Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап”
Әҙәбиәт йылы уңайынан “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, баҫмабыҙҙы уҡыусы­ларҙың, зыялыларыбыҙҙың ярҙамына таянып, “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акци­я­һын ойоштора, тип хәбәр иткәйнек инде.

Хөрмәтле замандаштар, милләттәш­тәребеҙ­ҙең күбеһе Баш­ҡортос­тандан ситтә йәшәй. Республика нәшриәттәрендә сыҡҡан китаптар Рәсәй төбәк­тә­ренә барып етмәй, шуға күрә сит өлкәләрҙә көн иткән халҡыбыҙ вәкилдәре туған телебеҙҙә аралашыуға зар-интизар. “Башҡортса әҫәрҙәр уҡыһаҡ, ҡулыбыҙ­ға туған телдә сыҡҡан китапты тотһаҡ, ҙур ҡыуаныс кисерәбеҙ! “Бәйләнештә” социаль селтәренең башҡортса интерфейсы ғына рухи ихтыяжды бер ни тиклем ҡәнәғәтләндерә. Китаптар беҙгә лә килеп етһен ине!” – тип яҙа Силәбе өлкәһенән Марат исемле егет.
Ә ошондай күңел кисерештәре менән уртаҡ­лашҡандар, аралашыуға сарсағандар, ысынлап та, бихисап. Әйҙәгеҙ, ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ситтә йәшәгән милләттәштәргә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкә­ләрендә, Пермь крайы һәм башҡа яҡтарҙа төплән­гән башҡорттар үҙ телендә китап уҡып ҡыуанһын!
Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән рухи хазина­лары­быҙ­ҙың сағылышы булған милли китаптар көтөп ҡалабыҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәтте 272-05-43, 272-16-24 телефондарына шылтыратып белә алаһығыҙ.
Әйткәндәй, башланғысҡа тәүгеләрҙән булып түбәндәге дуҫтарыбыҙ ҡушылды:
Нажиә Игеҙйәнова, яҙыусы;
Әнәс Мирғәлиев, пенсионер;
Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы;
Рәшит Шәкүр, ғалим;
Миңһылыу Фәйзуллина, Өфө янындағы Чесноковка ауылынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә