Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы мәктәп – яңы шатлыҡ
Яңы мәктәп – яңы шатлыҡ – Ҡасан төҙөп бөтөрҙәр икән?
Иҫке Собханғол ауылында белем усағын үҙгәртеп ҡороу проектын күргән балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа шатлыҡ кисерә. Бигерәк матур, иркен булмаҡсы!


Бөгөн бында эш гөрләй, машиналар, экскаваторҙар тауышы тынмай. Былтыр мәктәптең иҫке өлөшөн ҡутарып ташла­ған­дар, әле нигеҙ өсөн урын әҙерләнә.
Район үҙәгендә төп мәктәп бинаһы 1968 йылда төҙөлә, теүәл ун йылдан интернаты булған төкәтмә файҙаланыуға тапшырыла. Йылдар үтә барған һайын ауыл үҫә, яңы йорттар ҡалҡа, балалар һаны арта. Шуға ла белем усағында тығын була бара: класс бүлмәләре етеш­мәй, тамаша залы юҡ, ашхана бәләкәй, интернатта урын аҙ. Мәктәптең торошо ла насарлана – ошо осорҙан бирле бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Йыш ҡына: “Бөтә яҡшы нәмә – бала­лар­ға”, – тип әйтергә яратһаҡ та, бөрйән­дәрҙе ундай хәстәрлек ситләтеп үткән кеүек.
Яңы мәктәп – яңы шатлыҡМәктәп директоры Гәрәй Миңлеғәли улы Йомағолов (һүрәттә) эштең йылдам башланыуына ҡыуана.
– Мәктәп тулыһынса тиерлек яңырты­ла, иҫкеһе урынына дүрт ҡатлы төкәтмә һалынасаҡ, әлеге бинаға йәнә бер ҡат өҫтәләсәк, – ти ул, төҙөлөш барған урын­ды күрһәтеп. – Ул сағында балаларға уҡыу, күрше-тирә ауыл­дарҙан килгәндәр­гә йәшәү өсөн уңайлы шарттар буласаҡ. Оҙайтылған көн төркөмөндәге уҡыусылар өсөн йоҡо, уйын, хужалыҡ, медицина бүл­мә­ләре лә ҡаралған. 2016 йылдың авгусына өлгөртәбеҙ, тип өмөтләндерә тө­ҙөү­селәр.
Иҫке Собханғол – республикабыҙға күп күренекле шәхестәр биргән ауыл ул. Моңло йырҙары менән халҡыбыҙ күңелен әсир иткән һандуғастар Райман Ишбаев, Әлфиә Юлсурина, Венера Юлгилдина, Зилә Хәсәнова ла ошондағы мәктәптә белем алған.
– Беҙҙә үҙ һөнәренә ғашиҡ уҡытыу­сылар эшләй, – тип һүҙен дауам итә директор. – Балаларҙа белемгә ынтылыш көслө. Төрлө конкурс, олим­пиада­, ярыш­тарҙа призлы урындар яулайҙар. Өлкән класс уҡыусылары физика-математика, химия-биология, соци­аль-иҡтисади йүнә­леш­тәрендә белем ала.
...Дәрес бара. Уҡыусылар тәҙрәнән төҙөлөш барған урынға күҙ һирпеп ала. Өлкәнерәктәр шундай матур мәктәптә уҡый алмаҫына үкенһә, кесерәктәр иһә шат­лыҡлы минуттарҙы түҙемһеҙләнеп көтә.


Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә