Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Октябрьскийға – “өслө”
Октябрьскийға – “өслө” Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында булды. Төбәк етәксеһе сәнәғәт һәм социаль объекттарҙы ҡараны, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса бүлексәһенә ҡараған урындағы ойошманың административ бинаһын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Оҙаҡламай ҡалала 2-се дауаханалағы перинаталь үҙәктең акушерлыҡ корпусы сафҡа инә. Бала табыу йортоноң төҙөлөп бөтөрөнә күптәр ышанып тә етмәй, сөнки эш 1991 йыл­да уҡ башланған булған. Әммә быуат аҙа­ғын­да финанслау туҡтатылыу сәбәпле, проект ябылған. Төҙөлөш өс йыл элек Рөстәм Хәми­товтың ярҙамы менән тергеҙелгән. Эште атҡарып сығыуға 700 миллион һумға яҡын аҡса сарыф ителгән. Табиптар заманса ҡо­рамалдарға, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы ҡарау бүлексәһе асылыуға ҡыуанып бөтә алмай. Әммә һөҙөмтә республика Башлығын ҡәнәғәтләндермәне.
– Төҙөлөштөң сифатын “өслө” билдәһенә баһалар инем, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тө­ҙөүселәр беҙҙе үҙҙәре үк илтифатһыҙлыҡҡа, илке-һалҡылыҡҡа өйрәтә түгелме? Ҡарай башлаһаң, бында – бушлыҡ, тегендә – ярыҡ. Был ниндәй эш алымы һуң? Белгестәр әҙерләүгә аҡса йәлләйбеҙ, эшселәрҙе урам буйынан алабыҙ – һөҙөмтәһен күреп тора­һығыҙ. Әлбиттә, бөтөн нәмә яңы, матур, ә ысынбарлыҡта – тулы етешһеҙлек.
Төҙөлөшкә ҡағылышлы кәмселектәргә республика етәксеһе эске эштәр бүлегенең административ бинаһын асыу тантанаһында ла иғтибар итте һәм киләсәктә подрядсы ойош­ма­ларға талаптарҙы арттырырға ҡушты. Әйт­кәндәй, элек ҡаланың эске эштәр бүлеге, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы, кинологтар хеҙмәте төрлө ерҙә урынлашҡан булған. Хәҙер улар бер ҡыйыҡ аҫтында, бар уңайлыҡ­тары булған кабинеттарҙа эшләйәсәк. Объект өсөн буш торған иҫке мәктәп бинаһы бирел­гән, ремонтлауға республика бюджетынан 125 миллион һум аҡса тотонолған. Яңы урын­да граждандарҙы ҡабул итеү, террорға ҡар­шы саралар һәм элемтә буйынса бөтә талаптар иҫәпкә алынған.
Бинаны асыу тантанаһында Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Зако­мал­дин сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, бү­лек етәксеһе, полиция подполковнигы Илья Фи­лип­повҡа ВАЗ-21310 һәм ГАЗ-2715 авто­мо­бил­дәренең асҡыстарын тапшырҙы. Авто­транспорт полицияның участка вәкил­дәре хеҙ­мәтенә һәм кинологтар бүлегенә тапшы­рыласаҡ.



Автор: м


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә