Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иркен йорт – һәр кемдең хыялы
Иркен йорт –  һәр кемдең хыялы Күңел һәр саҡ гүзәллеккә, яҡтыға ынтылыусан. Тигеҙ юлдар сәйәхәткә йәм өҫтәһә, йылы, иркен йорттар кәйефте бөтәйтә. Республиканың һәр төбәгендә төҙөлөш дәррәү барғанын күреп, иртәгәһе көнгә ышаныс уяна. Торлаҡ йорттар ҡалҡып сығыуы тормоштоң гөрләп тороуына ишаралай.


Былтыр Стәрлетамаҡ районы билә­мәһендә 63 238 квадрат метр майҙандағы торлаҡ файҙаланыуға тап­шы­рылған. Мохтажлыҡ кисергән ғаиләләрҙе уңайлы торлаҡ шарттары менән тәьмин иткән ойошмаларҙың байтаҡ булыуы һөйөнөслө.
– Стәрлетамаҡ ҡалаһында урта мәк­тәпте, унан инде техникумды та­мамлағас, ғаилә ҡорҙом. Ошо уҡ осор­ҙа йорт һала башланым. Алты йыл дауамында ҙур тырышлыҡ менән тө­ҙөл­гән өйөбөҙҙә бөгөн иркенләп донъя көтәбеҙ, – тип яҡындары ха­ҡында йылы хистәр аша бәйән итте әңгә­мәсебеҙ, “Стройактив” ойошмаһы етәк­сеһе Сергей Белаш. Украин егете менән немец ҡыҙы ҡорған һоҡланғыс ғаиләлә ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләнә.
Сергей Анатольевичтың 2005 йыл­да төҙөлөш менән ныҡлап шөғөл­ләнә башлауы юҡтан түгел, сөнки атаһы ғүмеренең 30 йылын ошо өлкәлә хеҙмәт итеүгә арнаған.
Иркен йорт –  һәр кемдең хыялы“Рощинский” ҡасабаһына килгән­дәрҙе аҡ, һары төҫтәр менән аралаштырып биҙәлгән өс ҡатлы ыҡсым йорт ҡаршылай. Социаль тәғәйенләнештә халыҡ мәнфәғәтендә башҡарылған был гүзәл хеҙмәт өлгөһө үҙенең сағыулығы, ғәжәп тәбиғәт ҡосағында урынлашыуы менән күптәрҙә һоҡла­ныу хисе уята. Йорттоң эске ҡоролошо иһә һәр кемебеҙ хыялында йөрөткәнсә зауыҡлы һәм уңайлы. “Стройактив” ойошмаһы төҙөгән ошо йорттағы бер бүлмәле фатирҙың хаҡы 1 миллион 150 мең һумдан башлана.
30 кешенән торған был компания 2014 йылды тотошлай тиерлек социаль торлаҡ төҙөүгә бағышлаған. Ойош­ма етәксеһе Сергей Белаштың һәр кемгә лә асыҡ сырайлы, ихлас мөғәмәләлә булыуы, яратып башҡар­ған эшенән оло ҡәнәғәтлек кисереп, халыҡ өсөн намыҫлы хеҙмәт итеүе “Стройактив”тың ышаныслы һәм уңыш­лы киләсәгенә шик тыуҙырмай.
– Төҙөлөш барған осорҙа бик күп аҡса тотонорға тура килә, кәрәк-яраҡ осһоҙ түгел. Берҙәм, тырыш хеҙмәт кенә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, – ти әңгәмәсебеҙ.
Ә уның ҡатыны сәскә һатыу менән шөғөлләнә. Ҡалала байтаҡ сауҙа нөктәһе бар. Ғаилә башлығы әйте­үенсә, сәскә төҙөлөшкә ҡарағанда ла күберәк табыш килтерә. Ирҙең дә, ҡатындың да йүнселлеккә тотоноп, уртаҡ маҡсатҡа табан атлауҙары һоҡланыу хисе уята. Ысынлап та, был ғаилә – тиң, матур донъя көтөү өлгөһө.






Автор: Г. ҒӘЙЗУЛЛИНА. Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә