Ҡатыным менән икебеҙ ҙә уҡытыусы булғанға күрә, ”Башҡортостан уҡытыусыһы” журналын ғаиләбеҙ менән 1975 йылдан бирле алдырабыҙ. Ул — беҙҙең өҫтәл китабы. Тормош йылдам үҙгәреш кисергәнлектән, ҡасандыр юғары уҡыу йортонда туплаған белемдең етмәй китеүе ихтимал. Был йәһәттән педагогтарҙы, айырыуса ауылдыҡыларҙы, йәш белгестәрҙе заман талабына ярашлы эшләү серҙәренә тап “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы төшөндөрә. Әйтәйек, миңә үҙ ғүмеремдә башҡорт, урыҫ, немец, татар телдәрен уҡытырға, директор урынбаҫары, тиҫтә йылдан ашыу директор булып эшләргә тура килде. Ә бит был вазифаларға юғары уҡыу йортонда өйрәтмәйҙәр. Белемде “Башҡортостан уҡытыусыһы”нан алдым.
Журналға беҙ, педагогтар, йөрәк ҡушыуы һәм һөнәри талап буйынса яҙылабыҙ. Әле лә, хаҡлы ялда булыуыма ҡарамаҫтан, уның һәр яңы һанын көтөп алам. Ни өсөн тиһегеҙме? Беренсенән, редакция менән электән тығыҙ бәйләнештәмен. Баҫылған мәҡәләләрем, сценарийҙарым, шиғырҙарым өсөн журналдың хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтлемен. “Бер йөрәктә тыуған йыр икенсе йөрәкте ҡуҙғата”, тиҙәр бит.
Республикабыҙҙың билдәле ғалимдары Р.Ғ. Аҙнағолов, М.Х. Иҙелбаев, К.З. Закирйәнов, Л.Ғ. Хәбибов, З.М. Ғәбитова һәм башҡаларҙың хеҙмәттәренә таянып, уҡытыу методикаһында, фәндә яңы йүнәлеш алдыҡ. Ижад кешеһе булараҡ үҙем, мәҫәлән, педагогика фәндәре докторы Рафаэль Аҙнағоловтың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү” концепцияһын ҡыҙыҡһынып өйрәндем һәм дәрестәремдә ҡулландым. Һөҙөмтәлә тиҫтәләгән уҡыусыбыҙ район һәм республика кимәлендә уҙғарылған инша яҙыу конкурстарында, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашыу бәхетенә өлгәште, приздар яуланы. Әҙәби түңәрәктә шөғөлләнгән балаларҙың шиғырҙары, хикәйәләре Бәләбәй ҡалаһында үткән “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивале йомғаҡтары буйынса нәшер ителгән “Ҡәләм һынау” исемле китапта донъя күрҙе. Быларҙың барыһы ла Туҙлыҡыуыш урта мәктәбенә ҙур уңыш килтерҙе. Ғөмүмән, Рафаэль Ғәйнетдин улы уҡыусының һәләтен табыу, үҫтереү юлдарын билдәләүгә күп көс һалды.
Журнал беҙгә зауыҡлылығы, яҙмаларының аңлайышлы, ябай, халыҡсан булыуы менән дә яҡын. Был һис тә ғәжәп түгел, сөнки мәҡәләләрҙең авторҙары – алдынғы педагогтар, хеҙмәттәштәребеҙ. Улар үҙҙәре өлгәшкән уңыш серҙәре менән уртаҡлаша, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә. Заман һулышын тойоп, яңылыҡҡа ынтылып йәшәгән бөгөнгө уҡытыусы өсөн быларҙың барыһы ла ифрат мөһим.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһы коллективы авторҙарға ҡарата һәр саҡ иғтибарлы, ихтирамлы. Бында киң даирәле, педагог хеҙмәтен төплө белгән журналистар эшләүенә һөйөнәбеҙ. Яратҡан журналыбыҙ аң-белем, тәрбиә нурҙарын киләсәк быуындарға ла түкмәй-сәсмәй еткерһен тигән изге теләктә ҡалабыҙ.
Камил ФАЗЛЕТДИНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы.