Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Атайымды ғүмер буйы көттөм”
“Атайымды ғүмер буйы көттөм” Эш буйынса беҙгә төрлө кеше менән осра­шырға, аралашырға тура килә. Єммә улар ара­һынан бер ҡатынды һис онота алмам кеүек. Уның йөҙө йыш ҡына күҙ алдыма килә. Рәйлә Єхәт ҡыҙы менән танышҡас та күҙ йәштәре аша үҙенең ҡыуанысын минең менән уртаҡлашырға ашыҡты. “Ниһайәт, атайымды таптым! Бик оҙаҡ эҙләнем уны. Хатта ғүмерем буйы!” – тине ул. Ћуңғараҡ, бер аҙ тынысланғас, тормошо тура­һында бәйнә-бәйнә һөйләй башланы.
Ҡыҙҙар, ғәҙәттә, төҫкә атаһына оҡшай, тиҙәр. Рәйлә Әхәт ҡыҙына ҡарайһың да был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк барлығына инанаһың. Ѓәзиз кешеһенән ҡалған өс фотоһүрәт тә ошоно раҫлай. Ҡатын атаһының ошо фоторәсемен һәм уның фронттан килгән ике хатын, хәрби гәзиттән ҡырҡып алынған һүрәтте күҙ ҡара­һылай ҡәҙерләп һаҡлай. Уның аҫтына: “Кесе сержант И.Е. Ермолаев менән Ә.Ѓ. Әхмәтшин разведкала” (һүрәттә уңда. – А.Н.) тип яҙылған. Љарға төрөнгән шыршы ботаҡ­тары артына боҫҡан ике батыр һынланған унда.
Рәйлә Әхәт ҡыҙына атаһының һөйөү наҙына сорналып үҫергә түгел, хатта күрешеп һөйлә­шергә лә яҙмаған. Бары ошо үрҙә әйтелгән иҫтә­лектәр аша уны күҙ алдына килтерә.
Шишмә районының Ябалаҡлы ауылы егете Єхәт Ѓәлиәкбәр улы 1942 йылдың 25 майында Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә ҡатыны Сәлиха ауырлы ҡала, аҙаҡ ҡыҙы тыуа. Иренән килгән ике хатта ла атай кешенең балаһының, туғандарының сәләмәтлеге, нисек йәшәүе хаҡында ҡыҙыҡһыныуы сағыла. Хатта шиғри юлдар ҙа бар:
Был донъяларҙа бармы икән
Ысын гәрәбә теҙеүсе?
Ћеҙгенәһегеҙ, бергенәһегеҙ
Эстәремде өҙөүсе...
18-се уҡсылар дивизияһына эләккән Єхәт 1943 йыл­дың 23 февралендә разведкаға китә һәм әйләнеп ҡайтмай.
– “Ул юғалырға энә түгел, табылыр”, – тип өҙөлөп көттө улын Фәтиха нәнәйем. Атайым һуғышҡа киткәндә әсәйемә: “Донъя хәлен белеп булмай, биш йылдан һуң ҡайта алмаһам, икенсегә кейәүгә сығырһың”, – тигән. Шулай итеп, 1948 йылда әсәйем ағайымдың танышына ҡатын булып барҙы, – тип һөйләй Рәйлә Байбурина.
Ѓүмере буйы атаһын күреү теләге менән янған ҡа­тынға хәҙер – 72 йәш. Ҡасандыр тү­шәктә ятҡан ҡәй­нәһен ун алты йыл ҡараған Рәйлә Әхәт ҡыҙы бө­гөн үҙе – бәхетле өлә­сәй, әсәй. Улы Азат Өфө дәүләт нефть техник университетын тамам­лаған. Љыҙы Лена – баш ҡалалағы 17-се дауаханала терапия бүлексәһе етәксеһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәйлә Әхәт ҡыҙының ире Фәүзи Зөфәр улы ғына ба­ла­ларының бәхетле тормошон күрә алмай, яҡты донъя менән иртә хуш­лашҡан. Ул оҙаҡ йылдар “Өфө­транс­строй” берекмәһендә эшләп, “СССР-ҙың почетлы тимер юл транспорты төҙөүсеһе” тигән исем йөрөткән булған. Рәйлә Әхәт ҡыҙы үҙе илле йыл ғүмерен медицинаға арнаған. Республика онкология диспансерында ғына эшләүенә – ҡырҡ биш йыл. 4-се хирургия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы булған ул.
Мәҡәлә башында Рәйлә Әхәт ҡыҙының атаһын табыу бәхете тураһында ҡыуанып әй­теүен бәйән иткәйнек. Ул бер көндө “Ве­черняя Уфа” гәзите редак­цияһына шыл­тырата. Унда, “Хә­тер китабы”н ҡарап: “Атайығыҙ Орлов өлкә­һендәге Людиновский райо­нының Букань ауылында ерләнгән”, – тип яуап бирәләр.
– Биш йәшемдә Шишмә районының Шөңгәккүл ауылы эргәһенән үткән поезд составтарынан атайым төшмәҫме икән тип көтә инем. Үҙемде белгәндән алып ғәзиз кешемде эҙләнем, – ти Рәйлә Байбурина.
Ошо йәшкә етеп тә төҫөн ташламаған мөләйем йөҙлө ҡатынға һоҡланмау мөмкин түгел. Ауырлыҡтарҙы күп күрһә лә, бәхетле кеше ул. Уның серҙәренең береһен гәзит уҡыусыларға ла еткерәбеҙ.
– Ѓаиләне ҡорғас, һаҡлап ҡалыу зарур. Күп мә­шәҡәттәр ҡатын-ҡыҙ иңенә төшһә лә, бирешмәҫкә, сабыр булырға кәрәк. Ћәр баланың атайлы булып үҫеүе – бәхет, – ти Рәйлә Әхәт ҡыҙы.






Нуриәхмәт МАННАПОВ, Йәрмәкәй райо­ны­ның ветерандар со­веты рәйесе:
– Йәрмәкәйҙән Бөйөк Ва­тан һуғышына киткән кеше­ләрҙең 242-һе хәбәр­һеҙ юғал­ған. Шуға былтыр районда “Ћәм­мә­һен дә исеме менән хәтерләйбеҙ” тигән акция ойошторҙоҡ. Ћө­ҙөм­тәлә хә­бәр­һеҙ юғалғандарҙың 133-өн таптыҡ, уларҙың ҡайҙа ерләнгән­леге тура­һында туғанда­рына хәбәр иттек. Был эштә Йәрмәкәй район хакимиә­тенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Ынйы Шафиҡова, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумы уҡытыусыһы Әнүәр Сәйфуллин (сығышы менән Йәрмәкәйҙән), хаҡлы ялдағы Наилә Ханнанова айырыу­са әүҙем ҡатнаша.


Автор: Айһылыу НИЗАМОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә