Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атай рухына тап төшөрмәй
Ауыл кешеләренең һәр береһе хаҡында тиерлек йылы һүҙ әйтергә, ябай ғына хеҙмәтендә лә ҡаһарманлығын күрергә мөмкин. Нәфисә менән Рәхмәтулла Мортазиндарҙың ғаиләһендә баш бала булып үҫкән Сабит та — шундайҙарҙың береһе.

Амангилде ауыл Советына ҡараған биш ауыл ялан яҡта урынлашҡан “Заветы Ильича” колхозына инә торғайны. Урман-таулы яҡ тип торманылар, тәбиғәтенең ҡырыҫлығына ҡарамай бойҙай, һоло, арпа кеүек иген культуралары сәсеп, мул уңыш алдылар. Фермаларҙа ла эш ҡайнап торҙо. Шулай булмаһа, Дания Бүләкбаева 17 йәшендә генә III Бөтә Союз колхозсылар съезында ҡатнаша алыр инеме?!
Оҙон буйлы, зәңгәр күҙле, һары сәсле Рәхмәтулла ағайға Гусев ауылында урыҫса өндәшкәндәрен көлөп һөйләй торғайнылар. Ҡышҡы буранмы, яҙлы-көҙлө баҫыу эштәреме, бесән әҙерләү булһынмы, ал-ял белмәй техникаға запчастар эҙләп, Ырымбур менән Силәбе өлкәләренә тиклем бара торғайнылар. Колхоз рәйесе Исаак Пеннер Рәхмәтулла Мортазинды алтын ҡуллы тип маҡтар ине.
Күренекле сәсән Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың кинйә ҡыҙы Нәфисә менән Рәхмәтулла биш балаға ғүмер бирҙе. Хәҙер һәр береһе матур итеп донъя көтә. Бик ауыр эштең һөҙөмтәһелер инде, ағай йәшләй донъя ҡуйҙы. Ул саҡта тәүге балаһы Сабит Троицк ҡалаһында техникумда уҡый ине. Атаһы юлын дауам итеп, ауыл хужалығы институтын тамамлап, Гусевта механик, районда райпо етәксеһе, Амангилде ауыл хакимиәте башлығы, колхоз рәйесе урынбаҫары вазифаларын еренә еткереп атҡарҙы.
Әйткәндәй, “Амангилде” совхозы ойош­торолғас, ауылда йорттар менән бер рәттән балалар баҡсаһы ла төҙөлдө. Уны асыу тантанаһында совхоз директоры Азат Зиннәт улы Әхмәтов:
– Балаларға бассейнлы баҡса төҙөнөк. Тағы ла совхоз исеменән йорт-йыһаз бүләк итәбеҙ. Ә ауыл хакимиәте ниндәй бүләк әҙерләне икән? — тигәс, Сабит Мортазин:
– Беҙ ҙә буш ҡул менән килмәнек: баҡсаға егерме биш бала бүләк итәбеҙ, тағы тыуырға торалар, — тип яуаплаған. Уның йор һүҙлелеге олатаһы Шафиҡ сәсәндән киләлер. Иптәштәре төрлө мәҙәктәрен хәтерләргә ярата.
Сабит Рәхмәтулла улы егерме йыл юл төҙөү-ремонтлау идаралығында инженер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ауыр тип зарланмай, ҙур ҡәнәғәтлек менән атҡарҙы бурысын. Кирбестән һалынған ҙур йортта ҡатыны Тәнзилә менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Сабит – торғаны бер артист, тип әйтергә яраталар. Ысынлап та шулай, сөнки баянда оҫта уйнай, ә бейегәндә табаны ергә теймәй.
Төҙөк, көҙгөләй ялтырап, таҫмалай һуҙылып ятҡан тигеҙ юлдарҙан уҙғанда, уларҙы кемдәр төҙөгәне хаҡында уйланмайбыҙ ҙа. Ә кәрәк ине. Әбйәлил яҡтарындағы юл төҙөлөшөндә Сабит Мортазиндың да өлөшө ифрат ҙур.

Фирүзә САФИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.



Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә