Ауыл кешеләренең һәр береһе хаҡында тиерлек йылы һүҙ әйтергә, ябай ғына хеҙмәтендә лә ҡаһарманлығын күрергә мөмкин. Нәфисә менән Рәхмәтулла Мортазиндарҙың ғаиләһендә баш бала булып үҫкән Сабит та — шундайҙарҙың береһе. Амангилде ауыл Советына ҡараған биш ауыл ялан яҡта урынлашҡан “Заветы Ильича” колхозына инә торғайны. Урман-таулы яҡ тип торманылар, тәбиғәтенең ҡырыҫлығына ҡарамай бойҙай, һоло, арпа кеүек иген культуралары сәсеп, мул уңыш алдылар. Фермаларҙа ла эш ҡайнап торҙо. Шулай булмаһа, Дания Бүләкбаева 17 йәшендә генә III Бөтә Союз колхозсылар съезында ҡатнаша алыр инеме?!
Оҙон буйлы, зәңгәр күҙле, һары сәсле Рәхмәтулла ағайға Гусев ауылында урыҫса өндәшкәндәрен көлөп һөйләй торғайнылар. Ҡышҡы буранмы, яҙлы-көҙлө баҫыу эштәреме, бесән әҙерләү булһынмы, ал-ял белмәй техникаға запчастар эҙләп, Ырымбур менән Силәбе өлкәләренә тиклем бара торғайнылар. Колхоз рәйесе Исаак Пеннер Рәхмәтулла Мортазинды алтын ҡуллы тип маҡтар ине.
Күренекле сәсән Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың кинйә ҡыҙы Нәфисә менән Рәхмәтулла биш балаға ғүмер бирҙе. Хәҙер һәр береһе матур итеп донъя көтә. Бик ауыр эштең һөҙөмтәһелер инде, ағай йәшләй донъя ҡуйҙы. Ул саҡта тәүге балаһы Сабит Троицк ҡалаһында техникумда уҡый ине. Атаһы юлын дауам итеп, ауыл хужалығы институтын тамамлап, Гусевта механик, районда райпо етәксеһе, Амангилде ауыл хакимиәте башлығы, колхоз рәйесе урынбаҫары вазифаларын еренә еткереп атҡарҙы.
Әйткәндәй, “Амангилде” совхозы ойошторолғас, ауылда йорттар менән бер рәттән балалар баҡсаһы ла төҙөлдө. Уны асыу тантанаһында совхоз директоры Азат Зиннәт улы Әхмәтов:
– Балаларға бассейнлы баҡса төҙөнөк. Тағы ла совхоз исеменән йорт-йыһаз бүләк итәбеҙ. Ә ауыл хакимиәте ниндәй бүләк әҙерләне икән? — тигәс, Сабит Мортазин:
– Беҙ ҙә буш ҡул менән килмәнек: баҡсаға егерме биш бала бүләк итәбеҙ, тағы тыуырға торалар, — тип яуаплаған. Уның йор һүҙлелеге олатаһы Шафиҡ сәсәндән киләлер. Иптәштәре төрлө мәҙәктәрен хәтерләргә ярата.
Сабит Рәхмәтулла улы егерме йыл юл төҙөү-ремонтлау идаралығында инженер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ауыр тип зарланмай, ҙур ҡәнәғәтлек менән атҡарҙы бурысын. Кирбестән һалынған ҙур йортта ҡатыны Тәнзилә менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Сабит – торғаны бер артист, тип әйтергә яраталар. Ысынлап та шулай, сөнки баянда оҫта уйнай, ә бейегәндә табаны ергә теймәй.
Төҙөк, көҙгөләй ялтырап, таҫмалай һуҙылып ятҡан тигеҙ юлдарҙан уҙғанда, уларҙы кемдәр төҙөгәне хаҡында уйланмайбыҙ ҙа. Ә кәрәк ине. Әбйәлил яҡтарындағы юл төҙөлөшөндә Сабит Мортазиндың да өлөшө ифрат ҙур.
Фирүзә САФИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.