Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәштәр өсөн офоҡ киң
Йәштәр өсөн офоҡ киң Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында икенсе йыл рәттән республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусылары өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө ҡалаларының юғары уҡыу йорто вәкилдәре ҡатнашлығында “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелә. Ойоштороусылар – Сибай институты, “Мираҫ” мәрхәмәтлек фонды, “Башҡортостан студенттары һәм аспиранттарының Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы ассоциацияһы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы.


Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның ҡатнашыуы айырым иғтибарға лайыҡ. Аныҡ йүнә­лешле эш тап уның тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла.
Был юлы төрлө райондарҙан 1 400-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет 14 юғары уҡыу йорто вәкилдәре менән осрашты, үҙҙәрен ҡы­ҙыҡ­­һындырған һорауҙарға яуап алды. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа дипломлы йәш белгестәр юрист, иҡтисадсы, уҡы­тыусы һөнәрҙәре буйынса хеҙмәт урынын ҡыйынлыҡ менән таба. Ә бына эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж ҙур, әммә уны һай­ларға теләгәндәр бик аҙ. Ошонан сығып фекер йөрөткәндә, мәктәпте тамамлаған һәр кем үҙ алдына дөрөҫ маҡсат ҡуйырға, киләсәген алдан хәстәрләргә тейеш.
– Ошондай осрашыуҙар бик файҙалы һәм кәрәкле, – тип билдәләне үҙ сығы­шында Сәлиә Мырҙабаева. – Бөгөн күп­тәр, айырыуса ауыл халҡы, үҙ хоҡуҡ­тарын төшөнөп бөтмәй. Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн маҡсатлы йү­нәлтмәләрҙе нисек алырға, бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икәнлеген дә белмәгәндәр бар. Уйлап ҡарағанда, бөгөнгө йәштәр өсөн офоҡ киң: ҡайҙа теләһәң, шунда уҡыу мөмкинлеге бар. Беҙ уларға йүнәлеш бирәбеҙ, барынса ярҙам итәбеҙ, ә һайлау мөмкинлеге – үҙҙәрендә.
Ҡасандыр буй етмәҫлек хыял булып күренгән Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында әле Башҡортостандан 1 500-ҙән ашыу студент уҡыуын иҫәпкә алғанда, ысынлап та, бындай осрашыу­ҙарҙың файҙалы икәнен аңларға була. “Башҡортостан студенттары һәм аспи­рант­тарының Мәскәү һәм Санкт-Петер­бургтағы ассоциацияһы” төбәк-ара йәмә­ғәт ойошмаһы етәксеһе Азат Бадранов та үҙ сығышында ошоно билдәләп уҙҙы. Сарала спорт йондоҙҙары Тамара Танһыҡ­ҡужина, Алмас Шәйбәков, Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтарҙың ҡатнашыуы ла йәштәр күңеленә хуш килде.
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә бу­ла­саҡ абитуриенттар үҙен ҡыҙыҡһындырған уҡыу йорто вәкилдәре менән шәхсән осрашып, төрлө һорауҙарына яуап алды. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Амангилде мәктәбенән сығарылыш класс уҡыусыларын алып килгән педагог Венера Исламова әйтеүенсә, балаларҙа сараға ҡыҙыҡһыныу ҙур.
Йәштәр өсөн офоҡ киң– Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе белем алыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итә, – ти уҡытыусы. – Ауыл балаларына ошондай мөмкинлек тыуҙырылға­ны өсөн ифрат шатбыҙ.
Ә бына Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Гөлназ Исҡужина ҡыҙы Илһө­йәрҙе сараға махсус рәүештә Санкт-Петербург аграр университеты менән таныш­тырыу өсөн алып килгән.
Кисәне юғары кимәлдә ойош­тор­ған­дары өсөн барыһы ла Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа һәм уның коллективына ҙур рәхмәт белдерҙе. Мәктәп менән юғары уҡыу йорто араһын­дағы бәйләнеш артабан да дауам итер, һәр кем үҙенә оҡшаған һөнәрҙе һайлар тигән ышаныста ҡалайыҡ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә