Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлдаштар күп булғас, юлыбыҙ киң
Юлдаштар күп булғас, юлыбыҙ киң Республикала иң абруйлы баҫмаларҙың береһе булған “Башҡортостан уҡытыусыһы”
95 йыллығын билдәләй. Заманында мәғариф тармағы үҫешен, башҡорт телен уҡытыу методикаһын яйға һалыу маҡсатында булдырылған журнал һәр осорҙа ла үҙ бурыстарына тоғро ҡала.


Заман талаптарына ярашлы, әлбиттә, баҫманың йөкмәткеһе үҙгәрә, унда яңы­нан-яңы бүлектәр асыла, рубрикалар ин­де­релә. Шулай ҙа журнал төп тәғә­йен­лә­нешенән тайпылмай, педагогтарҙың “уң ҡулы” булып ҡала. Әле “Башҡортос­тан уҡытыусыһы”нда мәҡәләләр туғыҙ телдә – башҡорт, урыҫ, татар, мари, сыуаш, удмурт, немец, француз, инглиз – донъя күрә. Баш мө­хәррире – Рәсәйҙең почетлы дөйөм бе­лем биреү, Башҡорт­остандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Салауат Кәримов. Журналистарға кил­гәндә, уларҙың бары­һы ла заманында мәктәптә эшләгән, һәммәһе лә мәғариф мәсьәләләрен, уҡы­тыу алымдарын һәй­бәт белә. Редакция­ның кәңәшселәр ҡоро ла бар. Уның ағ­за­лары белем биреү тармағы алдында торған бурыстарҙы, хәл итәһе мәсьәлә­ләрҙе билдәләп, артабан ниндәйерәк юҫыҡта эшләү мөһимлеген асыҡларға булышлыҡ ҡыла, йүнәлеш, кәңәш бирә.
Һүҙ юҡ, һәр коллективтың уңышы тәү сиратта етәксегә бәйле. Юл ярып барыу­сының үҙ эшен мөкиббән яратыуы, яуап­лы, ойоштороу һәләтенә эйә булыуы, хеҙмәткәрҙәр менән уртаҡ тел табыуы, уларға дөрөҫ йүнәлеш бирә белеүе мөһим. Журналдың баш мөхәррире Салауат Кәримов – тап шундай сифаттары аша ҙур абруй яулаған етәксе. Ул редак­цияның тиҫтә йылдар дауамында һалын­ған күркәм йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай, шул уҡ ваҡытта һәр яңылыҡты күтәреп алып, киң даирәгә еткереүҙе, сифатлы мәҡәләләр әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, журналдың баш мөхәррире урынбаҫары Әминә Ра­ҡаева ла йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Уны мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн китаптар, педагогия училищелары уҡыусы­ларына тәғәйенләнгән дәреслек-методик ҡулланмалар авторы булараҡ та белә­ләр. Мәғариф өлкәһендә туплаған бай тәжрибәһе Әминә Сәмиғулла ҡыҙына республика баҫмаһында йөҙөп эшләү, һөнә­ри тәжрибәһе менән уртаҡлашыу мөм­кин­леген бирә.
Юлдаштар күп булғас, юлыбыҙ киңЖурналда уҡыу-уҡытыу, тәрбиә мәсьә­ләләренә ҡағылышлы мөһим сара­лар­ҙың, теоретик, ғилми-методик һәм ғил­ми-ғәмәли эшкәртмәләрҙең һөҙөмтә­ләре киң яҡтыртыла. Баҫма, үҙгәрештәр осоронда һәр яңылыҡты тотоп алып, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү эшенә тос өлөш индерә. “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды ғәмәлгә ашырыуҙа, башҡорт телен дәүләт статусында өйрәнеүҙә, уҡыу-уҡы­тыу мәсьәлә­ләрен хәл итеүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Был йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырған белгестәрҙең ижади яҙмышы журналдың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бүлеге менән тығыҙ бәйле. Тема буйынса төрлө фекерҙәргә урын бирелә: абруйлы ғалимдар, тәжрибәле уҡытыусы-методис­тар менән бер рәттән педагогик эшмәкәр­лек­тәге тәүге уңышта­ры менән ур­таҡ­ла­шырға теләгән йәштәр ҙә сығыш яһай. Төрлө конкурстарҙа, олим­пиада­ларҙа әүҙем ҡатнашып, үҙ ав­торҙары­быҙҙы табабыҙ, ижади эҙләнеү эше ме­нән мәшғүл педагог-практиктарҙы асыҡлап, уларҙың хеҙмәт тәжрибәһен таратабыҙ. Һөҙөмтәлә журналдың йөк­мәт­кеһе ба­йый, иң мөһиме – талантлы, “ҡәләмле” туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары күбәйә.
Башланғыс мәктәп бүлегенә иһә түбән­дәге йүнәлештәр буйынса даими эш алып барыу бурысы йөкмәтелгән: белем биреү тармағын ҡулайлаштырыу; яңы федераль белем биреү стандарттарына күсеү; уҡыусыларҙы тәрбиәләү һәм шәхес була­раҡ үҫтереүҙең заманса концепция­ла­рының ғәмәлгә инеүе; уҡыусыларҙың бе­лемен тикшереүҙе, уҡыу-уҡытыуҙы, тәрбиәне камиллаштырылған алдынғы педагогик технологияларҙың эшләнеүе һәм башҡалар. Был бурыстарҙы журналда оҙаҡ йылдар башланғыс мәктәп, мәктәпкәсә тәрбиә бүлектәренә етәкселек иткән Башҡортостандың мәғариф алдын­ғыһы, тынғыһыҙ һәм эҙләнеүсән Эльза Сәғиҙуллина намыҫлы атҡара. Тәжри­бәле белгес, белем биреү тармағындағы яңылыҡтарҙы тиҙ арала үҙләштереп, уларҙы уҡытыусыға ваҡытында еткереүгә өлгәшә. Әйткәндәй, уҙған йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса Эльза Сәғиҙуллина журналдың лауреаты тип билдәләнде.
