Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Стажға инмәй

Мәктәпте тамамлағас та, йәғни ун ете йәштән эшкә урынлаштым. Биш йыл үт­кәс кенә юғары уҡыу йортона уҡырға ин­дем. Институтта уҡыған йылдар хеҙмәт стажына инәме?

Д. ДӘМИНДӘРОВА.
Мишкә районы.

Элек юғары уҡыу йортонда белем алған осор хеҙмәт стажына инә торғайны. Бынан тыш, кешенең эш хаҡы түләнмәгән ваҡытын да иҫәпкә алдылар, сөнки ул заманда социаль страховкалау органдарына, Пенсия фондына аҡса бүленмәне.
Хәҙер пенсияны тәғәйенләү өсөн хеҙмәт түгел, ә страховка стажы мөһимерәк. “Страховкалау пенсиялары тураһында”ғы Федераль закондың 11-се статьяһына ярашлы, страховка стажына эш хаҡы түләнгән һәм Пенсия фондына иғәнә күсерелгән осорҙар ғына инә.
Әммә бер иҫкәрмә бар. Ошо уҡ Закондың 12-се статьяһында кеше эшләмәһә лә, страховка стажы иҫәпләнеп барған осраҡтар һанап кителгән. Мәҫәлән, хәрби хеҙмәт үткән, эшһеҙ­лек буйынса пособие алған осор. Был статьяла белем алыу ваҡыты әйтелмәй. Шуға ул страховка стажына инмәй, пенсия тәғәйенлә­не­шенә лә йоғонто яһамай.

Мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй

Былтыр хаҡлы ялға сыҡтым. Быйыл 1 ғинуарҙан пенсия иҫәпләүҙең яңы фор­мулаһы ғәмәлгә ингәнен яҡшы беләм. Тү­ләү­ҙәрҙе яңынан иҫәпләтеү өсөн Пенсия фондына документтар тапшырыу кәрәкме?

М. ҒӘЛИЕВ.
Балаҡатай районы.

Пенсия 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем тәғәйенләнгән осраҡта уны яңынан иҫәп­лә­йәсәктәр, йәғни пенсияға хоҡуҡты пенсия балдарына әйләндерәсәктәр. Иҫәпләгәндән һуң, быйыл 1 ғинуарға тиклем алған пенсия күләме ҙур булһа – ошо сумманы, әгәр яңыһының кү­ләме артығыраҡ икән, шуныһын түләйәсәктәр.
Иң мөһиме – был иҫәпләүҙәр граждан­дарҙың ғаризаларынан тыш эшләнәсәк. Шуға Пенсия фондына мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.


Түләнмәй

2004 йылдан хаҡлы ялдамын. 2009 йыл­да ейәндәремә опеканы рәсмиләштерҙем, сөнки кейәүем атайлыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Эшләмәгән балаларҙы ҡараған өсөн пенсияма өҫтәмә булырға тейешме?

Д. ХӘБИБУЛЛИНА.
Миәкә районы.

Пенсияғыҙға өҫтәмә булмаясаҡ. Хаты­ғыҙҙа балаларҙың әсәһе тураһында мәғлүмәт юҡ. Ейәндәрегеҙ етем булған осраҡта опекун-өләсәйгә эш хаҡы һәм уларҙы ашатып-ке­йендереү өсөн пособие түләнергә тейеш. Атайлыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр иһә балаларын тәрбиәләү бурысынан азат ителмәй.


Үҙегеҙ һайлағыҙ

Хаҡлы ялдамын, хеҙмәт ветеранымын, эшләп йөрөйөм. III группа инвалидлыҡ бир­ҙеләр. Был осраҡта кемдең – вете­ран­дың­мы, әллә инвалидтыңмы – хоҡуҡ­тарынан файҙаланыу отошлораҡ?

Б. НУРИСЛАМОВ.
Благовар районы.

Инвалид – федераль ташламаларға эйә ке­ше. Уның пенсияһына аҡсалата түләүҙәр тә­ғәйенләнә, ә күләме бирелгән төркөмгә бәйле.
Хеҙмәт ветераны төбәк ташламаларына эйә. Минеңсә, федераль ташламаларға хо­ҡуҡлыларҙың аҡсалата түләүҙәре һәм социаль хеҙмәттәре отошлораҡ. Шуға үҙегеҙ ҡара­ғыҙ.

Яңы ысул

Илдә мираҫты ҡабул итеүҙең яңы системаһы ғәмәлгә ингән тип ишет­кәй­нем. Был дөрөҫмө?
Б. УСМАНОВ.
Ҡыйғы районы.

Бындай система, ысынлап та, бар: ул “сик­һеҙ мираҫ” тип атала. 2013 йылдың 31 де­кабренән һуң вафат булғандарҙың мөлкәтенә ҡағыла. Программа кешеләргә мираҫты ҡабул итеүҙе ябайлаштырыу өсөн барлыҡҡа килгән. Хәҙер мираҫты ҡабул итеүселәрҙән аныҡ нота­риусҡа, ғәҙәттә, мираҫты ҡалдырыусының һуң­ғы йылда йәшәгән адресы буйынса бер­ке­тел­гәненә барыу талап ителмәй. Һәр кем нотариусты һайлау хоҡуғына эйә.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә