Был журналды мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ күреп белә инем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, минең күңелдә үҙенең һөнәренә ҙур һөйөү уятҡан остазым, хәҙер инде мәрхүм Яхъя Сәлим улы Юлдашбаевтың эш өҫтәлендә һәр ваҡыт ята торғайны ул.Журналды асып ҡарау теләге миндә шул тиклем көслө ине. Тик уҡытыусымдан тартынғанмындыр инде, баҫманы китапхананан алып уҡығаным хәтеремдә. Әлбиттә, ул саҡта миңә яҙмаларҙың күбеһе аңлашылманы, әммә киләсәктә уҡытыусы булырымды, был журналдың яҡын дуҫыма әйләнерен тоя инем инде.
Хыялым тормошҡа ашты. Бөгөн мин – уҡытыусы, балаларға белем һәм тәрбиә бирәм, уларҙы матурлыҡ донъяһына әйҙәйем. Журналым менән бергә, әлбиттә, “Башҡортостан уҡытыусыһы” – өҫтәл китабым. Беҙҙең генә түгел, тәрбиәселәрҙең, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең дә яҡын дуҫы бит ул.
Журналыбыҙ, ауыр замандарға бирешмәйенсә, иле, теле өсөн янып, үҙ йөҙөн һаҡлап йәшәүен дауам итә. Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булып, улар менән көн дә дәрескә инә, балалар менән аралаша, кәңәштәрен бирә, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыу алымдарын күрһәтә. Йылдар дауамында үҙ асылын юғалтмаған, остаз рәүешендә янымдан атлаған, тормошта аҙашмаҫҡа өйрәткән тоғро юлдашыма ҙур рәхмәт!
Мең һорауға яуап һинән табам,
Һинән алам кәңәш, дуҫҡайым.
Һөнәремә тоғро һинең менән,
Һинең менән алға атлайым.
Өҫтәлемдә һәр саҡ һин, журналым,
Кәрәк саҡта асам, ҡарайым.
Илем тиеп янған балаларҙы
Халҡым моңон көйләп “һыйлайым”.
Телем бөтмәҫ һин барында, дуҫым,
Бергә әгәр йәнәш атлаһаҡ,
Йәш быуынға көс һәм ҡеүәт һалып,
Рухыбыҙҙы ныҡлы һаҡлаһаҡ.
Йәшә әле биреп нур һәм ырыҫ,
Ғилем юлын алдан яҡтыртып,
Аңһыҙға – аң, моңһоҙға моң биреп,
Күңелдәрҙә өмөт ҡабыҙып.