“Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап”20.02.2015
Әҙәбиәт йылы уңайынан “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, баҫмабыҙҙы уҡыусыларҙың, зыялыларыбыҙҙың ярҙамына таянып, “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһын ойоштора, тип хәбәр иткәйнек инде.
Хөрмәтле замандаштар, милләттәштәребеҙҙең күбеһе Башҡортостандан ситтә йәшәй. Республика нәшриәттәрендә сыҡҡан китаптар Рәсәй төбәктәренә барып етмәй, шуға күрә сит өлкәләрҙә көн иткән халҡыбыҙ вәкилдәре туған телебеҙҙә аралашыуға зар-интизар. “Башҡортса әҫәрҙәр уҡыһаҡ, ҡулыбыҙға туған телдә сыҡҡан китапты тотһаҡ, ҙур ҡыуаныс кисерәбеҙ! “Бәйләнештә” социаль селтәренең башҡортса интерфейсы ғына рухи ихтыяжды бер ни тиклем ҡәнәғәтләндерә. Китаптар беҙгә лә килеп етһен ине!” – тип яҙа Силәбе өлкәһенән Марат исемле егет.
Ә ошондай күңел кисерештәре менән уртаҡлашҡандар, аралашыуға сарсағандар, ысынлап та, бихисап. Әйҙәгеҙ, ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ситтә йәшәгән милләттәштәргә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайы һәм башҡа яҡтарҙа төпләнгән башҡорттар үҙ телендә китап уҡып ҡыуанһын!
Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән рухи хазиналарыбыҙҙың сағылышы булған милли китаптар көтөп ҡалабыҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәтте 272-05-43, 272-16-24 телефондарына шылтыратып белә алаһығыҙ.
Әйткәндәй, башланғысҡа тәүгеләрҙән булып түбәндәге дуҫтарыбыҙ ҡушылды:
Нажиә Игеҙйәнова, яҙыусы;
Әнәс Мирғәлиев, пенсионер;
Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы;
Рәшит Шәкүр, ғалим;
Миңһылыу Фәйзуллина, Өфө янындағы Чесноковка ауылынан.