Ҡалаға ашҡынған ҡыҙҙар һәм, ата-әсә пенсияһына өмөт итеп, ауылда көн иткән эшһеҙ егеттәр. Республика йәштәренең байтаҡ өлөшөн тап шундайҙарҙың тәшкил итеүе бер кемгә лә сер түгел. Был хәл халыҡтың яҡты киләсәген, милләттең ишәйеүен шик аҫтына ҡуя. Буйҙаҡлыҡ, яңғыҙлыҡ төшөнсәләренең йәмғиәттә тарала төшөүен күҙ уңында тотоп, уларҙан ҡотолоу юлдарын эҙләү маҡсатында редакцияла “Димсе диңгеҙ кистерә” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Ҡорға йыйылған һәр кем йәштәрҙе өйләндереү, яңғыҙҙарҙы димләү, ғаилә институтын һаҡлап ҡалыу эше менән яҡшы таныш, шулай уҡ был өлкәлә фәнни йә ғәмәли эшмәкәрлек алып барған шәхес булараҡ танылған. Улар – ғалим-фольклорсы, филология фәндәре докторы Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ, яҙыусы, журналист, филология фәндәре кандидаты Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА менән Тамара СӘЙФУЛЛИНА, “Ҡапыл туй” ойошмаһын булдырған йәш ижади ғаилә – Александра менән Инвир ХИСАМЕТДИНОВТАР, “Аулаҡ өй” таныштырыу агентлығы етәксеһе Фәимә (Айгөл) НИҒӘМӘТУЛЛИНА – бөгөнгө йәштәрҙе өйләндереү, буйҙаҡлыҡты бөтөрөү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышты, ошоға ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләне.
“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз СӘЛИМОВ, әңгәмәне асып, теманың халҡыбыҙ өсөн әһәмиәтен билдәләне, боронғо йолаларҙы иҫәпкә алыу менән бергә яңы алымдар ҡулланып эшләү йәштәрҙе өйләндереүгә ыңғай йоғонто яһар ине, тигән теләген белдерҙе. Ошонан сығып, һөйләшеүҙе димләүҙең тарихынан башларға булдыҡ. – Боронғо заманда йәштәрҙе таныштырыу эше нисек һәм нимәгә таянып башҡарылған?
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ:
– Яусылау, димсе булыу – ул ҙур вазифа. Был эште башҡарғандарға илселәрҙе ҡаршы алғандағылай хөрмәт менән ҡарағандар, юғары кимәлдәге мөнәсәбәт күрһәткәндәр. Яусының теләге ҡыҙҙың ата-әсәһенеке менән тура килмәгән осраҡтар ҙа булғылаған, әммә уның ауылдағы нисәмә өй араһынан тап һинең йортоңа төбәп килеүе ҙур мәртәбә һаналған. Хужалар ҡунаҡты түргә ултыртып һыйлаған, тәҡдименә күнмәһә, был хаҡта ипләп кенә белдергән.
Димсе итеп сәсән телле, абруйлы кешене тәғәйенләгәндәр. Уның төп маҡсаты егеттең затын, нәҫелен маҡтау, ырыҫлы икәнен белдереү булған.
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ:
– Ҡыҙ йәрәштереү, туй үткәреү йолаларын бала саҡтан күреп йөрөлдө. Был тема миңә һис ҡасан тынғылыҡ бирмәне, шуға күрә уның тарихын ныҡлап өйрәнергә ҡарар иттем. Төрлө йолалар башҡорт халыҡ ижадының иң боронғо эпостарында – “Урал батыр”ҙа, “Аҡбуҙат”та, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”ҙа, шулай уҡ легенда-риүәйәттәрҙә сағыу кәүҙәләндерелә. Борон бер кем дә, хәҙерге һымаҡ, кемдең кем балаһы икәнлеген белмәй тороп, ғаиләһенә “урам”дан тотоп килен йәки кейәү индермәгән.
Ҡыҙ баланың тәрбиәһенә, ғиффәтлегенә ҙур иғтибар бүленгән, егеткә лә бер нисә һынау ҡуйылған. Былар барыһы ла – димсенең бурысы. Ғаиләнең ырыуын, нәҫелен, затын, булдыҡлылығын төҫмөрләмәйенсә, яусы ебәрелмәгән, егеткә ҡыҙ йәрәшелмәгән. Был ҡанун бер беҙҙә генә түгел, башҡа халыҡтарҙа ла ҡулланылған. “Батырҙан – батыр, йүнһеҙҙән йүнһеҙ тыуа” тигән фекергә лә йыш таянғандар. Һәр ауылда тиерлек халыҡ йолаларын, төрлө нескәлектәрҙе яҡшы белгән, данлы кеше – димсе – булған.
– Һөйләшеүҙә ҡатнашҡандарҙың һәр кеме үҙ эшмәкәрлеге менән таныштырып үтһә ине...
Тамара СӘЙФУЛЛИНА:
– Йәмәғәт мәшәҡәттәренә сумып йәшәгәс, күп осраҡта “Шундай ҡыҙым йә улым бар, уға һәйбәт кенә пар кәрәк ине” тигән мөрәжәғәттәрҙе күп ишетергә тура килә. Шундай теләк-тәҡдим менән килгәндәргә ярҙам итергә тырышам.
Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА:
– Миңә йышыраҡ ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә, еңгәйҙәр, әсәйҙәр шылтырата, ҡәйнеш-бикәстәренә, улдарына йәр эҙләй. Һәр кем менән айырым һөйләшеү үткәрәм, уның эске донъяһын төҫмөрләйем. Холҡона тап килгәнерәк кеше тәҡдим итәм, осраштырам. Ҡауыштырған парҙарымдың һаны 20-нән ашты.
Александра менән Инвир ХИСАМЕТДИНОВТАР:
– Туйҙар ойоштороп йөрөй торғас, дуҫтарыбыҙ араһында буйҙаҡ-яңғыҙаҡтарҙың күплеген иҫәпкә алып, “Пар алма” исемле таныштырыу кисәләрен үткәрергә ҡарар иттек. Үҙебеҙ ғаиләле булып киткәс, электән аралашып йөрөгән таныштарыбыҙ менән һөйләшер уртаҡ темалар ҙа кәмей башлағаны һиҙелә, ҡыҙыҡһыныуҙар башҡа юҫыҡҡа күсә, шуға йәштәрҙе тиҙерәк өйләндереү, башлы-күҙле итеү теләге уянды. Былтыр декабрь айында “Пар алма” таныштырыу кисәһен беренсе тапҡыр үткәрҙек, февраль аҙаҡтарында иһә өсөнсөгә ойошторабыҙ. Ике мәртәбә генә уҙғарыуыбыҙға ҡарамаҫтан, әлегә ике парыбыҙ бар. Аралашалар, бәлки, өйләнешеп тә ҡуйырҙар.
Фәимә (Айгөл) НИҒӘМӘТУЛЛИНА:
– Яңғыҙҙарҙы таныштырыу, ҡауыштырыу эшен башлауыма өс йыл тулды. Башҡаларҙы тыңлап ултырам да иң күп пар миндә икән тип маһайып ҡуям, сөнки уларҙың һаны 161-гә етте. Элек дуҫтарым, туғандарым араһында яңғыҙҙарҙың күплеге борсой ине. Кем генә булмаһын, “Айгөл, мине берәйһе менән таныштыр әле”, тип мөрәжәғәт итте. Шулай бер мәл, Ғашиҡтар көнөнә тап килтереп, барлыҡ яңғыҙ дуҫ егет һәм ҡыҙҙарымды кафеға саҡырҙым. Ни бары 11 кеше йыйылды, улар менән таныштыҡ, сәй табынында аралаштыҡ, уйындар уйнаныҡ. Йәштәргә был оҡшап ҡалып, икенсе йомала тағы йыйылдыҡ, уныһына инде һәр кем үҙенең дуҫтарын да алып килде. Таныштырыу кисәләрен һәр аҙна үткәрә башланыҡ, шулай итеп, әлегә ҡәҙәр 160-тан ашыу сара ойошторғанбыҙ. 11 кеше менән башлағайныҡ, 2 177-гә еттек. Халыҡтың күплеген иҫәпкә алып, кисәне аҙнаһына ике тапҡыр үткәреүгә күстек.
– Йәштәр бындай таныштырыуға нисек ҡарай? Ярҙамы тейәме?
Инвир ХИСАМЕТДИНОВ:
– Әлбиттә. Йәштәр өсөн мәҙәни саралар бигүк йыш үткәрелмәй. Уларҙа танышыу, таныштырыу мөмкинлеге бөтөнләй юҡ тип әйтерлек. Егет һәм ҡыҙҙарҙың күпселеге Интернет киңлектәрендә, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә аралаша, үҙен йәнле һөйләшеүҙән мәхрүм итә.
Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА:
– Бөгөнгө буйҙаҡтар – ҡурсаҡ кеүек һылыуҡай, ә ҡыҙҙар принц көтә. Һәр кеменә барлыҡ гүзәл сифаттарҙы туплаған идеал кәрәк. Ғаилә ҡороу йәше үтеп бара, ә һаман матурлыҡ эҙләйҙәр. Шуға күрә лә мин улар менән яйлап аралашам, ипле генә аңлатыу эшен алып барам, ныҡлы ғаилә ҡороу, атай, әсәй булыу өсөн ниндәй сифаттар мөһим икәнлеген аңлатам.
Фәимә (Айгөл) НИҒӘМӘТУЛЛИНА:
– Эшебеҙҙең төп маҡсаты – төрлө район-ҡалаларҙа “Мин бер кемгә лә кәрәкмәйем” тип йәшәгән яңғыҙаҡтарҙы туплау. Ауылдыҡылар, ғәҙәттә, бик оялсан була, күршеһенән ҡурҡа, ғәйбәттән уңайһыҙлана. Шуға ла беҙ уларҙы яңғыҙҙарҙың ял кисәһенә тип саҡырабыҙ.
– Ҡала тулы кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар, ауылда – бихисап егеттәр. Был күренештең төп сәбәбен ниҙә күрәһегеҙ?
Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА:
– Бала саҡтан ғаилә төшөнсәһе тураһында тейешле ғилем, тәрбиә алмағандарға үҫә килә тормошҡа яраҡлашыуы ҡыйынға төшә. Элек мәктәп программаһына тәрбиәүи дәрестәр индерелә торғайны, балалар күңеленә ғаилә ҡиммәттәре яйлап һеңдерелә барҙы. Өйҙә лә ҡыҙҙы – буласаҡ әсә, малайҙарҙы көслө, һау-сәләмәт, һөнәрле ир-ат итеп үҫтерҙеләр. Йүнәлеш дөрөҫ булғас, элегерәк заман йәштәренә ғаилә ҡороу әллә ни ауыр булманы.
Тамара СӘЙФУЛЛИНА:
– Мин дә был һүҙҙәр менән килешәм. Хәҙерге мәктәп программаһына тәрбиәүи, дөрөҫ мәғлүмәт бирерҙәй дәрестәр индереү зарур, тип уйлайым.
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ:
– Хәҙер ҡыҙҙар, уҡырға инә аламы-юҡмы, ҡала ерендә ҡалыуҙы хуп күрә. Асфальтта тыҡылдата баҫып йөрөү күңеллелер, әммә шул уҡ ваҡытта ауылда ҡыҙҙар етмәй. Таныштарым аша ишетеп-күреп торам: юғары белемгә, яҡшы һөнәргә, уңайлы йәшәү шарттарына эйә ир-егеттәр ҙә өйләнмәй йөрөй. “Ни өсөн һаман кәләш алмайһың?” тигән һорауға улар: “Хәҙерге ҡыҙҙар фатир өсөн генә кейәүгә сығырға әҙер, ә эске күңел, мөхәббәткә әллә ни иғтибар итмәй”, – тип яуаплай.
Фәимә (Айгөл) НИҒӘМӘТУЛЛИНА:
– Алдан әйтеп үтеүемсә, бөгөн яңғыҙҙар танышыуҙан нисектер өркөп тора. Тегенән-бынан һүҙ ишетеүҙән ҡурҡып ҡыйыуһыҙлана, үҙ донъяһында ғына парһыҙ көн күрә.
– Шәхсән һеҙ был хәлгә ҡаршы бик һөҙөмтәле көрәшәһегеҙ, эйеме? Эште нисек ҡораһығыҙ?
– Аҙна һайын әллә ни ҡиммәт булмаған ашхананы ҡуртымға алып, эскеһеҙ, уйын-көлкөгә, аралашыуға ҡоролған сара ойошторам. Алдан район, ҡала гәзиттәренә белдереү бирәм. Башлыса Баймаҡ, Сибай, Учалы, Белорет, Әбйәлил, Бөрйән тарафтарынан килгән яңғыҙҙарҙы йыям, осрашыуҙар ваҡыты-ваҡыты менән төрлө урында үткәрелә. Һәр кисәлә кәмендә 160 кеше ҡатнаша. Эште башлаған осорҙа мөрәжәғәт итеүселәр араһында күпселек ҡатын-ҡыҙ булһа, бөгөн иһә район хакимиәттәре, ауыл ағинәйҙәре ярҙамында буйҙаҡ ир-егеттәрҙе лә йыябыҙ. “Ауылыбыҙҙа шундай-шундай яңғыҙҙар бар”, – тип, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары хәбәр итә, мәғлүмәт бирә. Беҙ һәр буйҙаҡҡа айырым саҡырыу ебәреп, уларҙың ял кисәһенә килеүен көтәбеҙ. “Аулаҡ өй” тигән исем менән үткәрелеп килгән таныштырыу байрамына йөрөгәндәрҙең иң йәшенә – 25, иң өлкәненә – 87 йәш. Әлегәсә беҙҙең ярҙам менән ҡауышҡан, никахтарын рәсми рәүештә теркәгән парҙарҙың һаны 161-гә етте, был ғаиләләрҙә 11 бәпес тыуҙы. Аралашып ҡына йөрөгәндәрҙе ҡушманым, уларҙы иҫәпләһәң, тағы ла күберәк була.
Кисәгә килгән 2 меңдән ашыу кеше халыҡ араһында үҙҙәренә генә түгел, күршеһенә пар эҙләгәндәр ҙә бар. Ҡатнашыусыларҙың күплегенән сығып, осрашыуҙарҙы кафела үткәрергә булдыҡ. Өҫтәлдәрҙе айырмайбыҙ, ҙур “П” хәрефе формаһында теҙеп ҡуябыҙ, ҡунаҡтарҙы йәштәренә ҡарап урынлаштырабыҙ.
Эш анкета тултырыуҙан башлана, артабан үҙеңә пар һайлау ошо нигеҙҙән сығып хәл ителә. Оялсандар өсөн аноним ҡумта бар, ундағы мәғлүмәтте шәхсән үҙем асып уҡыйым, кешене билдәле һан буйынса “табабыҙ”. Сара барышында шиғыр һөйләү, йыр-бейеү туҡтамай тиерлек, һәр кемгә үҙ һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге бирелә.
– Йәштәрҙең күбеһенең Интернетҡа “бәйле” ултырыуы эште ҡатмарлаштырмаймы?
Фәимә (Айгөл) НИҒӘМӘТУЛЛИНА:
– Был йәһәттән мин кешеләрҙе телефон аша таныштырыуҙы ла өнәп, аңлап етмәйем. Сағыу миҫал: элегерәк беҙҙең “Аулаҡ өй” клубын телевидениеға йыш саҡыра торғайнылар. Ҡунаҡҡа мин буш ҡул менән түгел, ә бер нисә яңғыҙаҡты алып барам. Улар тура эфирҙа күренеп, үҙҙәре тураһында һөйләп сығыуға, тышта танышырға теләк белдергән йәштәштәре көтөп торор ине. Тап ошолай ете бәхетле пар барлыҡҡа килде. Кеше бер-береһенең йөҙөн күреп, йәнле аралашһа, һөҙөмтә күпкә ышаныслыраҡ була.
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ:
– Хәҙер өлкән йәштәгеләр араһында ла бер-береһен димләү бар. “Фәлән ауылда шундай әбей яңғыҙы йәшәй, барып һөйләшеп ҡара” кеүек һәм башҡа алымдар ҡулланыла. Тормош һынауҙары бер кемде лә аямай, өлкәнәйгәндә парһыҙ ҡалғандар байтаҡ.
Фәимә (Айгөл) НИҒӘМӘТУЛЛИНА:
– “Малайым үтә оялсан, өйҙән сыҡмай”, тип мөрәжәғәт иткән әсәйҙәр байтаҡ. 161 парҙың 34-е тап уларҙың тырышлығы менән ҡауышты. Осрашыу кисәләре һөҙөмтәһендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 11 пар өйләнде. Бәхетле тормоштарына ҡыуанып, беҙгә рәхмәт әйтеп китәләр.
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ:
– Башҡорт дәүләт университетында эшләгән саҡта “Йәнгүзәл” фольклор ансамблен булдырғайным. Унда шөғөлләнгән йәштәр араһынан ғына бер нисә пар сыҡты, хәҙер барыһы ла тиерлек – абруйлы вазифа биләгән кешеләр, өлгөлө ғаилә башлыҡтары. Йәғни өйләндереү, аралаштырыу өсөн ҡыҙ һәм егеттәргә ниндәйҙер уртаҡ маҡсат ҡуйыу, дәртләндереү кәрәк, тимәксемен. Билдәле бер коллективта яңғыҙҙарға танышыу уңайлыраҡ. Элек был мәсьәлә ғаилә эсендә үк тотороҡло булған: күп нәмәне ата-әсә хәл иткән, йәштәрҙең киләсәген етди хәстәрләгән.
– Димләп ҡауыштырыу һәр саҡ ыңғай һөҙөмтә бирәме?
Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА:
– Бәләкәй саҡта атайым беҙгә: “Үҙегеҙ яратҡан кешегә кейәүгә сығығыҙ, атай-әсәй ҡушыуы буйынса ғына парлы булыу гел яҡшы тамамланмай”, – тип әйтә торғайны. Тормоштағы иң яуаплы аҙымдарҙың береһен төплө уйлап, ике яҡтың да фекеренә ҡолаҡ һалып башҡарырға кәрәк.
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ:
– Ике төрлө димләү бар: ҡыҙ менән егетте һәм ир менән ҡатынды. Алдан таныш булһалар ҙа, уларҙы димләү кәрәк. Әлбиттә, ата-әсә фатихаһынан тыш өйләнеү – яҙыҡ күренеш. Ундай ғаиләләр, ғәҙәттә, ҙур бәхеткә эйә була алмай. Мәсьәлә туп-тура ҡатнаш никахтарға барып терәлә. Был иһә – бөтөнләй икенсе етди ҡараш талап иткән һорау.
– Ғаилә ҡорор өсөн пар эҙләгән йәштәр йышыраҡ ниндәй хата яһай? Бәлки, нимәнелер тулыһынса аңлап та еткермәйҙәрҙер?
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ:
– Хәҙер йәштәр өсәр-дүртәр йыл дуҫлашып йөрөй, бер-береһен тулыһынса белеп бөтә. Борон башҡасараҡ булған бит. Хәҙер күптәр тышҡы матурлыҡҡа ҡарап ҡына йәр һайлай. Әлбиттә, кеше гүзәллеккә битараф була алмай, әммә “Матурлығы хәжәт түгел, мөхәббәте һөйҙөрә” тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Димләүҙең ыңғай ҙа, кире лә яғы бар. Тәү сиратта ата-әсәнең кәңәшен тыңларға кәрәк. Буласаҡ килен йә кейәүҙе һынау, өйрәнеү мөһим. Хикмәт шунда: хәҙер ғаилә тәрбиәһен тотошлай телевидение, Интернет алыштырҙы. Әхлаҡ төшөнсәһе яйлап юғала бара, тирә-яҡта яланғаслыҡ, бәйһеҙлек “сәскә ата”. Эште ике яҡта ла – ҡалала ла, ауылда ла – алып барырға тейешбеҙ.
Башҡорт йәштәре араһында икенсе милләт кешеһен һайлағандар ҙа юҡ түгел. Күңел йәш, хистәр ташып торғанда тел, холоҡ айырмалығына әллә ни әһәмиәт бирмәйҙәр ҙә, ҡартайғас, үкенесле тойғолар кисерәләр. Минеңсә, һәр кем үҙ милләте вәкиле менән ҡауышырға тейеш, ҡан бутау – кире күренеш.
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ:
– Булған хәлде миҫал итеп килтерергә мөмкин. Бер ҡатнаш ишле ғаилә башҡаларҙы һоҡландырып йәшәй. Хужабикә ҡартайып, түшәктә ятҡанда барлыҡ ейәндәрен янына йыйырға ҡуша һәм уларға: “Фәҡәт үҙ милләтегеҙ ҡыҙҙарына өйләнегеҙ. Һиҙҙермәҫкә тырышып йәшәһәм дә, миңә бик ҡыйын булды”, – тип васыят әйтеп ҡалдыра. Күренеп тора: ғүмер үтеү менән йолаларҙың да, йәшәү рәүешенең дә, менталитеттың да башҡа икәнлеге тойола, ауыр кисерелә.
Тамара СӘЙФУЛЛИНА:
– Ғүмер буйы ысынлап һөйгән кешеһен онота алмай яфаланып йәшәгәндәр ҙә бар. Шуға күрә баштан уҡ һәр яҡлап уйлап, кәңәшләшеп эш итергә кәрәк. Иң тәүҙә яратыу хисе булырға тейеш, минеңсә.
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ:
– Эйе, мөхәббәт тә мөһим, әммә элек хискә генә таянмағандар, тәртипте йола тотоп торған.
Хәҙерге заманда ҡыҙ һәм егеттәр ололарға “Һеҙ мөхәббәттең нимә икәнен беләһегеҙме һуң?!” тигән ҡарашта, йәғни ысын һөйөүҙе улар ғына аңлай. Туҡталыштарҙа ҡосаҡлашып торалар, ауылдан ҡалаға килеп тәртибе боҙолғандар араһында беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарының да булыуы ҡыҙғаныс. Был йәһәттән тәрбиә эше ғаиләлә лә, мәктәптә лә төплө алып барылырға тейеш. Балаларға ғаилә ҡороу, егет-ҡыҙ мөнәсәбәттәре хаҡында аңлатырға кәрәк. Борон был бурысты олатай-өләсәйҙәр бик яҡшы атҡарҙы. Беҙ үҫкәндә һәр сабыйҙы бөтөн ауыл менән тәрбиәләй инеләр. Хәҙер ҙә ошондай үрнәк күрһәтерлек кешеләрҙең күберәк булыуы мөһим.
Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА:
– Ғаилә ҡороу тураһында мәктәптә – башланғыс, ә юғары уҡыу йортонда тулыраҡ мәғлүмәт бирһендәр ине.
– Халҡыбыҙҙың бынамын тигән егет һәм ҡыҙҙарын өйләндереү, матур-матур ғаиләләр булдырыу өсөн ниндәй эш атҡарыу кәрәк? Бәлки, республиканың төрлө төбәктәрендәге таныштырыу клубтарын берләштереп ҡарарғалыр?
Инвир ХИСАМЕТДИНОВ:
– Беҙ был йәһәттән ҙур сайт асырға булдыҡ. Һәр ҡайһы тарафтағы яңғыҙҙарҙы берләштереү маҡсатында тулы мәғлүмәт тупланасаҡ проектты йәйгә тиклем атҡарып сығырға ниәтләйбеҙ.
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ:
– Ысынлап та, хәҙер Интернет менән йәштәр ҙә, ололар ҙа әүҙем эш итә. Фотоһүрәттәр, видеояҙмалар ҡуйылһа, күберәк танышып ҡауышырҙар ине. Хәҙер, ярай, мәсеттәр бар, ҡарттар, исмаһам, шунда осрашып, һөйләшеп йөрөй ала. Киң мәғлүмәт сараларында, милли баҫмаларҙа буйҙаҡтар хаҡында белешмә биреү ҙә яңғыҙаҡтарҙың яҙмышына үҙ өлөшөн индерер ине.
Инвир ХИСАМЕТДИНОВ:
– Донъя күрәсәк сайтта димселәрҙе лә, төрлө сараларҙы ла киң яҡтыртырға уйлайбыҙ.
Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА:
– Өфөлә яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙе таныштырыу, аралаштырыу өсөн төрлө кисәләр үткәреү зарур. Беҙ генә хәл итә алмайбыҙ быны, бәлки, йәштәр үҙҙәре күтәреп сығыр был мәсьәләне.
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ:
– Заманында беҙ “Аҡ тирмә” ойошмаһын булдырған кеүек, ипләп, бәләкәй-бәләкәй аҙым, йыйылыштар менән башларға кәрәк эште.
– Танышыу, ҡауышыу мәсьәләләре хаҡында һүҙ йөрөттөк тә, ә өйләнешергә ҡарар иткән йәштәр бөгөн нимәгә таяна, ҡайҙан ниндәй ярҙам өмөт итә ала?
Александра ХИСАМЕТДИНОВА:
– Беҙ булдырған “Ҡапыл туй” ойошмаһының төп эше заманса, әммә ысын башҡорт туйҙарын үткәреүгә ҡоролған. Мөрәжәғәт иткән парҙарға, уларҙың идея-теләктәренән сығып, туйҙың сценарийын яҙабыҙ, фотоға, видеоға төшөрөүселәр, башҡа хеҙмәт күрһәтеүселәр табырға ярҙам итәбеҙ.
Инвир ХИСАМЕТДИНОВ:
– Ни өсөндөр хәҙерге йәштәр туйҙы юғары кимәлдәге биналарҙа, ресторандарҙа үткәреүҙән ҡурҡа. Уйлап ҡараһаң, бында аҡсаның кәрәгенән тыш тотонолоу ҡурҡынысы ла юҡ. Ауыл клубында, мәктәп ашханаһында туй үткәреү беҙҙең өсөн етә, тип уйлайҙар. Ә яҡшы сифатлы, матур йыһазлы биналарҙа мәжлес үткәргәндә етәкселек тарафынан байтаҡ ташлама, бонус бирелгәнен белмәйҙәр. Шуға күрә йәштәрҙе башҡасараҡ фекерләргә, аң һәм йәшәү кимәлен үҫтерергә саҡырабыҙ.
Йәмғиәтте борсоған көнүҙәк мәсьәлә – буйҙаҡлыҡ – хаҡындағы ҡорҙо әллә күпмегә һуҙырға, тәжрибә, ғилем уртаҡлашырға, бәхәсләшергә, проблеманан сығыу юлдарын эҙләргә булыр ине. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, был ҡатмарлы, сетерекле тема буйынса хатта айырым диссертация яҙырлыҡ мәғлүмәттәр, һорауҙар ифрат күп. Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк: гәзит биттәрендә әллә ни йыш яҡтыртылмағанлыҡтан, буйҙаҡлыҡ йәһәтенән “түңәрәк өҫтәл”дә әйтелгән һүҙҙәр менән килешмәүселәр табылыуы, уҡыусыларҙа төрлө һорау, тәҡдим, фекер тыуыуы ихтимал. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә тигәндәй, күмәкләп тотонһаҡ, яңғыҙҙарға, өйләнмәгән егеттәргә, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарға төплө ярҙам күрһәтеү юлдарын табырбыҙ, республика, милләт киләсәгенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ тигән теләк-ниәттә ҡалабыҙ.
Әйткәндәй, республиканың төрлө йәштәге яңғыҙаҡтарын таныштырыу, ҡауыштырыу маҡсатында “Башҡортостан” гәзите “Йөрәк менән йөрәк ҡауышһын” рубрикаһын булдырҙы. 8-937-487-77-80 номеры буйынса шылтыратып иғлан биреү (бушлай), шулай уҡ һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған кешеләр хаҡында мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.
“Түңәрәк өҫтәл”де
Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА ойошторҙо.