Иглиндағы магазинда халыҡ сиратҡа баҫҡан. Берәүҙәр ит алһа, икенселәре иһә ҡаймаҡ, һөт, эремсек һайлай. Һатып алыусыларҙың үҙ-ара һөйләшкәненә ҡолаҡ һалам:
– Мин гел ошонан килеп алам.
– Бынау ҡаймағы шундай тәмле, ҡиммәт тә түгел...
– Эйе, үҙебеҙҙә етештерелгәнгә етәме ни?!
Район халҡы Альберт Мәсәғүтов етәкселегендәге крәҫтиән (фермер) хужалығының продукцияһын яҡшы баһалай. 2002 йылда эш башлаған ойошма сифатлы ризыҡ етештереүе менән күптәргә өлгө булып тора. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тапшырған Рәхмәт хаты, Мәскәүҙәге “Алтын көҙ” күргәҙмәһенән алып ҡайтҡан көмөш миҙал – быға асыҡ дәлил.
Хужалыҡ тәүгеләрҙән булып “500 ферма” республика программаһында ҡатнаша.
– Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булды, – ти фермер Альберт Ғәлим улы. – Шул иҫәпкә ике яңы бина төҙөлдө, матди-техник база нығытылды.
Ысынлап та, ялтлап торған яҡты ферманы күреп, күптәр өнһөҙ ҡала. Хужалыҡ тулыһынса заман шарттарына яраҡлаштырып эшләнгән: һөт үткәргестәр менән йыһазландырылған, малсылар өсөн ял бүлмәһе, душ бар.
Һөт ризыҡтарын етештереү өсөн мини-завод та эшләй. Бында ҡаймағын да, эремсеген дә әҙерләп, һатыуға сығаралар. Операторҙар Людмила Григорьева менән Екатерина Панкратова цехтағы эш барышы менән таныштырып сыҡты.
Хужалыҡта бер мең баш самаһы һыйыр малы иҫәпләнә, йылҡы ла үрсетәләр. Һуңғы йылдарҙа һөт, ит етештереү өс ярым тапҡырға артҡан. Ойошма үҙен орлоҡ, мал аҙығы менән тулыһынса тәьмин итә, машина-трактор паркын яңырта.
– Халыҡтың эшләргә теләмәүе генә кәйефте ҡыра, – тип һүҙен дауам итә Альберт Мәсәғүтов. – Әле беҙгә мал ҡараусылар, һауынсылар етешмәй, ун фатирыбыҙ буш тора. Килһәләр, бөгөндән ҡулдарына асҡыс тотторасаҡбыҙ. Хужалыҡта 15 йыл эшләһәң, торлаҡ үҙеңә ҡала. Хеҙмәт хаҡы – 20 мең һум.
Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙерге заманда эшселәргә шундай шарттар булдырған етәкселәр бармаҡ менән һанарлыҡ. Ниңә ошонан файҙаланмаҫҡа? Ә булдыҡлы замандашыбыҙға “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ!