Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңел аҡса бәхет килтермәй
Еңел аҡса бәхет килтермәй Уйын бизнесының арбаһын өс ат һөйрәй: береһе – еңел аҡсаға өмөтләнгән ябай уйынсы, икенсеһе – ҡыл да ҡыбырлатмай, кешенең ҡомарлылығынан файҙаланып байырға тырышҡан эшҡыуар, өсөнсөһө – ошо уйындарҙы ишәйтеп, ҡаҙнаны һәм үҙ кеҫәһен тулыландырыуҙы күҙ уңында тотҡан чиновник. Белгестәр иҫәпләүенсә, ҡомарлы уйынға ылығыуын тыя алмаған әҙәм эргә-тирәһендәге яҡынса биш-алты кешене борсолорға мәжбүр итә. Ғөмүмән, илдә күпме лудоман йәшәгәнен бер кем дә һанап ҡарамаған, шулай ҙа был сирҙән яфаланғандар һаны халыҡтың өс-биш процентын тәшкил итә тигән фараз бар. Иң аяныслыһы шул: лудомандар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары, суицидтың башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда, 25 тапҡырға күберәк.

Уйынмы, әллә ысынбарлыҡмы?..

Бар аҡсаһын автоматҡа “ашатып” бө­төрөп, хәйер һорашырға мәжбүр булған­дар; бәләнән йөрәк өйәнәге тотҡандар; аҡсаға бәйле уйындарға ылығыуын тыя алмай, наркология һәм психоневрология дауаханаларында эскеселәр һәм наркомандар менән бергә дауаланыусылар; ҙур отошҡа өмөт бағлап, нисек тә уйынға аҡса табырға тырышыусылар; кеше кеҫә­һенә төшөүселәр – бына ул ҡомарлы уйындарҙың һөҙөмтәһе. Ғүмерҙә түләп бөтә алмаҫлыҡ бурысҡа батыусылар, ғаилә ыҙғыштары сығарыусылар, аҡыл­дан яҙыусылар, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар йыш осрай. Ғөмүмән, ҡомарлылар иҫәбенә бик күп уйындар инә: кәрт, рулетка, тотализатор, лотерея... Тиҫтәләп йыл элек халыҡ телендә “һыңар ҡуллы бандит” тип аталған уйын автоматтары айырыуса киң танылыу алғайны. Ҡағи­ҙәһе ябай ғына: уйнаусы, аҡсаһын (ғә­ҙәттә 5 һум) йә жетонын автоматтың “еңе”нә төшөргәс, һыңар ҡул кеүек һе­рәйеп торған рычагты тарта, унан инде һандар яҙылған дисктар хәрәкәткә килә. Улар әйләнеүҙән туҡтағанда һандар тейешле комбинацияны күрһәтһә, отаһың, тура килмәһә, аҡсаңдан ҡолаҡ ҡағаһың. Күп осраҡта “ыштанһыҙ” ҡалдырғанға күрә, был автоматты “бандит” тинеләр ҙә инде.
Бер аҙҙан уйын баҙарына “ яңы быуын” килде – улар рычаг түгел, ә бәләкәй төймә ярҙамында хәрәкәткә килтерелә һәм ҡағыҙ аҡсаны ғына ҡабул итә ине. Бөгөн иһә “бандиттар” заманға тағы ла нығыраҡ яраҡлашты – хәҙер бындай уйын автоматтарын “биржа терминалдары” тип кенә йөрөтәләр. Тәү ҡарамаҡҡа түләүҙәр ҡабул итеү ҡоролмаһына оҡша­һа ла, белгестәр фекеренсә, ысын­барлыҡта биржанан күпкә йыраҡ тора улар.
Ғөмүмән, ҡомарлы уйындарҙың зыянын баһалау өсөн криминаль хроникаға күҙ һалыу ҙа етә. Хәтерегеҙҙәлер, бынан бер нисә йыл элек Күмертау ҡалаһында йәшәгән бер ир бизнес буйынса көнәр­кәшен үлтерергә теләүҙә ғәйепләнеп ҡулға алынғайны. Заманында икәү бергә уйын клубы асҡан дуҫтарҙың береһе, лудомания сиренә тарығас, килемдең күп өлөшөн уйын автоматтарына “йоттора” башлай, һөҙөмтәлә бурысҡа бата. Бәләнән ҡотолоуҙың бер генә юлын таба ул – көнәркәшен осрашыуға саҡыра һәм тегеһе һөйләшелгән урынға барып етеүгә “Ф-1” гранатаһын шартлата. Кредитор иҫән ҡала, әммә күреү һәләтен юғалта, бынан тыш, эргәнән үтеп барған тағы ике кеше тән йәрәхәттәре ала. Ҡомарлы уйындарға ылығыуын тыя алмаған ир 11 йылға иркенән мәхрүм ителә.
Баш ҡалала булған ҡот осҡос фажи­ғәләрҙе лә күптәр иҫләйҙер, моғайын. Уйын автоматтарында аҡса отоуҙың тә­мен белеп алған 26 йәшлек ир аҡса табыу маҡсатында бала саҡ дуҫының һигеҙ айлыҡ ауырлы ҡатынын, ике йәшлек улын фатирында үлтереп китә... Бер уйын клубында һаҡта торған егетте атып йығып, кассаны талайҙар... Баш ҡалаға яҡын райондарҙың береһендә яңы ғына асылған уйын салонында кассир ҡыҙҙы һәм ҡарауылсыны үлтерәләр... Шәхси эш асып, бай ғына табыш алған бер егет, барлыҡ аҡсаһын оттороп бөтөп, аҙаҡ бурысҡа батып, хурлығынан аҫылынып үлә...
Ҡомарлы уйындарҙың илдә айырыуса һуңғы йылдарҙа киң танылыу алыуына аптырайһы түгел: хәҙер бит күптәр аҡса­ны кешелектең барлыҡ ҡиммәт­тә­ренән өҫтөн күрә, заман геройы образы үҙенән алда бүтәндәрҙе ҡайғыртҡан изге күңел­ле кешенән ҡалын кеҫәле, йәмғиәттә баш­ҡаларҙы һанламаҫҡа, үҙе баш бу­лырға күнеккән тупаҫ бәндәгә әйләнеп бара. Хәҙерге матбуғатта ла, китаптарҙа ла, киноларҙа ла – ғөмүмән, ҡайҙа ҡа­рама еңел аҡса артынан ҡыуыуҙы ың­ғай күренеш итеп күрһәтеүгә күнек­теләр. “Эшләй белеү түгел, ә аҡса таба белеү мөһим” тигән һүҙҙәр девизға әүерелеп бара.


“Мин эскесе түгел,
эсергә яратыусы ғына…”


Һәр бер психик сирленең проблемаһы шунда: ул үҙ ауырыуын таныуҙан баш тарта. Медицинала был “анозогнозия феномены” тип атала. “Йоторға” яратҡандар ҙа бит йыш ҡына: “Мин эскесе түгел, эсергә яратыусы ғына”, – тип аҡланған була. Бында ла шулай уҡ: хәүефтең ни кимәлдә булыуын аңлап етмәйҙәр. Шуға күрә дауаханаларға лудомандарҙың һәр унынсыһы ғына мөрәжәғәт итә. Уларҙың да күбеһен табипҡа башлыса ҡатындары, туғандары етәкләп тигәндәй алып бара.
Контролгә алынмаған сығымдар әйлә­неше илдең иҡтисадына ла етди хәүеф тыуҙыра. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, әллә ни ҙур булмаған бер уйын залы ғына хужаһына тәүлегенә 250 мең һумдан ашыу табыш килтерә. Айлыҡ килем иһә миллиондарҙа иҫәпләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Баш­ҡортос­танда ҡомарлы уйындарға ҡаршы көрәш Рәсәй менән сағыштырғанда йыл ярымға иртәрәк башланды. Ошо маҡсатта 2008 йылдың 1 ғинуарында казиноларҙың уйын эшмәкәрлеген сикләүҙе күҙ уңында тотҡан төбәк законы раҫланды. Әммә был ғына клубтарға, уйын залдарына кәртә була алманы: улар шунда уҡ алтаҡ­та­ларын яңыртырға кереште, ҡайһы бер­ҙәре хатта урындарын алыштырҙы... Асылда иһә хәл үҙгәрешһеҙ ҡалды. Әл­биттә, бер нәмә лә эшләнмәне түгел. Закон ҡабул ителеү менән Башҡорт­останда тиҫтәләгән уйын бизнесы нөктәләре ябылды. Ләкин бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә, ваҡиғалар йәнә “һыңар ҡуллы бандиттар” файҙаһына үҫеш алды – уйын йорттары лотерея клубы йәки интернет-са­лон исеме менән эшмәкәрлеген ҡабаттан тергеҙҙе. Бындай кире күре­нештәрҙе белгестәр ҡануниәт­тәге ҡайһы бер етешһеҙлектәр менән аңлата. “Законда ҡомарлы уйындарҙың лотереянан айырмалығы аныҡ билдәлән­мәгән”, – ти улар. Бының өсөн уйын ав­томаттарына махсус экспертиза үт­кәреү шарт. Ә республикала айырма­лыҡты аныҡ ҡына билдәләгән эксперт юҡ. Бындай тикшереүҙәрҙе Мәскәүҙәге тү­ләүле лабораторияла ғына үткәрергә мөмкин. Әлеге ҡанунға ошо мәсьәләгә ҡағылышлы төҙәтмәләр индерелһә, күпкә еңелерәк булыр ине.
Закондың тағы бер етешһеҙлеге – язаның йомшаҡлығы. Былтыр, мәҫәлән, Башҡортостанда Рәсәй Енәйәт кодек­сының 171-се статьяһына ярашлы, уйын клубтарына ҡарата ике генә енәйәт эше асылған. Ғәҙәттә, бындай осраҡта суд салон хужаларына билдәле бер күләмдә штраф һала. Ә күләгәләге эшҡыуарлыҡ өсөн бер нисә мең һум нимә инде ул? Штрафын түләй ҙә артабан эшләүен дауам итә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл байрам көндәрендә генә Өфөлә законды инҡар иткән 10 уйын учреждениеһы ябылған. Хоҡуҡ һаҡсылары баш ҡаланың Рыльский, Фронт бригадалары, СССР-ҙың 50 йыллығы, Пушкин һәм башҡа урамдарында йәшерен клубтар эшмәкәрлеген тыйған. Рейд барышында 40-тан ашыу уйын автоматы, терминал һәм компьютер тартып алынған. Әлеге ваҡытта был осраҡтар буйынса тикшереү бара. Шуны ла инҡар итеп булмай: халыҡ үҙе лә ғәйепле. Белгестәр һуңғы ваҡытта кешеләр араһында лотереяға ҡыҙыҡ­һыныу артыуын билдәләй. Ярай әле былтыр депутаттар был йәһәттән закон ҡабул итте, бындай ҡанун күптән кәрәк ине.
Ғөмүмән, еңел аҡса бер ваҡытта ла бәхет килтермәй. Хәтерегеҙҙә булһа, 2001 йылда Өфөлә йәшәгән бер ғаилә лотерея уйынында 30 миллион һумға яҡын аҡса отҡайны. Ошоғаса буш шешәләр тапшырып көн күргән ғаилә өсөн был, әлбиттә, һөйләп аңлата алмаҫлыҡ уңыш. Әммә ҙур аҡса алыу менән миллионер­ҙарҙың фатирына эскеселәр, наркомандар, өйҙәштәр ағыла башлай. Хужалар барыһын да ҡабул итә — араҡы йылға булып аға. Улдары уҡыуын ташлай. Аҡса күп, белем ниңә кәрәк? Ғаилә бер нисә фатир, сит ил машинаһы һатып ала. Ләкин оҙаҡламай эскелеккә һалышыу­ҙары арҡаһында уларынан да мәхрүм ҡалалар. “Бәхетле билет” хужабикәһе 2006 йылдың майында фәҡирлектә вафат була.
Тарихтан билдәле булыуынса, заманында Юлий Цезарь әтәс һуғыштырып аҡса отоу менән мауыҡҡан. Рим им­ператорҙарының ҡайһы берҙәре, замандаштары яҙып ҡалдырыуынса, ошондай ҡомарлы уйындарға ҡаҙнаның байтаҡ өлөшөн тәләфләгән. Ә боронғо грек философы Демокриттың ике меңдән ашыу йыл элек: “Аҡсаға ылығыуын тыя алмаған кеше бер ҡасан да бәхетле була алмай”, – тип иҫкәртеүе ҡомарлылыҡтың шул осорҙа уҡ алама ғәҙәт һаналыуын раҫлай. Бөгөн иһә ҡомарлы уйындар – заманыбыҙҙың иң киҫкен проблемалары иҫәбендә. Быға күҙ йомоп ҡарап булмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873