Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡояшҡа үрелеп баллана виноград
Ҡояшҡа үрелеп баллана виноград Ҡыш. Әле емеш-еләктең ҡояшҡа үрелеп балланыр миҙгеле етмәһә лә, Кушнаренко селекция үҙәгендә ҡыҙыу мәл. Был аңлашыла: һәр уңыштың нигеҙендә оҙайлы йылдар һуҙымындағы хеҙмәт ята.

Беҙ килгәндә виноград үҫтереү буйынса ғилми хеҙмәткәр Наталья Старцева яҙын ултыртасаҡ сыбыҡсаларҙы барлай ине.
– Үҫентеләрҙе көҙҙән ҡырҡып алып, баҙға ҡуябыҙ. Әле шуларҙы киҫеп, бер айға баҙҙағы ҡарға тығып ҡуябыҙ, унан һуң теплицаға ултыр­табыҙ. Дүртенсе йылға баллы емеш бирә башла­ясаҡтар, – тине ул, беҙгә сыбыҡсаларҙы күрһәтеп.
Тәүҙә Кушнаренколағы техникумда, унан аграр университетта белем алған ҡыҙ бөгөн ең һыҙ­ғанып быуат элек тиерлек башланған эште дауам итә. Бынан тыш, селекционер махсус әҙәбиәт уҡый, фән менән шөғөлләнә.
Үҙәктең етәксеһе Ринат Шафиҡов даны сит тарафтарға ла таралған Кушнаренко йөҙөмөнөң тарихы хаҡында ғорурланып һөйләне.
– Василий Стреляев етәкселегендә емеш-еләк культураларын өйрәнеү буйынса Кушнаренко үҙәге 1926 йылда ойошторола, – тине ул. – Көньяҡта тыуып үҫкән ҡатыны Лидия үҙе менән бергә йылы яҡ үҫемлеген дә алып килә. Шулай итеп, Стреляевтар менән бергә виноград та Башҡортостанға ерегә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Лидия Николаевнаның ире, улы фронтҡа китеп, кире әйләнеп ҡайтмай.
Агроном Лидия Стреляева селекция эшенең нигеҙе итеп француз винограды сорттарын ала. Яҡшы үҫемлектәрҙе ентекләп һайлап, ул башҡорт виноградын килтереп сығара, уның бер сортын һуғышта үлгән берҙән-бер улы хөрмәтенә “Александр” тип атай. Артабан “башҡорт зөбәржәте”, “иртә башҡорт винограды”, “бәләкәй”, “юбилей” сорттары барлыҡҡа килә. Улар һал­ҡынға бирешеп бармауы, мул уңыш биреүе, тәмле булыуы менән айырыла.
Өс гектар майҙанда виноград баҡсаһы төҙөй ул. Унан алынған сыбыҡсалар илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә, сит илдәрҙә лә тамыр ебәрә. Был селекция эше өсөн Лидия Стреляева дәүләт премияһына лайыҡ була.
Оҙаҡ йылдар алып барылған тәжрибә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай: урындағы емеш фай­ҙалы, татлы, беҙҙәге шарттарға тиҙ яраҡлашыуы, һалҡынға бирешеп бармауы менән отошло. Бөгөн бында ҡырҡтан ашыу виноград төрө, гибриды бар.
– Күптәр был емеште үҫтереү мәшәҡәтле, ҡышын өшөй тип уйлап хаталана, – тип Ринат Әнүәр улы һүҙен дауам итте. – Минеңсә, көньяҡ ҡунағын үҫтереү ап-анһат: көҙөн уны ергә һалып, өҫтөн тиреҫ, ҡар менән ҡаплап ҡуйғас, ыжғыр һыуыҡтарҙа ла имен ҡышлай ул. Ултыртыласаҡ ерҙе лә дөрөҫ һайларға кәрәк. Ел үтә һуғып тормаған урын булһын. Шуға ла йорт, һарай эргәләрен һайлау ҡулайлы.
Әйткәндәй, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтына ҡараған селекция үҙәгендә виноград ҡына түгел, алма, груша, ҡурай, ер еләге, ҡарағат, сейә, слива, крыжовник, һырғанаҡ кеүек емештәрҙе үрсетеү, яңы төрҙәрен уйлап сығарыу йәһәтенән дә ҙур эш алып барыла.
Бөгөн Кушнаренко емеш-еләк питомнигының даны киң билдәле. Ошоға бәйле ҡайһы берәү­ҙәрҙең анһат ҡына кеҫә ҡалынайтыу теләген, мутлашыуын да йәшермәне Ринат Әнүәр улы:
– Бер саҡ баҙарҙа Кушнаренконыҡы тип үҫенте һатып торғандарын күрҙем дә эргәләренә бар­ҙым. Һораша башлаһам, хатта дирек­торҙың да исемен әйтә алманылар. Шуға ла емеш-еләк үҫтерергә теләүселәр уларҙы беҙҙән килеп алһа, һәйбәтерәк булыр ине.

– Беҙҙең алмаларҙы ҡыш буйына һаҡлап буламы? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ Ринат Әнүәр улынан.
– Ни эшләп булмаһын! Бары тик уны ваҡытында өҙә белергә кәрәк.
Шул саҡ өҫтәлгә селекционер Харис Фазли­әхмәтов ҡып-ҡыҙыл алмалар килтереп һалды.
– Ауыҙ итеп ҡарағыҙ әле!
Беҙ алмаға үрелдек. Аһ, тәмлелеге! Әле генә өҙөп алынған тиерһең. Ауыҙҙа иреп тора. Үҙебеҙҙеке үҙебеҙҙеке инде, ағыу һеңдерелмәгән. Юғиһә магазиндан алған алманы бер ҡабып ҡарайһың да башҡаса ашағы ла килмәй.
Харис Фазлиәхмәтов утыҙ йылдан ашыу ғүмерен алма, грушаны өйрәнеүгә, уларҙың яңы сорттарын булдырыуға арнаған.
– Быныһы “башҡорт ҡышҡы сорты” (“башкирский зимний”), уны ғәҙәттәге температурала мартҡа ҡәҙәр, ә һыуытҡыста йәки мөгәрәптә йәй уртаһына, ә “башҡорт матуры”н (“башкирский красавец”) февралгә тиклем һаҡларға була
– Башҡортостанды үҙебеҙҙең алмалар менән генә тәьмин итеп буламы?
– Әлбиттә, мөмкин! Бының өсөн ваҡыт кәрәк. Заманында “КамАЗ”лап һата торғайныҡ. Үкенескә ҡаршы, үҙгәртеп ҡороу йылдарында бөтәһен дә ҡыйратып ташланыҡ. Баҡалыла, Шишмәлә ниндәй яҡшы питомниктар бар ине!
1984 йылғы һалҡын ҡышта күп кенә үҫенте өшөп һәләк булһа ла, артабан да эштәр гөрләп бара. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Урал төбәгендә баҡсалар майҙаны буйынса беренсе урынды биләй. Әммә 1990 йылдарҙағы болғаныш хеҙмәт, ҡара тир түгеп барлыҡҡа килтерелгән емеш-еләк баҡсаларын да ташландыҡҡа әйләндерә.
Ә бит емерер өсөн аҡыл кәрәкмәһә лә, булдырыуы, ай-һай, ҡыйын.
– Бөгөн башҡа райондарҙа ла алма үҫтерергә мөмкинлек бармы?
– Әлбиттә! Тик бының өсөн районлаштырылған сорттарҙы һайлап ала белергә кәрәк. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа беҙҙең селекция эшенең ҡаҙа­нышы булған, дәүләт реестрына ингән “башҡорт зөбәржәте”, “көҙгө Кушнаренко”, “бүләк”, “башҡорт бельфлеры” һалҡын йылдарҙа мул уңыш биреп ҡыуандырҙы.
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшере­неү институты директоры Вәкил Ширәев әйте­үенсә, Кушнаренко баҡсасыларының абруйы рес­пуб­ликанан ситтә лә билдәле. Селекция эшендә арымай-талмай хеҙмәт иткән Мәхмүдә Әбдиева, Татьяна Дюминаларҙың фиҙакәрлеге баһаға лайыҡ. Тап улар сығарған үҫентеләрҙе эҙләп төрлө өлкәләрҙән килеп етәләр. Былтыр үҙәк бөтәһе 226 меңдән ашыу үҫенте, 43 мең һумлыҡ емеш-еләк һатҡан.
Бөгөн сауҙа нөктәләрендә һатылған емеш-еләктең ҡояш нурында түгел, ә химик юл менән бешеүе бер кемгә лә сер түгел. Организм өсөн уларҙың файҙаһынан зыяны күберәк булыуы ла мәғлүм. Шуға ла үҙебеҙҙә үҫкән алма, грушаларға бер ни етмәй! Был йәһәттән теләге булғандарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр бында. Теге йәки был үҫентене ултыртыу өсөн уңайлы ер һайлап алыуға ла заказ ҡабул итәләр.










Автор: Венер ИСХАҠОВ Район: Кушнаренко районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә