– Ҡасан төҙөп бөтөрҙәр икән?
Иҫке Собханғол ауылында белем усағын үҙгәртеп ҡороу проектын күргән балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа шатлыҡ кисерә. Бигерәк матур, иркен булмаҡсы! Бөгөн бында эш гөрләй, машиналар, экскаваторҙар тауышы тынмай. Былтыр мәктәптең иҫке өлөшөн ҡутарып ташлағандар, әле нигеҙ өсөн урын әҙерләнә.
Район үҙәгендә төп мәктәп бинаһы 1968 йылда төҙөлә, теүәл ун йылдан интернаты булған төкәтмә файҙаланыуға тапшырыла. Йылдар үтә барған һайын ауыл үҫә, яңы йорттар ҡалҡа, балалар һаны арта. Шуға ла белем усағында тығын була бара: класс бүлмәләре етешмәй, тамаша залы юҡ, ашхана бәләкәй, интернатта урын аҙ. Мәктәптең торошо ла насарлана – ошо осорҙан бирле бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Йыш ҡына: “Бөтә яҡшы нәмә – балаларға”, – тип әйтергә яратһаҡ та, бөрйәндәрҙе ундай хәстәрлек ситләтеп үткән кеүек.
Мәктәп директоры Гәрәй Миңлеғәли улы Йомағолов (һүрәттә) эштең йылдам башланыуына ҡыуана.
– Мәктәп тулыһынса тиерлек яңыртыла, иҫкеһе урынына дүрт ҡатлы төкәтмә һалынасаҡ, әлеге бинаға йәнә бер ҡат өҫтәләсәк, – ти ул, төҙөлөш барған урынды күрһәтеп. – Ул сағында балаларға уҡыу, күрше-тирә ауылдарҙан килгәндәргә йәшәү өсөн уңайлы шарттар буласаҡ. Оҙайтылған көн төркөмөндәге уҡыусылар өсөн йоҡо, уйын, хужалыҡ, медицина бүлмәләре лә ҡаралған. 2016 йылдың авгусына өлгөртәбеҙ, тип өмөтләндерә төҙөүселәр.
Иҫке Собханғол – республикабыҙға күп күренекле шәхестәр биргән ауыл ул. Моңло йырҙары менән халҡыбыҙ күңелен әсир иткән һандуғастар Райман Ишбаев, Әлфиә Юлсурина, Венера Юлгилдина, Зилә Хәсәнова ла ошондағы мәктәптә белем алған.
– Беҙҙә үҙ һөнәренә ғашиҡ уҡытыусылар эшләй, – тип һүҙен дауам итә директор. – Балаларҙа белемгә ынтылыш көслө. Төрлө конкурс, олимпиада, ярыштарҙа призлы урындар яулайҙар. Өлкән класс уҡыусылары физика-математика, химия-биология, социаль-иҡтисади йүнәлештәрендә белем ала.
...Дәрес бара. Уҡыусылар тәҙрәнән төҙөлөш барған урынға күҙ һирпеп ала. Өлкәнерәктәр шундай матур мәктәптә уҡый алмаҫына үкенһә, кесерәктәр иһә шатлыҡлы минуттарҙы түҙемһеҙләнеп көтә.