Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында булды. Төбәк етәксеһе сәнәғәт һәм социаль объекттарҙы ҡараны, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса бүлексәһенә ҡараған урындағы ойошманың административ бинаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Оҙаҡламай ҡалала 2-се дауаханалағы перинаталь үҙәктең акушерлыҡ корпусы сафҡа инә. Бала табыу йортоноң төҙөлөп бөтөрөнә күптәр ышанып тә етмәй, сөнки эш 1991 йылда уҡ башланған булған. Әммә быуат аҙағында финанслау туҡтатылыу сәбәпле, проект ябылған. Төҙөлөш өс йыл элек Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы менән тергеҙелгән. Эште атҡарып сығыуға 700 миллион һумға яҡын аҡса сарыф ителгән. Табиптар заманса ҡорамалдарға, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы ҡарау бүлексәһе асылыуға ҡыуанып бөтә алмай. Әммә һөҙөмтә республика Башлығын ҡәнәғәтләндермәне.
– Төҙөлөштөң сифатын “өслө” билдәһенә баһалар инем, – тине Рөстәм Хәмитов. – Төҙөүселәр беҙҙе үҙҙәре үк илтифатһыҙлыҡҡа, илке-һалҡылыҡҡа өйрәтә түгелме? Ҡарай башлаһаң, бында – бушлыҡ, тегендә – ярыҡ. Был ниндәй эш алымы һуң? Белгестәр әҙерләүгә аҡса йәлләйбеҙ, эшселәрҙе урам буйынан алабыҙ – һөҙөмтәһен күреп тораһығыҙ. Әлбиттә, бөтөн нәмә яңы, матур, ә ысынбарлыҡта – тулы етешһеҙлек.
Төҙөлөшкә ҡағылышлы кәмселектәргә республика етәксеһе эске эштәр бүлегенең административ бинаһын асыу тантанаһында ла иғтибар итте һәм киләсәктә подрядсы ойошмаларға талаптарҙы арттырырға ҡушты. Әйткәндәй, элек ҡаланың эске эштәр бүлеге, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы, кинологтар хеҙмәте төрлө ерҙә урынлашҡан булған. Хәҙер улар бер ҡыйыҡ аҫтында, бар уңайлыҡтары булған кабинеттарҙа эшләйәсәк. Объект өсөн буш торған иҫке мәктәп бинаһы бирелгән, ремонтлауға республика бюджетынан 125 миллион һум аҡса тотонолған. Яңы урында граждандарҙы ҡабул итеү, террорға ҡаршы саралар һәм элемтә буйынса бөтә талаптар иҫәпкә алынған.
Бинаны асыу тантанаһында Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, бүлек етәксеһе, полиция подполковнигы Илья Филипповҡа ВАЗ-21310 һәм ГАЗ-2715 автомобилдәренең асҡыстарын тапшырҙы. Автотранспорт полицияның участка вәкилдәре хеҙмәтенә һәм кинологтар бүлегенә тапшырыласаҡ.