Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөрәк ҡушыуы буйынса алдырабыҙ
Ҡатыным менән икебеҙ ҙә уҡытыусы булғанға күрә, ”Башҡортостан уҡытыусыһы” журналын ғаиләбеҙ менән 1975 йылдан бирле алдырабыҙ. Ул — беҙҙең өҫтәл китабы.

Тормош йылдам үҙгәреш кисергәнлектән, ҡасандыр юғары уҡыу йортонда туплаған белемдең етмәй китеүе ихтимал. Был йәһәттән педагогтарҙы, айырыуса ауыл­дыҡыларҙы, йәш белгестәрҙе заман талабына ярашлы эшләү серҙәренә тап “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы төшөндөрә. Әйтәйек, миңә үҙ ғүмеремдә башҡорт, урыҫ, немец, татар телдәрен уҡытырға, директор урын­баҫары, тиҫтә йылдан ашыу директор булып эшләргә тура килде. Ә бит был вазифаларға юғары уҡыу йортонда өйрәтмәйҙәр. Белемде “Башҡортостан уҡытыусы­һы”нан алдым.
Журналға беҙ, педагогтар, йөрәк ҡушыуы һәм һөнәри талап буйынса яҙылабыҙ. Әле лә, хаҡлы ялда булыуыма ҡарамаҫтан, уның һәр яңы һанын көтөп алам. Ни өсөн тиһегеҙме? Беренсенән, редакция менән электән тығыҙ бәйләнештәмен. Баҫылған мәҡәләләрем, сцена­рий­ҙарым, шиғырҙарым өсөн журналдың хеҙмәткәрҙә­ренә ҙур рәхмәтлемен. “Бер йөрәктә тыуған йыр икенсе йөрәкте ҡуҙғата”, тиҙәр бит.
Республикабыҙҙың билдәле ғалимдары Р.Ғ. Аҙна­ғолов, М.Х. Иҙелбаев, К.З. Закирйәнов, Л.Ғ. Хәбибов, З.М. Ғәбитова һәм башҡаларҙың хеҙмәттәренә таянып, уҡытыу методикаһында, фәндә яңы йүнәлеш алдыҡ. Ижад кешеһе булараҡ үҙем, мәҫәлән, педагогика фәндәре докторы Рафаэль Аҙнағоловтың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү” концепцияһын ҡыҙыҡһынып өйрәндем һәм дәрестәремдә ҡулландым. Һөҙөмтәлә тиҫтәләгән уҡыусыбыҙ район һәм республика кимәлендә уҙға­рыл­ған инша яҙыу конкурстарында, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашыу бәхетенә өлгәште, приздар яуланы. Әҙәби түңәрәктә шөғөлләнгән балаларҙың шиғырҙары, хикәйә­ләре Бәләбәй ҡалаһында үткән “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивале йомғаҡтары буйынса нәшер ителгән “Ҡәләм һынау” исемле китапта донъя күрҙе. Быларҙың барыһы ла Туҙлыҡыуыш урта мәктәбенә ҙур уңыш килтерҙе. Ғөмүмән, Рафаэль Ғәйнетдин улы уҡыусының һәләтен табыу, үҫтереү юлдарын билдәләүгә күп көс һалды.
Журнал беҙгә зауыҡлылығы, яҙмаларының аңла­йыш­лы, ябай, халыҡсан булыуы менән дә яҡын. Был һис тә ғәжәп түгел, сөнки мәҡәләләрҙең авторҙары – алдынғы педагогтар, хеҙмәттәштәребеҙ. Улар үҙҙәре өлгәшкән уңыш серҙәре менән уртаҡлаша, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә. Заман һулышын тойоп, яңылыҡҡа ынтылып йә­шәгән бөгөнгө уҡытыусы өсөн быларҙың барыһы ла ифрат мөһим.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһы коллективы авторҙарға ҡарата һәр саҡ иғтибарлы, ихтирамлы. Бында киң даирәле, педагог хеҙмәтен төплө белгән журналистар эшләүенә һөйөнәбеҙ. Яратҡан жур­налыбыҙ аң-белем, тәрбиә нурҙарын киләсәк быуын­дарға ла түкмәй-сәсмәй еткерһен тигән изге теләктә ҡалабыҙ.


Камил ФАЗЛЕТДИНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы.


Район: Бәләбәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә