Эш буйынса беҙгә төрлө кеше менән осрашырға, аралашырға тура килә. Єммә улар араһынан бер ҡатынды һис онота алмам кеүек. Уның йөҙө йыш ҡына күҙ алдыма килә. Рәйлә Єхәт ҡыҙы менән танышҡас та күҙ йәштәре аша үҙенең ҡыуанысын минең менән уртаҡлашырға ашыҡты. “Ниһайәт, атайымды таптым! Бик оҙаҡ эҙләнем уны. Хатта ғүмерем буйы!” – тине ул. Ћуңғараҡ, бер аҙ тынысланғас, тормошо тураһында бәйнә-бәйнә һөйләй башланы.
Ҡыҙҙар, ғәҙәттә, төҫкә атаһына оҡшай, тиҙәр. Рәйлә Әхәт ҡыҙына ҡарайһың да был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк барлығына инанаһың. Ѓәзиз кешеһенән ҡалған өс фотоһүрәт тә ошоно раҫлай. Ҡатын атаһының ошо фоторәсемен һәм уның фронттан килгән ике хатын, хәрби гәзиттән ҡырҡып алынған һүрәтте күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлай. Уның аҫтына: “Кесе сержант И.Е. Ермолаев менән Ә.Ѓ. Әхмәтшин разведкала” (һүрәттә уңда. – А.Н.) тип яҙылған. Љарға төрөнгән шыршы ботаҡтары артына боҫҡан ике батыр һынланған унда.
Рәйлә Әхәт ҡыҙына атаһының һөйөү наҙына сорналып үҫергә түгел, хатта күрешеп һөйләшергә лә яҙмаған. Бары ошо үрҙә әйтелгән иҫтәлектәр аша уны күҙ алдына килтерә.
Шишмә районының Ябалаҡлы ауылы егете Єхәт Ѓәлиәкбәр улы 1942 йылдың 25 майында Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә ҡатыны Сәлиха ауырлы ҡала, аҙаҡ ҡыҙы тыуа. Иренән килгән ике хатта ла атай кешенең балаһының, туғандарының сәләмәтлеге, нисек йәшәүе хаҡында ҡыҙыҡһыныуы сағыла. Хатта шиғри юлдар ҙа бар:
Был донъяларҙа бармы икән
Ысын гәрәбә теҙеүсе?
Ћеҙгенәһегеҙ, бергенәһегеҙ
Эстәремде өҙөүсе...
18-се уҡсылар дивизияһына эләккән Єхәт 1943 йылдың 23 февралендә разведкаға китә һәм әйләнеп ҡайтмай.
– “Ул юғалырға энә түгел, табылыр”, – тип өҙөлөп көттө улын Фәтиха нәнәйем. Атайым һуғышҡа киткәндә әсәйемә: “Донъя хәлен белеп булмай, биш йылдан һуң ҡайта алмаһам, икенсегә кейәүгә сығырһың”, – тигән. Шулай итеп, 1948 йылда әсәйем ағайымдың танышына ҡатын булып барҙы, – тип һөйләй Рәйлә Байбурина.
Ѓүмере буйы атаһын күреү теләге менән янған ҡатынға хәҙер – 72 йәш. Ҡасандыр түшәктә ятҡан ҡәйнәһен ун алты йыл ҡараған Рәйлә Әхәт ҡыҙы бөгөн үҙе – бәхетле өләсәй, әсәй. Улы Азат Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Љыҙы Лена – баш ҡалалағы 17-се дауаханала терапия бүлексәһе етәксеһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәйлә Әхәт ҡыҙының ире Фәүзи Зөфәр улы ғына балаларының бәхетле тормошон күрә алмай, яҡты донъя менән иртә хушлашҡан. Ул оҙаҡ йылдар “Өфөтрансстрой” берекмәһендә эшләп, “СССР-ҙың почетлы тимер юл транспорты төҙөүсеһе” тигән исем йөрөткән булған. Рәйлә Әхәт ҡыҙы үҙе илле йыл ғүмерен медицинаға арнаған. Республика онкология диспансерында ғына эшләүенә – ҡырҡ биш йыл. 4-се хирургия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы булған ул.
Мәҡәлә башында Рәйлә Әхәт ҡыҙының атаһын табыу бәхете тураһында ҡыуанып әйтеүен бәйән иткәйнек. Ул бер көндө “Вечерняя Уфа” гәзите редакцияһына шылтырата. Унда, “Хәтер китабы”н ҡарап: “Атайығыҙ Орлов өлкәһендәге Людиновский районының Букань ауылында ерләнгән”, – тип яуап бирәләр.
– Биш йәшемдә Шишмә районының Шөңгәккүл ауылы эргәһенән үткән поезд составтарынан атайым төшмәҫме икән тип көтә инем. Үҙемде белгәндән алып ғәзиз кешемде эҙләнем, – ти Рәйлә Байбурина.
Ошо йәшкә етеп тә төҫөн ташламаған мөләйем йөҙлө ҡатынға һоҡланмау мөмкин түгел. Ауырлыҡтарҙы күп күрһә лә, бәхетле кеше ул. Уның серҙәренең береһен гәзит уҡыусыларға ла еткерәбеҙ.
– Ѓаиләне ҡорғас, һаҡлап ҡалыу зарур. Күп мәшәҡәттәр ҡатын-ҡыҙ иңенә төшһә лә, бирешмәҫкә, сабыр булырға кәрәк. Ћәр баланың атайлы булып үҫеүе – бәхет, – ти Рәйлә Әхәт ҡыҙы.
Нуриәхмәт МАННАПОВ, Йәрмәкәй районының ветерандар советы рәйесе:– Йәрмәкәйҙән Бөйөк Ватан һуғышына киткән кешеләрҙең 242-һе хәбәрһеҙ юғалған. Шуға былтыр районда “Ћәммәһен дә исеме менән хәтерләйбеҙ” тигән акция ойошторҙоҡ. Ћөҙөмтәлә хәбәрһеҙ юғалғандарҙың 133-өн таптыҡ, уларҙың ҡайҙа ерләнгәнлеге тураһында туғандарына хәбәр иттек. Был эштә Йәрмәкәй район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Ынйы Шафиҡова, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумы уҡытыусыһы Әнүәр Сәйфуллин (сығышы менән Йәрмәкәйҙән), хаҡлы ялдағы Наилә Ханнанова айырыуса әүҙем ҡатнаша.