Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр осорҙоң маяғы
Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең яҡын ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе булған бай тарихлы, тәрән йөкмәткеле “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы сираттағы юбилейын билдәләй.

Ул 1920 йылдың февралендә донъя күрә башлай – Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан Башҡорт хөкүмәте “Мәғариф эштәре” исемле баҫма булдыра. Журнал артабан “Белем”, 1931 йылдан ”Культура революцияһы” атамалары менән сыға. Әлеге исеме иһә 1936 йылдан бирле һаҡланып килә. Нисек кенә аталмаһын, журналдың төп маҡсаты мәғариф хеҙмәткәрҙәрен ғилми-ғәмәли асыштар, алдынғы педагогик тәжрибә менән таныштырып барыуға ҡайтып ҡалды. Был мөҡәддәс бурысты “Башҡортостан уҡы­тыу­сыһы” бөгөн дә намыҫ менән башҡара.
Һәр баҫманың йөкмәткеһе, уҡымлы­лығы, әлбиттә, тәү сиратта баш мөхәр­рир­ҙең эшмәкәрлегенә, оҫталығына, ижа­ди фекерләүенә бәйле. “Башҡорт­остан уҡытыусыһы” журналына төрлө осорҙа тап шундай шәхестәр етәкселек итә. Мәҫәлән, тәүге мөхәррир Төхвәт Ченәкәй – танылған шағир, педагог, йәмәғәт эшмәкәре, унан һуң килгән Имай Насыри менән Ғөбәй Дәүләтшин дәүләт эшмәкәрҙәре, күренекле яҙыусылар була. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда баҫылмай тороп, 1952 йылда ҡайтанан донъя күрә башлаған журналға һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, баҫмала байтаҡ ваҡыт мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән тәжрибәле журналист Ғәли Ишбулатовты етәксе итеп тәғәйенләйҙәр.
Баҫманың заман талаптарына яуап биргән, ижади эҙләнеүҙәргә киң юл асҡан дәүере, һис шикһеҙ, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙан­ған уҡытыусыһы Сәлимйән Ғүмәровтың исеме менән бәйле. Ул 1971 йылдан 2005 йылға ҡәҙәр етәкселек вазифаһын ҙур яуаплылыҡ, оҫталыҡ менән башҡарҙы. Был осорҙа журнал даими камиллашты, тиражы туҡтауһыҙ үҫте (1971 йылда 8 мең дана булһа, 2005 йылда 35 меңдән ашты). Миңә йор һүҙле, шиғри күңелле, йыр-моңға әүәҫ Сәлимйән Ялал улы менән байтаҡ йылдар яҡындан аралашыу бәхете тейҙе. Ул төрлө ҡатлам кешеләре менән ихлас аралаша, уртаҡ тел таба белә. Ғөмүмән, уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында уҡ алдынғы ҡарашлы менеджер-ойоштороусы булды. Етәксенең ошондай оҫталығы, әлбиттә, журналдың тиражында ыңғай сағылыш тапты.
Яратҡан журналымда тәүге ғилми-педагогик мәҡәләмде 1992 йылда баҫтырыу насип булды. “Сәлимйән ағай, һеҙгә яҙма ебәрҙем, шул донъя күрһен әле”, – тип баш мөхәррирҙең үҙенә үк шылтыраттым. “Мырҙам, мөгөҙҙән тотоп алыуыңа ҡара­ғанда, мәҡәләң барҙыр, ташҡа баҫыр­быҙ!” – булды яуап. Журналға артабан да яҙмаларымды ебәреп торҙом. Йәнә бер ҡыуаныслы хәл: 1993 йылда республика уҡытыусылары араһында уҙған конкурста еңеү яулағас, фотоһүрәтемде баҫманың тәүге битенә ҡуйыуҙары күңелемде күтә­реп ебәрҙе.
Журнал бөгөн тағы ла мөһимерәк, бе­реһенән-береһе ҡатмарлыраҡ талаптар­ҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүл. Был белем биреүҙәге яңы федераль стан­дарт­тарҙы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан­дың мәғариф тураһындағы закондарын тормошҡа ашырыу юлдарын яҡтыртыуға бәйле. Әлеге мөһим бурыстарҙы редакция коллективы баш мөхәррир Салауат Кәримов етәкселегендә уңышлы атҡара. Эшмәкәрлектәрен ишетеп түгел, ә бында байтаҡ ваҡыт мөхәрририәт ағзаһы була­раҡ баһалайым. Редакцияла беҙҙең ҡор даими уҙғарыла. Был, әлбиттә, етәксенең ойоштороу оҫталығы хаҡында һөйләй. Йәнә шул иғтибарға лайыҡ: журнал редакцияһы коллективы йыл һайын үҙ лауреаттарын билдәләй, уларға бүләктәр тапшыра. Бындай тантана еңеү яулаған һәр мәғариф хеҙмәткәренең күңелендә матур хәтирә булып һаҡлана.
Журналистарҙың үҙ эшен мөкиб­бән би­релеп башҡарыуы арҡаһында “Баш­ҡорт­остан уҡытыусыһы” бөгөнгө ауыр шарт­тарҙа ла уҡыусыларын юғалтмай. Ысынлап та, баҫманың уҡымлылығы, күпләп таралыуы редакция хеҙмәткәр­ҙәренең яуаплылығына, авторҙар менән эшләү һәләтенә, яҙмаларҙы юғары ки­мәл­дә әҙерләү оҫталығына бәйле. Ун­дағы мәҡәләләр – мәғлүмәти сара ғына түгел, ә уҡытыусылар өсөн көндәлек эштә ҡулланырлыҡ кәрәкле материал. Педагог-ғалимдарҙың фәнни хеҙмәттәре, ал­дынғы уҡытыусыларҙың дәрес өлгөләре, эш тәжрибәһе журналдың кимәлен юғары тота.

Фәнзил Санъяров,
филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә