Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етди һынауҙар көтә
Етди һынауҙар көтә Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөндә республика халҡы муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына депутаттар һайлаясаҡ. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВ менән осрашыуыбыҙға асылда ошо сәйәси ваҡиға сәбәпсе булды. Һайлауҙар араһындағы осорҙа ниндәй эштәр башҡарыла? Ҡануниәттә яңылыҡтар бармы? Һайлаусыларҙы көҙ нимә көтә? Форсаттан файҙаланып, ошо һәм башҡа һорауҙарға ла яуап алдыҡ.

— Хәйҙәр Арыҫлан улы, быйыл республиканың һайлау системаһында ниндәй әһәмиәтле саралар көтөлә?
— “Ҙур” һайлауҙар, был осраҡта мин федераль йәки республика кимәлендәге сәйәси һынауҙарҙы күҙ уңында тотам, булмаясаҡ. Берҙәм тауыш биреү көнөндә — әйткәндәй, быйыл ул 13 сентябргә тура килә — республиканың 53 районына ҡараған 773 ауыл биләмәһе Советында депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Был көндө ете меңдән ашыу депутат мандаты алмаштырыласаҡ. Бынан тыш, һайлау кампанияһы ике ҡасабала — Шишмәлә һәм Приютта үтәсәк.
Сараны үткәреү бурысын округ һайлау комиссияһы вәкәләттәре йөкмә­телгән территориаль һайлау комиссиялары атҡарасаҡ. Ойоштороу эштәренән тыш, февраль-март айҙарында участка һайлау комиссияларының резерв составын тулыландырыу, ә йыл аҙағында территориаль һайлау комиссияһының яңы струк­тураһын формалаштырыу күҙал­лана.
Участка комиссияларының резервына ғаризалар ҡабул ителә башланы ла инде. Теләге булғандар территориаль комис­сияларға 16 мартҡа тиклем мөрәжәғәт итә ала. Участкалағы һайлау комиссияһына канди­дату­раларҙы сәйәси партиялар, һайлау берләшмәләре, йәмәғәт ойошмалары, муниципаль берәмектең вәкәләтле органы, шулай уҡ йәшәү, эшләү, хеҙмәт итеү, уҡыу урыны буйынса һайлаусылар йыйылышы күрһәтә.
Резервты тулыландырыуҙа, ғәҙәттә, сәйәси партиялар әүҙем ҡатнаша. Әйтәйек, резервта иҫәпләнгән яҡынса 23 мең кешенең яртыһынан күбеһе — сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре тарафынан тәҡдим ителгән кандидаттар. Иң ҙур “запас” “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенә тура килә — 6 меңдән ашыу кеше, КПРФ-тыҡы аҙыраҡ — яҡынса 2 мең. Бынан тыш, тағы 12 сәйәси партияның үҙ вәкиле бар.
Йыл территориаль һайлау комис­сияларының яңы составын раҫлау менән тамамланасаҡ, тинем. Әле был системаны көйләү йәһәтенән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Кандидаттың йәше, белеме, һайлау комиссияһында эшләү тәжрибәһе, хатта командала үҙен тотошо — һайлап алыу критерийҙарын ентекләп өйрәнеү шарт. Айырыуса территориаль һайлау комиссияһы ағзаһының ҡайҙа йәшәүе иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Юҡһа бер мәл шундай осраҡ тер­кәлде: фәлән партияның төбәк бүлексәһе Балаҡатай территориаль һайлау комиссияһына Баймаҡта йәшәгән кешене тәҡдим иткән. Район үҙәктәре араһындағы ара – яҡынса 700 саҡрым. Әлбиттә, был ҡануниәткә ҡаршы килмәй, тик ысынбарлыҡта бөтөнләй башҡасараҡ килеп сыға бит: ниндәй комиссия ағзаһы ошондай шарттарҙа эшләй алһын, бигерәк тә һайлау осоронда, көн һайын тиерлек төрлө йыйылыштарҙа ҡатнашырға тура килгәндә? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай миҫалдар берәү-икәү менән генә сикләнмәй.
— Ә муниципаль һайлауҙы ойоштороуҙың үҙенсәлеге нимәлә? Ғөмүмән, райондар өсөн был сәйәси ваҡиғаның әһәмиәтен нисегерәк баһалайһығыҙ?
— Муниципаль һайлау, ойоштороу барышынан сығып фекер йөрөткәндә, иң ауыры һанала. Беренсенән, һайлау кампания­ларының һанын ғына алып ҡарайыҡ: муниципаль берәмектә вәкәләтле орган­дарға нисә һайлау үткәрелә, шунса иҫәпләнә. Билдәле, күрһәтелгән кандидаттар ҙа аҙ булмаясаҡ. Әйткәндәй, үҙ кандидатураһын тәҡдим иткәндәр реестрға теркәлгәнгә саҡлы һайлау комиссияһы улар тураһындағы бөтөн мәғлүмәтте ентекле тикшерергә бурыслы. Был иһә – һайлауҙы ойоштороусыларҙың ғына түгел, ә беҙҙең уҙаҡташтарыбыҙҙың, тәү сиратта, һаулыҡ һаҡлау органдарының, Росреестр, һалым хеҙмәте вәкилдәренең дә эше.
Артабан тағы бер мәсьәлә килеп тыуа бит әле. Ауыл биләмәһе Советына депутаттар һайлау осоронда туғанлыҡ мөнәсәбәте, комиссия ағзаларының депутатлыҡҡа кандидат­тарға буйһоноуы ныҡ һиҙелә. Бөтәһен дә күҙ уңында тотоп булмай, шуға участка һайлау комиссияларының резервын, айырыуса муниципаль райондарҙа, еткән тиклем тулылан­дырырға кәрәк. Йыш ҡына хатта ошо арҡала һайлау кампанияһы барышында комиссияның составын да үҙгәртергә тура килә.
Әлбиттә, сираттағы һайлауҙың әһәмиәте бик ҙур. Халыҡтың күп өлөшөнә ниндәйҙер һан-статистикалар, ил кимәлендәге күрһәт­кестәр мөһим түгел. Улар тормош кимәлен урындағы күрһәтелгән хеҙмәттән, йәшәү шарттарынан сығып билдәләй. Бөтә йәшәйештең, тормош хәрәкәтенең уртаһында Кеше тора. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине. Ә уға өйөн йылытыр өсөн – газ, йыуынырға – ағып торған һыуы, магазиндарҙа үҙ етештереүсеһе тәҡдим иткән аҙыҡ-түлек, уны һатып алырға аҡсаһы, үҙенә – эш, балаларына баҡса-мәктәптәрҙә урын һ.б. кәрәк. Шуға илебеҙ, республикабыҙ үҫешһен өсөн тәү сиратта беҙ – төрлө кимәлдәге власть вәкилдәре – яуаплы. Әгәр халыҡ һиңә власты тапшырған икән, һис шикһеҙ, шул ышанысты аҡларға тейешһең. Сираттағы һайлауҙарҙа иһә халыҡ киләһе дүрт йылға “урын­дағы­лар”ҙы — һайлау­сыларҙың проблемаларына, уларҙы борсоған етешһеҙлектәргә иң яҡын торған ҡатламды билдәләй. Ғөмүмән, урындағы үҙидаралыҡтар халыҡ­тың йәшәйешен, көнитмешен яҡшыртыу йәһәтенән бик ҙур вәкәләттәргә эйә. Быны һәр һайлаусы аңлап ҡабул итһен һәм мөһим сәйәси ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмаһын ине.
— Муниципаль һайлауҙа кандидат­тарға махсус талаптар бармы?
— Бөтөн һайлауҙарға ла талап бер тиһәк тә була. Мәсьәлә депутатлыҡҡа кандидаттарҙың йәш айырмаһына ғына ҡағыла. Мәҫәлән, муниципаль берә­мектәрҙең вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа 18 йәше тулған граждан дәғүә итә алһа, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 21 йәше тулмағандар үтмәй.
— Буласаҡ һайлауҙа сәйәси партиялар­ҙың ҡатнашыуы көтөләме?
— Республикала бер һайлау ҙа фирҡәләрһеҙ үтмәй. Быйыл да һайлау кампанияһы барышында партиялар әүҙемләшер һәм муниципаль берәмектәр Советына үҙ кандидаттарын күрһәтер тигән ышаныстамын. Бөгөн иһә республика билә­мәһендә 58 сәйәси партияның төбәк бүлек­сәһе теркәлгән, уларҙың күбеһе һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Шуға күрә һайлау кампанияһы осоронда кандидаттарҙың да, сәйәси фирҡәләрҙең дә күпкә артып китеүе бик ихтимал.
Хәтерегеҙгә төшөрәм: “Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй” һәм “Яблоко” сәйәси партияларынан күрһәтелгән кандидаттар бөтөн муниципаль берәмектәрҙә лә үҙ файҙаһына ҡултамғалар йыйыуҙан азат. Айырым осраҡта был ҡағиҙә “Рәсәй патриоттары”, “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы”, “Рәсәй пенсионерҙары партияһы” кандидаттарына ла ҡағыла. Тулыраҡ мәғлүмәт менән комиссияның сайтында (“Сәйәси партиялар” бүлегендә) танышырға мөмкин.
Әйткәндәй, ғинуар аҙағында сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Сарала уларҙың муниципаль һайлауҙа ҡатнашыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Фекер алышыу партиясыларҙың быйылғы һайлау кампанияһында емешле эшләргә йыйыныуҙарын күрһәтте.
— Урындағы һайлауҙа халыҡ әүҙем ҡатнашамы? Ғөмүмән, бындай сәйәси сараларға һайлаусыларҙы ылыҡтырыу йәһәтенән нимәләр эшләргә мөмкин?
— Ғәҙәттә, муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына һайлауҙар халыҡта ярайһы уҡ ҡыҙыҡһыныу уята. Был йәһәттән айырыуса урындағы һайлау комиссияларының хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Һайлау кам­панияһы, көнө, урыны хаҡында ваҡытында халыҡҡа хәбәр итеү уларҙың иңенә төшә. Әлбиттә, бөтөн яуаплылыҡты уларға ғына япһарып та булмай һәм был дөрөҫ килеп сыҡмаҫ ине. Күп нәмә кандидаттарҙың һайлау алды эшмә­кәрлегенә лә бәйле. Кандидат үҙенә ҡыҙыҡтыра ала икән, тимәк, һөҙөмтә лә шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ. Ғөмүмән, һайлауҙарҙың нисек үтеүе, ниндәй кимәлдә ойошторолоуы – минеңсә, киң мәғ­лүмәт сараларының, сәйәси партиялар­ҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, абруйлы кешеләр­ҙең берҙәм эш һөҙөмтәһе.
— Халыҡ араһында “һайлау ҡануниәте — иң теремеге” тигән фекер йәшәп килә. Быйыл муниципаль һайлауҙарға ҡағылышлы яңылыҡтар бармы?
— Ысынлап та, былтыр майҙа респуб­ликаның Һайлау тураһындағы кодексына һуңғы төҙәтмәләр индергәндән алып, төп ҡануниәткә — “Рәсәй Федерацияһы граж­дандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Законға — тағы биш тапҡыр төҙәтмә индерелде. Шуға күрә беҙҙең Комиссия Дәүләт Думаһына республика ҡануниәтен федераль кимәлгә яраҡлаштырыу йәһәтенән әлеге Кодексҡа төҙәтмәләр индереү тураһында проект ебәрҙе. Ҙур үҙгәрештәр хаҡында һүҙ бармай. Быларҙың барыһы ла Федераль законға ярашлы былтыр сентябрҙә үткән һайлауҙа ҡулланылды ла инде. Атап әйткәндә, мәсьәлә ҡултамғаларға һәм муниципаль һайлауҙарҙа алдан тауыш биреүгә ҡағыла.
— Һайлаусыларға һәм урындағы үҙидаралыҡтарға депутатлыҡҡа канди­даттарға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
— Һайлаусыларға муниципаль һай­лауҙы инҡар итмәй, Берҙәм тауыш биреү көнөндә — 13 сентябрҙә — һайлау участкаһына барып, муниципаль берә­мектәрҙең вәкиллекле органдарына лайыҡлы кандидаттарҙы күрһәтергә кәңәш итер инем. Ә кандидаттарға иһә теләгем бер: һайлауҙа үҙ һайлау­сыларының мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәт итергә әҙер булһалар ғына кандидатураһын күрһәтһендәр.

Мәүлиҙә ЯҠУПОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872