Урыҫ теле һәм әҙәбиәте бүлеге лә һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтыла. Унда Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек, милли мәк­тәптәрҙә урыҫ телен уҡытыу, федераль дәүләт белем биреү стандарттарына күсеү мәсьәләләре өйрәнелә һәм даими яҡтыртыла. Бүлек етәксеһе, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағза­һы Флорида Искәндәрова уҡытыусы­ларҙы ҡыҙыҡһындырған темаларҙы, проб­лемаларҙы үҙләштереп, улар буйын­са белгестәргә мөрәжәғәт итә. Үҙе лә әүҙем яҙыша, “түңәрәк өҫтәл”дәр уҙғара.
Журналдың милли телдәр һәм әҙә­биәт­тәр бүлеге 1995 йылдың ғинуарынан эшләй. Шул көндәрҙән алып уға татар теле һәм әҙәбиәте буйынса бер нисә дәреслек авторы Тәнзилә Миңләхмәтова етәкселек итә. Уҡытыусылар, мәғариф идаралыҡтары методистары менән тығыҙ бәйләнеш булдырған ул. Бүлектең эше милли төбәк компонентына нигеҙләнеп ойошторола. Тырыш һәм тынғыһыҙ Тән­зилә Фәнсит ҡыҙы – был өлкәлә ҙур тәж­ри­бә туплаған белгес. Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты үткәргән курстарҙа, туған тел уҡытыусыларының төрлө кимәлдәге конференцияларында, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатна­шып, уларҙа күтәрелгән проблемаларҙы журналда даими яҡтырта. Был, әлбиттә, баҫманың йөкмәткеһен байыта, уны уҡым­лыраҡ итә. Бүлектең маҡсаты – ту­ған тел уҡытыусыларына методик йә­һәттән булышлыҡ ҡылыу, уларға балалар күңелендә дуҫлыҡ, толерантлыҡ, тыуған яҡҡа, йолаларға ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләүҙә ярҙам итеү.
“Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” дәүләт программаһына ярашлы, республикала йәшәгән төп халыҡтың әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын һаҡлау, үҫтереү маҡсатында журналда тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлектәре асылды. Уларҙың мөхәррире Гөлнара Ҡусҡарбаева әйте­үенсә, кластан тыш саралар, ғалим-педа­гогтарҙың, психологтарҙың мәҡәләләре, тәрбиәүи темаларға арналған сценарий­ҙар – уҡытыусы өсөн ҙур ярҙамсы. Һәр яҡлап та камиллыҡҡа ынтылған журналист йәмғиәттә, айырыуса йәштәр ара­һында тарала барған насар ғәҙәттәр, уларҙы иҫкәртеү буйынса тәрән йөкмәт­келе мәҡәләләр бирергә, башҡорт ком­позиторҙары ижадын киң яҡтыртырға тырыша.
Тәбиғи һәм теүәл фәндәр, һөнәри белем биреү бүлектәре асылған көндән алып уларға Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Илгиз Ғүмәров етәкселек итә. Редакцияла 20 йылдан ашыу эшләгән бай тәжрибәле етәксе физика, химия, биология, математика буйынса Рәсәй, республика олимпиадаларында ҡатна­шып, Берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороусылар менән бәйләнешкә инеп, йыл да ҡабатланған хаталарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән аналитик мәҡәләләр яҙа. Был, әлбиттә, уҡытыусыға ҙур ярҙам.
Журналда корректор вазифаһын Гөл­шат Байназарова башҡара. Ул, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ифрат яуаплы, баҫ­маны техник һәм грамматик яҡтан камиллаштырыу маҡсатында уңышлы эшләй.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” башҡа­ баҫмаларҙан төҙөлөшөнөң ҡатмарлы булыуы менән айырылып тора. Мәҡәлә­ләр­ҙең бер нисә телдә бирелеүе, таб­ли­ца-һыҙ­маларҙың күплеге, программаларҙың төр­лөлөгө ауырлаштыра уны. Шулай бу­лыуға ҡарамаҫтан, журналды биҙәүсе һәм компьютерҙа нәшергә әҙерләүсе Фәнил Емалетдинов был бурысты еренә еткереп, намыҫ менән атҡара. Редакцияла шулай уҡ компьютерҙа йыйыусы Зәлифә Рамазанова, баш бухгалтер Резеда Шәймәрҙәнова, водитель Руслан Низаев эшләй.
Коллективтың тырыш хеҙмәте һөҙөм­тәһендә журнал бөгөн дә республи­ка­быҙҙа иң күп тираж менән таралған баҫмаларҙың береһе булып тора. Был мәҡәләләрҙә күтәрелгән мәсьәләләрҙең көнүҙәклеге, “тәжрибә майҙансығы”ның юғары кимәле тураһында һөйләй.

Таһинур БӘҘЕРТДИНОВА,
журналдың яуаплы секретары.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 110

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529