Республикала иң абруйлы баҫмаларҙың береһе булған “Башҡортостан уҡытыусыһы”
95 йыллығын билдәләй. Заманында мәғариф тармағы үҫешен, башҡорт телен уҡытыу методикаһын яйға һалыу маҡсатында булдырылған журнал һәр осорҙа ла үҙ бурыстарына тоғро ҡала.Заман талаптарына ярашлы, әлбиттә, баҫманың йөкмәткеһе үҙгәрә, унда яңынан-яңы бүлектәр асыла, рубрикалар индерелә. Шулай ҙа журнал төп тәғәйенләнешенән тайпылмай, педагогтарҙың “уң ҡулы” булып ҡала. Әле “Башҡортостан уҡытыусыһы”нда мәҡәләләр туғыҙ телдә – башҡорт, урыҫ, татар, мари, сыуаш, удмурт, немец, француз, инглиз – донъя күрә. Баш мөхәррире – Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Салауат Кәримов. Журналистарға килгәндә, уларҙың барыһы ла заманында мәктәптә эшләгән, һәммәһе лә мәғариф мәсьәләләрен, уҡытыу алымдарын һәйбәт белә. Редакцияның кәңәшселәр ҡоро ла бар. Уның ағзалары белем биреү тармағы алдында торған бурыстарҙы, хәл итәһе мәсьәләләрҙе билдәләп, артабан ниндәйерәк юҫыҡта эшләү мөһимлеген асыҡларға булышлыҡ ҡыла, йүнәлеш, кәңәш бирә.
Һүҙ юҡ, һәр коллективтың уңышы тәү сиратта етәксегә бәйле. Юл ярып барыусының үҙ эшен мөкиббән яратыуы, яуаплы, ойоштороу һәләтенә эйә булыуы, хеҙмәткәрҙәр менән уртаҡ тел табыуы, уларға дөрөҫ йүнәлеш бирә белеүе мөһим. Журналдың баш мөхәррире Салауат Кәримов – тап шундай сифаттары аша ҙур абруй яулаған етәксе. Ул редакцияның тиҫтә йылдар дауамында һалынған күркәм йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай, шул уҡ ваҡытта һәр яңылыҡты күтәреп алып, киң даирәгә еткереүҙе, сифатлы мәҡәләләр әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, журналдың баш мөхәррире урынбаҫары Әминә Раҡаева ла йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Уны мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн китаптар, педагогия училищелары уҡыусыларына тәғәйенләнгән дәреслек-методик ҡулланмалар авторы булараҡ та беләләр. Мәғариф өлкәһендә туплаған бай тәжрибәһе Әминә Сәмиғулла ҡыҙына республика баҫмаһында йөҙөп эшләү, һөнәри тәжрибәһе менән уртаҡлашыу мөмкинлеген бирә.
Журналда уҡыу-уҡытыу, тәрбиә мәсьәләләренә ҡағылышлы мөһим сараларҙың, теоретик, ғилми-методик һәм ғилми-ғәмәли эшкәртмәләрҙең һөҙөмтәләре киң яҡтыртыла. Баҫма, үҙгәрештәр осоронда һәр яңылыҡты тотоп алып, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү эшенә тос өлөш индерә. “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды ғәмәлгә ашырыуҙа, башҡорт телен дәүләт статусында өйрәнеүҙә, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрен хәл итеүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Был йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырған белгестәрҙең ижади яҙмышы журналдың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бүлеге менән тығыҙ бәйле. Тема буйынса төрлө фекерҙәргә урын бирелә: абруйлы ғалимдар, тәжрибәле уҡытыусы-методистар менән бер рәттән педагогик эшмәкәрлектәге тәүге уңыштары менән уртаҡлашырға теләгән йәштәр ҙә сығыш яһай. Төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, үҙ авторҙарыбыҙҙы табабыҙ, ижади эҙләнеү эше менән мәшғүл педагог-практиктарҙы асыҡлап, уларҙың хеҙмәт тәжрибәһен таратабыҙ. Һөҙөмтәлә журналдың йөкмәткеһе байый, иң мөһиме – талантлы, “ҡәләмле” туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылары күбәйә.
Башланғыс мәктәп бүлегенә иһә түбәндәге йүнәлештәр буйынса даими эш алып барыу бурысы йөкмәтелгән: белем биреү тармағын ҡулайлаштырыу; яңы федераль белем биреү стандарттарына күсеү; уҡыусыларҙы тәрбиәләү һәм шәхес булараҡ үҫтереүҙең заманса концепцияларының ғәмәлгә инеүе; уҡыусыларҙың белемен тикшереүҙе, уҡыу-уҡытыуҙы, тәрбиәне камиллаштырылған алдынғы педагогик технологияларҙың эшләнеүе һәм башҡалар. Был бурыстарҙы журналда оҙаҡ йылдар башланғыс мәктәп, мәктәпкәсә тәрбиә бүлектәренә етәкселек иткән Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, тынғыһыҙ һәм эҙләнеүсән Эльза Сәғиҙуллина намыҫлы атҡара. Тәжрибәле белгес, белем биреү тармағындағы яңылыҡтарҙы тиҙ арала үҙләштереп, уларҙы уҡытыусыға ваҡытында еткереүгә өлгәшә. Әйткәндәй, уҙған йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса Эльза Сәғиҙуллина журналдың лауреаты тип билдәләнде.
Урыҫ теле һәм әҙәбиәте бүлеге лә һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтыла. Унда Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек, милли мәктәптәрҙә урыҫ телен уҡытыу, федераль дәүләт белем биреү стандарттарына күсеү мәсьәләләре өйрәнелә һәм даими яҡтыртыла. Бүлек етәксеһе, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Флорида Искәндәрова уҡытыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған темаларҙы, проблемаларҙы үҙләштереп, улар буйынса белгестәргә мөрәжәғәт итә. Үҙе лә әүҙем яҙыша, “түңәрәк өҫтәл”дәр уҙғара.
Журналдың милли телдәр һәм әҙәбиәттәр бүлеге 1995 йылдың ғинуарынан эшләй. Шул көндәрҙән алып уға татар теле һәм әҙәбиәте буйынса бер нисә дәреслек авторы Тәнзилә Миңләхмәтова етәкселек итә. Уҡытыусылар, мәғариф идаралыҡтары методистары менән тығыҙ бәйләнеш булдырған ул. Бүлектең эше милли төбәк компонентына нигеҙләнеп ойошторола. Тырыш һәм тынғыһыҙ Тәнзилә Фәнсит ҡыҙы – был өлкәлә ҙур тәжрибә туплаған белгес. Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты үткәргән курстарҙа, туған тел уҡытыусыларының төрлө кимәлдәге конференцияларында, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, уларҙа күтәрелгән проблемаларҙы журналда даими яҡтырта. Был, әлбиттә, баҫманың йөкмәткеһен байыта, уны уҡымлыраҡ итә. Бүлектең маҡсаты – туған тел уҡытыусыларына методик йәһәттән булышлыҡ ҡылыу, уларға балалар күңелендә дуҫлыҡ, толерантлыҡ, тыуған яҡҡа, йолаларға ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләүҙә ярҙам итеү.
“Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” дәүләт программаһына ярашлы, республикала йәшәгән төп халыҡтың әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын һаҡлау, үҫтереү маҡсатында журналда тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлектәре асылды. Уларҙың мөхәррире Гөлнара Ҡусҡарбаева әйтеүенсә, кластан тыш саралар, ғалим-педагогтарҙың, психологтарҙың мәҡәләләре, тәрбиәүи темаларға арналған сценарийҙар – уҡытыусы өсөн ҙур ярҙамсы. Һәр яҡлап та камиллыҡҡа ынтылған журналист йәмғиәттә, айырыуса йәштәр араһында тарала барған насар ғәҙәттәр, уларҙы иҫкәртеү буйынса тәрән йөкмәткеле мәҡәләләр бирергә, башҡорт композиторҙары ижадын киң яҡтыртырға тырыша.
Тәбиғи һәм теүәл фәндәр, һөнәри белем биреү бүлектәре асылған көндән алып уларға Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Илгиз Ғүмәров етәкселек итә. Редакцияла 20 йылдан ашыу эшләгән бай тәжрибәле етәксе физика, химия, биология, математика буйынса Рәсәй, республика олимпиадаларында ҡатнашып, Берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороусылар менән бәйләнешкә инеп, йыл да ҡабатланған хаталарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән аналитик мәҡәләләр яҙа. Был, әлбиттә, уҡытыусыға ҙур ярҙам.
Журналда корректор вазифаһын Гөлшат Байназарова башҡара. Ул, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ифрат яуаплы, баҫманы техник һәм грамматик яҡтан камиллаштырыу маҡсатында уңышлы эшләй.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” башҡа баҫмаларҙан төҙөлөшөнөң ҡатмарлы булыуы менән айырылып тора. Мәҡәләләрҙең бер нисә телдә бирелеүе, таблица-һыҙмаларҙың күплеге, программаларҙың төрлөлөгө ауырлаштыра уны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, журналды биҙәүсе һәм компьютерҙа нәшергә әҙерләүсе Фәнил Емалетдинов был бурысты еренә еткереп, намыҫ менән атҡара. Редакцияла шулай уҡ компьютерҙа йыйыусы Зәлифә Рамазанова, баш бухгалтер Резеда Шәймәрҙәнова, водитель Руслан Низаев эшләй.
Коллективтың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә журнал бөгөн дә республикабыҙҙа иң күп тираж менән таралған баҫмаларҙың береһе булып тора. Был мәҡәләләрҙә күтәрелгән мәсьәләләрҙең көнүҙәклеге, “тәжрибә майҙансығы”ның юғары кимәле тураһында һөйләй.
Таһинур БӘҘЕРТДИНОВА,
журналдың яуаплы секретары.