еҙ ҡашыҡ” тигән йомаҡ та бар һарына хаҡында. Сәскәһе бик матур, йорт алдындағы баҡсала үҫтерергә мөмкин.
Иң күп ашалған үлән балтырған менән ат ҡуҙғалағы булғандыр. Балтырғандың үҙәктәге иң йәш япрағын, уны бәпкә тиҙәр ине, йыйып аш бешерәләр. Һөт ҡушып бешерһәң, йә ашҡа аҙ ғына ҡаймаҡ төшһә, бик тәмле була. Балтырған ауыл тирәһендә йыш осрамай. Шуның өсөн беҙ, ете-һигеҙ саҡрымда ятҡан Турлабиргән буйына барып, көсөбөҙ еткәнсе күтәреп алып ҡайта инек.
Ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, кәзә һаҡалы, шыма көпшә, ҡара ергә баҫҡас, беҙҙең өсөн бер-бер артлы өлгөрөп торған ризыҡ булды. Уларҙы күп ашап, ирен ярылып бөтә торғайны. Туғайҙа үҫкән тал сырмалсығы орлоғон да өйрә итеп эстек.
Август баштарында киндер орлоғо өлгөрә. Һуғыш йылдарында, унан һуң да ул беҙҙе туйындырҙы. Ул осорҙа был үҫемлек буш ятҡан ерҙәрҙә, ыҙан буйҙарында күп ине.
Тағы бер урман ризығын әйтеп үтәм: ул – имән сәтләүеге. Хайуандар өсөн бик туҡлыҡлы аҙыҡ ул. Үҙебеҙ өсөн дә йыйҙыҡ уны. Ҡыҙыу мейестә киптереп, килелә онтаҡлайһың, унан һуң тирмәндә тартып он итәһең. Мысай икмәген бешергәндә уны әҙләп ҡушалар. Туҡлыҡлы булһа ла, үтә ҡырҡыу, әсе.
Ашарлыҡ үлән аҙыҡтары ҡатып бөтөүгә, ер еләге һәм муйыл өлгөрә. Улар ҙа беҙҙең өсөн төп аҙыҡ булды. Ҡатыҡҡа мул ғына итеп еләк һалып эсһәң, тамаҡ буйтым туйып ҡала. Еләк-емеште күнәкләп-күнәкләп ташыныҡ. Ҡышҡылыҡҡа байтаҡ киптерҙек. Бешкән муйылды килелә ҡамыр булғансы төйөп, йомғаҡлап сәй алдына ҡуялар. Ҡайһы берәүҙәр уны хатта оло тирмәндә тарттырып алыр ине. Ҡышҡыһын муйылды бешкән ҡабаҡҡа ҡушып әҙерләһәң, бик тәмле ризыҡ була.
Картуфты хәҙер “икенсе икмәк” тип йөрөтһәләр ҙә, беҙҙең өсөн һуғыш йылдарында ул “беренсе икмәк” ине. Картуф тумалғанын көтөп алабыҙ. Тауыҡ йомортҡаһы ҡәҙәр булыр-булмаҫтан, ояһы төбөнән ҡул менән соҡоп алып, ашай башлайбыҙ. Көҙ еткәнсе байтаҡ өлөшө ашалып бөтә. Картуф араһына ҡабаҡ та сәсә инек. Иш янына ҡуш була. Бутҡаһын картуф менән ҡушып бешерәбеҙ.
Картуф та, ҡабаҡ та март айҙарына тиклем саҡ етеп ҡала, сөнки күмәкбеҙ: әсәйем менән бергә биш тамаҡбыҙ. Әсәйем ун биш саҡрымда ятҡан ҡартайымдарға һыйыр егеп китә. Унан унлап ҡабаҡ, бер-ике тоҡ картуф, әҙ-мәҙ он йә ярма алып ҡайта. Шул аҙыҡтарҙы, мысай ҡушҡылап, күк үләнгә баҫҡансы еткерергә тырышабыҙ.
Игенде урып алғас, мәктәп балаларын баҫыуға башаҡ сүпләтергә алып сығалар, байлыҡты колхоз келәтенә тапшырталар. Ә халыҡҡа йыйып алырға рөхсәт итмәнеләр. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тиҙәр бит. Беҙ, бала-саға, моҡсай аҫҡан булып, ҡаса-боҫа башаҡ сүпләргә барабыҙ. Бер аҙҙан баҫыу ҡараусы килеп сығып, беҙҙе баҫтыра башлай, моҡсайҙы алып китә, сыбыртҡы ла эләгә. Яланғаслыҡ та үҙәккә үтте ул заманда. Атайымдан ҡалған кейем-һалымды әсәйем һүткеләп, беҙҙең өҫ-башҡа тотоноп бөттө. Минең күлдәк туҙғас, әсәйемдең аҡ шаҡмаҡлы таҫтамалдан еңһеҙ күлдәк тегеп биргәне әле лә хәтеремдә. Кер йыуырға һабын булманы. Ағас көлөн ҡайнатып, тондороп, һелтеһе менән кер йыуалар ине. Мунса ингәндә лә һабын урынына һелте ҡулланылды.
Һуғыш йылдарында, унан һуң да ауылда сабата кеймәгән кеше булмағандыр. Ҡыш тула ойоҡ йә ҡалын йөн ойоҡ менән, йәй сылғау урап, ҡылған олтораҡ һалып кейҙеләр. Йәй көнө ифрат еңел, аяҡҡа ла йомшаҡ, еләҫ була. Сабата кейҙек тип әйтеүе генә анһат. Уны үрергә кәрәк бит әле. Ауылда Ғиззәт исемле бабай һата ине татар сабатаһын. Аҡса булмағас, бер пар сабатаны бер ҡаҙаҡ майға йә ун йомортҡаға алмаштырып ала инек. Сабата үреү – үҙенә күрә мәшәҡәтле генә эш. Көрәк һабынан да йыуан булмаған йәш йүкә ағасын ҡырҡып, ҡабығын ҡутарып алаһың. Уны баш бармаҡ киңлегендәй тигеҙ итеп, метр-метр ярым самаһы телеп, тыш яҡ ҡабығын һыҙырып ташлап, ҡурыз әҙерләйһең. Сабата үргәндә уның шыма яғын тышҡа ҡаратып үрәһең. Мин үҙем сабата үрергә өйрәнә алманым. Ҡурызын әҙерләп ҡуям да эште Фәтих дуҫыма тапшырам.
Ул ваҡытта сабата хаҡында мәрәкәләп киске уйындарҙа былай тип таҡмаҡ әйтәләр ине:
Аяғыңда сабата,
Сабата шәп атлата,
Һөймә ҡыҙҙы, һөй бисәне,
Бисәләр май ашата.
Ул осорҙоң тағы үҙәккә үткәне ҡара һыуыҡтарҙа өшөү булғандыр. Йәй көндәре усаҡҡа сытыр, кипкән һыйыр тиҙәге яғып бешеренәһең. Күп кешенең ут аласығы булмағас, ишек алдында усаҡ сығарып, шунда аш-һыу әҙерләп булыштылар. Ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләп ҡалып булмай. Урманда әҙерләр инең, уны нисек алып ҡайтаһың? Көҙ сытыр йөкмәп ташыған булып, тиҙәк баҫып, арлы-бирле яғыулыҡ йыйыштыраһың. Һыйырҙан ҡалған һаламды ла яға инек. Уның көлө күп була, йылыһы юҡ. Шырпы берәүҙә лә булманы. Тиҙәккә ҡушып яҡҡан утындың күмерен мейестең иң төбөнә көл менән күмеп ҡалдыралар ине. Һүнһә, һоҫҡо йә сүлмәк тотоп күршеңә ҡуҙ һорарға инәһең, (шуға яҡын күршеңде “ут күрше” тиҙәр ҙә инде). Тәҙрә бер ҡат, кис ятҡанда тыш яҡтан уны септә менән ябаһың, эстән ныҡлап ҡораһың. Ватыҡ өлгө урынына ҡарындыҡ тарттырып ҡуя инек. Өйҙәрҙе йоҙаҡлап йөрөү булманы. Уның урынына сыбыҡ ҡыҫтырып ҡына китәләр ине.
Һуғыш бөткән йылда мин Үрген ете йыллыҡ мәктәбенең II класында уҡый инем (ул ваҡытта беренсе класҡа һигеҙ йәштән алдылар).
Еңеү көнөндәге бер ваҡиға иҫтә уйылып ҡалған. Флаг булманымы икән, ауылда фельдшер булып эшләгән мәрйәнең ҡыҙыл сарафанын һорап алып, флаг итеп ауыл Советы бинаһына элгәйнеләр. Атайымдың ҡайтыуына тамам өмөт өҙөлгәс, ҡартатайым беҙҙе 1947 йылдың март айында Үрге Һаҙ ауылына күсереп алып ҡайтты. Мин уҡыуымды дауам иттем. Үрген мәктәбендә бер класта утыҙҙан ашыу уҡыусы булһа, бында I-III кластарҙа унлап ҡына бала уҡый ине. Дәреслектәр етешмәй, дәфтәр юҡ, иҫке китап биттәренә яҙҙыҡ. Пероны сыбыҡҡа еп менән урап, ручка итә инек. Ҡараны имән ҡайырын ҡайнатып, ерек бөрөһөнә тимер тутығы, ҡором ҡушып яһайбыҙ. Октябрь байрамын шатланып көтөп ала инек. Мәктәптә беҙгә аш бешерәләр, ҡушып берәр телем икмәк тә бирәләр. Ололар өсөн һәр бригада (ауылда ике бригада ине) аш табыны әҙерләй. Байрам алдынан класс бүлмәләренә, мәктәптең тыш яғына йә ҡапҡа башына лозунг яҙып эленә.
Һуғыш осоронда иҫ киткес ауырлыҡ-михнәттәр кисергән бик күп ағайҙар, апайҙар, тиңдәштәрем ваҡытынан иртә был донъянан китеп бөттө. Беҙҙең иҫән ҡалыуыбыҙ ҙа үҙе бер мөғжизәгә тиң тип иҫәпләйем.
Эйе, бик ҡыйын булды беҙгә, һуғыш осоро балаларына, тик ауыр тормош һындыра алманы – кеше булып ҡалдыҡ. Шуға күрә был донъяла беҙҙең өсөн бөтәһе лә ҡәҙерле.
Алик СӘЙЕТҠОЛОВ,
педагогия хеҙмәте ветераны.