Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Телем бөтмәҫ һин барында, дуҫым, Бергә әгәр йәнәш атлаһаҡ...”
“Телем бөтмәҫ һин барында, дуҫым, Бергә әгәр йәнәш атлаһаҡ...” Был журналды мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ күреп белә инем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, минең күңелдә үҙенең һөнәренә ҙур һөйөү уятҡан остазым, хәҙер инде мәрхүм Яхъя Сәлим улы Юлдашбаевтың эш өҫтәлендә һәр ваҡыт ята торғайны ул.
Журналды асып ҡарау теләге миндә шул тиклем көслө ине. Тик уҡытыусымдан тартынғанмындыр инде, баҫманы китапхананан алып уҡығаным хәтеремдә. Әлбиттә, ул саҡта миңә яҙмаларҙың күбеһе аңлашыл­маны, әммә киләсәктә уҡытыусы булырымды, был журналдың яҡын дуҫыма әйләнерен тоя инем инде.
Хыялым тормошҡа ашты. Бөгөн мин – уҡытыусы, балаларға белем һәм тәрбиә бирәм, уларҙы матурлыҡ донъяһына әйҙәйем. Журналым менән бергә, әлбиттә, “Башҡортостан уҡытыусыһы” – өҫтәл китабым. Беҙҙең генә түгел, тәрбиәселәрҙең, тыуған яҡты өйрәнеүсе­ләр­ҙең дә яҡын дуҫы бит ул.
Журналыбыҙ, ауыр замандарға бирешмәйенсә, иле, теле өсөн янып, үҙ йөҙөн һаҡлап йәшәүен дауам итә. Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булып, улар менән көн дә дәрескә инә, балалар менән аралаша, кәңәштәрен бирә, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыу алымдарын күрһәтә. Йылдар дауамында үҙ асылын юғалтмаған, остаз рәүешендә янымдан атлаған, тормошта аҙаш­маҫҡа өйрәткән тоғро юлдашыма ҙур рәхмәт!
Мең һорауға яуап һинән табам,
Һинән алам кәңәш, дуҫҡайым.
Һөнәремә тоғро һинең менән,
Һинең менән алға атлайым.
Өҫтәлемдә һәр саҡ һин, журналым,
Кәрәк саҡта асам, ҡарайым.
Илем тиеп янған балаларҙы
Халҡым моңон көйләп “һыйлайым”.
Телем бөтмәҫ һин барында, дуҫым,
Бергә әгәр йәнәш атлаһаҡ,
Йәш быуынға көс һәм ҡеүәт һалып,
Рухыбыҙҙы ныҡлы һаҡлаһаҡ.
Йәшә әле биреп нур һәм ырыҫ,
Ғилем юлын алдан яҡтыртып,
Аңһыҙға – аң, моңһоҙға моң биреп,
Күңелдәрҙә өмөт ҡабыҙып.


Автор: Гөлмирә БИКБУЛАТОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Район: Туймазы ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә