Күңел һәр саҡ гүзәллеккә, яҡтыға ынтылыусан. Тигеҙ юлдар сәйәхәткә йәм өҫтәһә, йылы, иркен йорттар кәйефте бөтәйтә. Республиканың һәр төбәгендә төҙөлөш дәррәү барғанын күреп, иртәгәһе көнгә ышаныс уяна. Торлаҡ йорттар ҡалҡып сығыуы тормоштоң гөрләп тороуына ишаралай.
Былтыр Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә 63 238 квадрат метр майҙандағы торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Мохтажлыҡ кисергән ғаиләләрҙе уңайлы торлаҡ шарттары менән тәьмин иткән ойошмаларҙың байтаҡ булыуы һөйөнөслө.
– Стәрлетамаҡ ҡалаһында урта мәктәпте, унан инде техникумды тамамлағас, ғаилә ҡорҙом. Ошо уҡ осорҙа йорт һала башланым. Алты йыл дауамында ҙур тырышлыҡ менән төҙөлгән өйөбөҙҙә бөгөн иркенләп донъя көтәбеҙ, – тип яҡындары хаҡында йылы хистәр аша бәйән итте әңгәмәсебеҙ, “Стройактив” ойошмаһы етәксеһе Сергей Белаш. Украин егете менән немец ҡыҙы ҡорған һоҡланғыс ғаиләлә ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләнә.
Сергей Анатольевичтың 2005 йылда төҙөлөш менән ныҡлап шөғөлләнә башлауы юҡтан түгел, сөнки атаһы ғүмеренең 30 йылын ошо өлкәлә хеҙмәт итеүгә арнаған.
“Рощинский” ҡасабаһына килгәндәрҙе аҡ, һары төҫтәр менән аралаштырып биҙәлгән өс ҡатлы ыҡсым йорт ҡаршылай. Социаль тәғәйенләнештә халыҡ мәнфәғәтендә башҡарылған был гүзәл хеҙмәт өлгөһө үҙенең сағыулығы, ғәжәп тәбиғәт ҡосағында урынлашыуы менән күптәрҙә һоҡланыу хисе уята. Йорттоң эске ҡоролошо иһә һәр кемебеҙ хыялында йөрөткәнсә зауыҡлы һәм уңайлы. “Стройактив” ойошмаһы төҙөгән ошо йорттағы бер бүлмәле фатирҙың хаҡы 1 миллион 150 мең һумдан башлана.
30 кешенән торған был компания 2014 йылды тотошлай тиерлек социаль торлаҡ төҙөүгә бағышлаған. Ойошма етәксеһе Сергей Белаштың һәр кемгә лә асыҡ сырайлы, ихлас мөғәмәләлә булыуы, яратып башҡарған эшенән оло ҡәнәғәтлек кисереп, халыҡ өсөн намыҫлы хеҙмәт итеүе “Стройактив”тың ышаныслы һәм уңышлы киләсәгенә шик тыуҙырмай.
– Төҙөлөш барған осорҙа бик күп аҡса тотонорға тура килә, кәрәк-яраҡ осһоҙ түгел. Берҙәм, тырыш хеҙмәт кенә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, – ти әңгәмәсебеҙ.
Ә уның ҡатыны сәскә һатыу менән шөғөлләнә. Ҡалала байтаҡ сауҙа нөктәһе бар. Ғаилә башлығы әйтеүенсә, сәскә төҙөлөшкә ҡарағанда ла күберәк табыш килтерә. Ирҙең дә, ҡатындың да йүнселлеккә тотоноп, уртаҡ маҡсатҡа табан атлауҙары һоҡланыу хисе уята. Ысынлап та, был ғаилә – тиң, матур донъя көтөү өлгөһө.