Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фатир кәрәкме? Мәсәғүтовҡа бар!
Фатир кәрәкме? Мәсәғүтовҡа бар! Иглиндағы магазинда халыҡ сиратҡа баҫҡан. Берәүҙәр ит алһа, икенселәре иһә ҡаймаҡ, һөт, эремсек һайлай. Һатып алыусыларҙың үҙ-ара һөйләшкәненә ҡолаҡ һалам:
– Мин гел ошонан килеп алам.
– Бынау ҡаймағы шундай тәмле, ҡиммәт тә түгел...
– Эйе, үҙебеҙҙә етештерелгәнгә етәме ни?!

Район халҡы Альберт Мәсәғүтов етәкселегендәге крәҫтиән (фермер) хужалығының продукцияһын яҡ­шы баһалай. 2002 йылда эш башлаған ойошма сифатлы ризыҡ етештереүе менән күптәргә өлгө булып тора. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тап­шырған Рәхмәт хаты, Мәскәүҙәге “Алтын көҙ” күргәҙ­мә­һенән алып ҡайтҡан көмөш миҙал – быға асыҡ дәлил.
Хужалыҡ тәүгеләрҙән булып “500 ферма” республика программаһында ҡатнаша.
– Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булды, – ти фермер Альберт Ғәлим улы. – Шул иҫәпкә ике яңы бина төҙөлдө, матди-техник база нығытылды.
Ысынлап та, ялтлап торған яҡты ферманы күреп, күптәр өнһөҙ ҡала. Хужалыҡ тулыһынса заман шарттарына яраҡлаштырып эшләнгән: һөт үткәргестәр менән йыһазландырылған, малсылар өсөн ял бүл­мәһе, душ бар.
Һөт ризыҡтарын етештереү өсөн мини-завод та эшләй. Бында ҡаймағын да, эремсеген дә әҙерләп, һатыуға сығаралар. Операторҙар Людмила Григорьева менән Екатерина Панкратова цехтағы эш барышы менән таныштырып сыҡты.
Хужалыҡта бер мең баш самаһы һыйыр малы иҫәпләнә, йылҡы ла үрсетәләр. Һуңғы йылдарҙа һөт, ит етештереү өс ярым тапҡырға артҡан. Ойошма үҙен орлоҡ, мал аҙығы менән тулыһынса тәьмин итә, машина-трактор паркын яңырта.
– Халыҡтың эшләргә теләмәүе генә кәйефте ҡыра, – тип һүҙен дауам итә Альберт Мәсәғүтов. – Әле беҙгә мал ҡараусылар, һауынсылар етешмәй, ун фатирыбыҙ буш тора. Килһәләр, бөгөндән ҡул­да­рына асҡыс тотторасаҡбыҙ. Хужалыҡта 15 йыл эш­ләһәң, торлаҡ үҙеңә ҡала. Хеҙмәт хаҡы – 20 мең һум.
Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙерге заманда эшселәргә шундай шарттар булдырған етәкселәр бармаҡ менән һанарлыҡ. Ниңә ошонан файҙаланмаҫҡа? Ә булдыҡлы замандашыбыҙға “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ!






Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ Район: Иглин районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә