Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында икенсе йыл рәттән республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусылары өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө ҡалаларының юғары уҡыу йорто вәкилдәре ҡатнашлығында “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелә. Ойоштороусылар – Сибай институты, “Мираҫ” мәрхәмәтлек фонды, “Башҡортостан студенттары һәм аспиранттарының Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы ассоциацияһы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы. Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның ҡатнашыуы айырым иғтибарға лайыҡ. Аныҡ йүнәлешле эш тап уның тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла.
Был юлы төрлө райондарҙан 1 400-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет 14 юғары уҡыу йорто вәкилдәре менән осрашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа дипломлы йәш белгестәр юрист, иҡтисадсы, уҡытыусы һөнәрҙәре буйынса хеҙмәт урынын ҡыйынлыҡ менән таба. Ә бына эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж ҙур, әммә уны һайларға теләгәндәр бик аҙ. Ошонан сығып фекер йөрөткәндә, мәктәпте тамамлаған һәр кем үҙ алдына дөрөҫ маҡсат ҡуйырға, киләсәген алдан хәстәрләргә тейеш.
– Ошондай осрашыуҙар бик файҙалы һәм кәрәкле, – тип билдәләне үҙ сығышында Сәлиә Мырҙабаева. – Бөгөн күптәр, айырыуса ауыл халҡы, үҙ хоҡуҡтарын төшөнөп бөтмәй. Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн маҡсатлы йүнәлтмәләрҙе нисек алырға, бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икәнлеген дә белмәгәндәр бар. Уйлап ҡарағанда, бөгөнгө йәштәр өсөн офоҡ киң: ҡайҙа теләһәң, шунда уҡыу мөмкинлеге бар. Беҙ уларға йүнәлеш бирәбеҙ, барынса ярҙам итәбеҙ, ә һайлау мөмкинлеге – үҙҙәрендә.
Ҡасандыр буй етмәҫлек хыял булып күренгән Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында әле Башҡортостандан 1 500-ҙән ашыу студент уҡыуын иҫәпкә алғанда, ысынлап та, бындай осрашыуҙарҙың файҙалы икәнен аңларға була. “Башҡортостан студенттары һәм аспиранттарының Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы ассоциацияһы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Азат Бадранов та үҙ сығышында ошоно билдәләп уҙҙы. Сарала спорт йондоҙҙары Тамара Танһыҡҡужина, Алмас Шәйбәков, Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтарҙың ҡатнашыуы ла йәштәр күңеленә хуш килде.
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә буласаҡ абитуриенттар үҙен ҡыҙыҡһындырған уҡыу йорто вәкилдәре менән шәхсән осрашып, төрлө һорауҙарына яуап алды. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Амангилде мәктәбенән сығарылыш класс уҡыусыларын алып килгән педагог Венера Исламова әйтеүенсә, балаларҙа сараға ҡыҙыҡһыныу ҙур.
– Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе белем алыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итә, – ти уҡытыусы. – Ауыл балаларына ошондай мөмкинлек тыуҙырылғаны өсөн ифрат шатбыҙ.
Ә бына Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Гөлназ Исҡужина ҡыҙы Илһөйәрҙе сараға махсус рәүештә Санкт-Петербург аграр университеты менән таныштырыу өсөн алып килгән.
Кисәне юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн барыһы ла Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа һәм уның коллективына ҙур рәхмәт белдерҙе. Мәктәп менән юғары уҡыу йорто араһындағы бәйләнеш артабан да дауам итер, һәр кем үҙенә оҡшаған һөнәрҙе һайлар тигән ышаныста ҡалайыҡ.