Һорау-яуап27.02.2015
Стажға инмәй
Мәктәпте тамамлағас та, йәғни ун ете йәштән эшкә урынлаштым. Биш йыл үткәс кенә юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Институтта уҡыған йылдар хеҙмәт стажына инәме?
Д. ДӘМИНДӘРОВА.
Мишкә районы.
Элек юғары уҡыу йортонда белем алған осор хеҙмәт стажына инә торғайны. Бынан тыш, кешенең эш хаҡы түләнмәгән ваҡытын да иҫәпкә алдылар, сөнки ул заманда социаль страховкалау органдарына, Пенсия фондына аҡса бүленмәне.
Хәҙер пенсияны тәғәйенләү өсөн хеҙмәт түгел, ә страховка стажы мөһимерәк. “Страховкалау пенсиялары тураһында”ғы Федераль закондың 11-се статьяһына ярашлы, страховка стажына эш хаҡы түләнгән һәм Пенсия фондына иғәнә күсерелгән осорҙар ғына инә.
Әммә бер иҫкәрмә бар. Ошо уҡ Закондың 12-се статьяһында кеше эшләмәһә лә, страховка стажы иҫәпләнеп барған осраҡтар һанап кителгән. Мәҫәлән, хәрби хеҙмәт үткән, эшһеҙлек буйынса пособие алған осор. Был статьяла белем алыу ваҡыты әйтелмәй. Шуға ул страховка стажына инмәй, пенсия тәғәйенләнешенә лә йоғонто яһамай.
Мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй
Былтыр хаҡлы ялға сыҡтым. Быйыл 1 ғинуарҙан пенсия иҫәпләүҙең яңы формулаһы ғәмәлгә ингәнен яҡшы беләм. Түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләтеү өсөн Пенсия фондына документтар тапшырыу кәрәкме?
М. ҒӘЛИЕВ.
Балаҡатай районы.
Пенсия 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем тәғәйенләнгән осраҡта уны яңынан иҫәпләйәсәктәр, йәғни пенсияға хоҡуҡты пенсия балдарына әйләндерәсәктәр. Иҫәпләгәндән һуң, быйыл 1 ғинуарға тиклем алған пенсия күләме ҙур булһа – ошо сумманы, әгәр яңыһының күләме артығыраҡ икән, шуныһын түләйәсәктәр.
Иң мөһиме – был иҫәпләүҙәр граждандарҙың ғаризаларынан тыш эшләнәсәк. Шуға Пенсия фондына мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.
Түләнмәй
2004 йылдан хаҡлы ялдамын. 2009 йылда ейәндәремә опеканы рәсмиләштерҙем, сөнки кейәүем атайлыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Эшләмәгән балаларҙы ҡараған өсөн пенсияма өҫтәмә булырға тейешме?
Д. ХӘБИБУЛЛИНА.
Миәкә районы.
Пенсияғыҙға өҫтәмә булмаясаҡ. Хатығыҙҙа балаларҙың әсәһе тураһында мәғлүмәт юҡ. Ейәндәрегеҙ етем булған осраҡта опекун-өләсәйгә эш хаҡы һәм уларҙы ашатып-кейендереү өсөн пособие түләнергә тейеш. Атайлыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр иһә балаларын тәрбиәләү бурысынан азат ителмәй.
Үҙегеҙ һайлағыҙ
Хаҡлы ялдамын, хеҙмәт ветеранымын, эшләп йөрөйөм. III группа инвалидлыҡ бирҙеләр. Был осраҡта кемдең – ветерандыңмы, әллә инвалидтыңмы – хоҡуҡтарынан файҙаланыу отошлораҡ?
Б. НУРИСЛАМОВ.
Благовар районы.
Инвалид – федераль ташламаларға эйә кеше. Уның пенсияһына аҡсалата түләүҙәр тәғәйенләнә, ә күләме бирелгән төркөмгә бәйле.
Хеҙмәт ветераны төбәк ташламаларына эйә. Минеңсә, федераль ташламаларға хоҡуҡлыларҙың аҡсалата түләүҙәре һәм социаль хеҙмәттәре отошлораҡ. Шуға үҙегеҙ ҡарағыҙ.
Яңы ысул
Илдә мираҫты ҡабул итеүҙең яңы системаһы ғәмәлгә ингән тип ишеткәйнем. Был дөрөҫмө?
Б. УСМАНОВ.
Ҡыйғы районы.
Бындай система, ысынлап та, бар: ул “сикһеҙ мираҫ” тип атала. 2013 йылдың 31 декабренән һуң вафат булғандарҙың мөлкәтенә ҡағыла. Программа кешеләргә мираҫты ҡабул итеүҙе ябайлаштырыу өсөн барлыҡҡа килгән. Хәҙер мираҫты ҡабул итеүселәрҙән аныҡ нотариусҡа, ғәҙәттә, мираҫты ҡалдырыусының һуңғы йылда йәшәгән адресы буйынса беркетелгәненә барыу талап ителмәй. Һәр кем нотариусты һайлау хоҡуғына эйә.