Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерһеҙ йәшәү юҡ!
Ерһеҙ йәшәү юҡ! (И. Миҙхәтов, “Бығау, алтын булһа ла, бығау ул”; Р. Ураҙғолов, “Ер пайҙарын дәүләт һатып алырға тейеш”, 2015 йыл, 16 ғинуар)
“Башҡортостан”да ер мәсьәләһенә ҡағылышлы ошо ике ҙур әңгәмә сыҡҡас, элек ауыл хужалығында етәксе булараҡ, тыныс ҡала алманым. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында колхоз-совхоздарҙы тарҡатыуға алып килгән ер реформаһы ауыл халҡына яҡшылыҡ вәғәҙә итмәгәйне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, крәҫтиән дә, республика етәкселеге лә быға ҡаршы сыға алмай ине. Ҡәтғи рәүештә ҡушып эшләтеп, ҡағыҙҙа исем өсөн һәр хужалыҡ ағзаһына бер нисә мең һумлыҡ өлөш сығыуын билдәләнеләр.
“Мөлкәт пайы” тигән нәмәне эшселәргә ҡа­ғыҙҙа бүлдек. Органдар һаҡ торҙо. Шул уҡ осор­ҙа хаҡтарҙың дәүләт күҙәтеүенән алыныуы тураһындағы указ донъя күргәс, улар самаһыҙ артты. Бер килограмм солярка ун һумдан ашһа, һөттөкө – 2 һум 10 тин, иттеке 5 һум 20 тин самаһы булып, элеккесә ҡалды. Ғөмүмән, дәүләт ауыл хужалығы продукцияһына хаҡты күтәрмәне, хатта быны эшләүҙе тыйҙылар. Үҙ белдеге менән республиканан ситкә башҡаса­раҡ хаҡҡа һөт, ит һатҡан хужалыҡ етәкселәренә енәйәт эше асылған осраҡтар ҙа булды. Ә халыҡҡа эш хаҡын, дәүләткә һалым, шулай уҡ ашлама, техникаға яғыулыҡ, запчасть алыу өсөн етештереп һатылған аҙыҡтан түләргә кәрәк ине. Продукция хаҡы бик түбән булған­лыҡтан, был сығымдарҙы ҡаплап булманы. Һөҙөмтәлә хужалыҡтарҙың дәүләт, төрлө ойошмалар алдындағы бурыстары артҡандан-арта барҙы.
Ә ысынбарлыҡта илдәге электр энергия­һына, нефткә, газға, завод-фабрикаларға йыл­ғырҙар хужа булып алды. Шул осорҙа дәүләт хужалыҡ­тарҙы яһалма рәүештә ойошторолған “бурыстары”нан ҡотҡарып, ҡала халҡына ауылдан яҡшы хаҡҡа икмәк, ит, һөт һәм башҡа аҙыҡ-түлекте һатып алһа, әлеге эре тармаҡтар һаҡ­лап ҡалынған булыр ине. Газ, нефть, тә­биғәт байлыҡтары олигархтарға бушлай бирелде. Ә улары ил халҡы өсөн хеҙмәт итергә тейеш ине лә бит…
Элекке сәнәғәт предприятие­лары­ның байтаҡ өлөшө төрлө юлдар менән бөтөрөлдө йә ҡай­ҙалыр ҡушылды. Бөгөн иһә сит ил етештереү­селәренә юл асыҡ. Быларҙың барыһы ла бит ергә бәйле. Мөлкәт пайҙары ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалды. Халыҡтың күпселеге үҙ өлөшөнөң урынын да белмәй. Егерме йылға яҡын ваҡыт үтте бит! Хәҙер ул ерҙәрҙе ағас баҫты, тимәк, пай юҡҡа сыҡты. Хужалыҡтар бөтөрөл­гәс, мал-тыуар аҙайҙы, сәнәғәт тирегә, йөнгә мохтаж.
Ерҙе пайҙарға бүлеү дөрөҫ түгел тигән фекергә ҡырҡа ҡаршымын. Был алым ысын­барлыҡта дөрөҫ булды тип иҫәпләйем. Әммә ул, минеңсә, колхоз-совхоздарҙы тарҡатыу өсөн ситтән күр­һәтмә нигеҙендә эшләнде. Дәүләт ерҙе пайҙарға бүлдерҙе, әммә халыҡҡа бир­мәне. Һөҙөмтәлә дөйөм хужалыҡ систе­ма­һы емерелде. Рәсәйҙә капи­та­лизм­дың еңеүе булды был. Әммә дөйөм милекселек ҡороуға ынтылыш ауыл кеше­ләренең күңелендә бөгөн дә йәшәй.
Ә сәнәғәттә социализмдан капита­лизмға күсеүҙе эшселәр артыҡ ауыр ҡабул итмәне буғай. Завод ултырамы? Ултыра! Олигарх эш хаҡы түләйме? Түләй! Юҡ икән, завод эшләмә­йәсәк, тимәк, олигархҡа килем булмаясаҡ. Шуның өсөн етәксе бар көсөн һалып тырыша. Әгәр хеҙмәт хаҡы аҙ икән, эшселәр йыйылып шаулап ала. Әммә быға ҡолаҡ һалынмай, сөнки уларҙың ерҙә, милектә, мөлкәттә, предприятиела өлөшө юҡ. Ә ауыл халҡының пай ере (үҙе алмаған булһа ла) бар.
Эшселәр ваучер бүленгән заманда милек алды. Шуның өсөн уларҙа мөлкәт юғалтыу хә­үефе юҡ. Өҫтәүенә ҡала ерендә эш табыу мөм­кинлеге лә күп. Ауылда иһә колхоз-совхоз тар­ҡалыу менән, кешеләр хеҙмәт урынынан яҙҙы. Крәҫтиәнгә үҙ хужалығынан өлөш тәтемә­не.
Эшселәр дәүләттең дөйөмләш­те­рел­гән мөл­кә­тенән аҡсаға әйләндереп була торған ваучер алды. Ул ауыл ке­ше­һенә лә бирелде. Әммә был вау­черҙарҙың хаҡы төрлөсә булып сыҡты. Дәүләт тарафынан был йәһәттән бер ниндәй аңлатыу эше алып барылманы. Ләкин мәсьәлә­нең асылын төшөнгән­дәр форсаттан етеҙ файҙаланды: ваучерҙарҙы арзан хаҡҡа йыйҙы. Ауыл халҡы үҙ өлөшөн “бер нисә тин”гә йә бер яртыға алмаштырҙы. Ғүмер буйы хеҙмәт иткән хужалығынан да мөлкәт пайы ала алманы.
Әле: “Тырыш булһаң, ауылда ла килем алып була ул!” – тиҙәр. Эйе, мөмкин. Әммә тейешле кимәлдә эшләп китеп, файҙа ала башлау өсөн уңайлы шарттар юҡ. Иң мөһиме – совет осоро хужалығының бар ағзалары ла шәхси эшен башлар өсөн үҙенә тейешле мөлкәтен – техника, ҡорамалдар, мал-тыуар, башҡа матди байлыҡ йә тейешле хаҡ – ала алманы. Уларҙың өлө­шөн бүтәндәр бүлеште. Ә бит мөл­кәт пайы ябай эшсе хеҙмәтенә таянып булдырылғайны...
Хәҙерге осорҙа ер пайҙарын уның төп хужаларына ҡағыҙҙа булһа ла бү­леп биреү – дөрөҫ алым. Был өлөш­тәрҙе генә түгел, ауыл хаки­миәтенә ҡараған барлыҡ биләмәләрҙе лә юридик һәм башҡа йәһәттән документтар менән нығытып, дәүләт кимә­лендә беркетеү, дөйөм ҡулланыу, пай ерҙәренә атама танытмаһы биреү мот­лаҡ тип иҫәпләйем. Дәүләт ауылда оҙайлы йәшәгән төп милләткә, уның халҡына, һәр кемгә ошондай танытма тапшырырға бурыслы. Ә ул юҡ. Өҫтә­үенә аҫаба халыҡ, ми­неңсә, ер һалы­мынан мәңгегә ҡотҡарылырға тейеш. Ни өсөн тигәндә, ер уныҡы. Был мөл­кәтте дәүләт тыуҙырмаған, биләп йә талап алған. Һалым халыҡтан үҙ ере өсөн йыйылып түгел, ә башҡа сыға­наҡтарҙан тупланырға тейеш. Ә ситтән күсеп килгәндәр ер хужаларына иғәнә түләргә бурыслы. Һөрөнтө урын, ауылдар тирәһендәге дөйөм ҡулланылыш­тағы биләмә һис кем тарафынан бер ваҡытта ла һатылырға йә 49 йылға ҡуртымға бирелергә тейеш түгел. Халыҡ ерен ошолай оҙайлы ваҡытҡа кемдеңдер, айырыуса ситтән килгән­дәр­ҙең ҡулына тапшырыу енәйәткә тиң. Ҡур­тымға иң күбе өс – биш йылға һәм тағы ла оҙайтыу хоҡуғы менән бирергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ер хужалары был килешеүҙе һәр төрлө хәлгә бәйле өҙә алырға тейеш.
Ерҙе халыҡҡа бүтәндәр тарафынан бер ваҡытта ла тартып алыныу мөм­кинлеген бирмәгән таныҡлыҡ һәм ситкә һатмау шарты менән мәңгелеккә бер­кетеү мөһим. Дәүләт уны ваҡытлыса һорап ҡына тора алһын.
Борон Рәсәйҙә башҡорттан башҡа бер халыҡ та аҫабалыҡ хоҡуғына эйә булмаған. Был хоҡуҡ урыҫ дворяндарына күп йылдар үткәс кенә бирелгән. Ошоларҙы күҙ уңында тотҡанда, электән һалынған асылға таянып, дәүләт халыҡты ойошторорға, уны ер эшенә йәлеп итергә бурыслы. Пай өлөштәре ҡушылһа, кешеләр ҙә яйлап берләшәсәк. Ә ергә ойошоу – дәүләткә тупланыу ул. Ил шуның менән үҙен һаҡлаясаҡ, ситтән ризыҡ ташымаясаҡ. Ғөмү­мән, дәүләт аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә үҙаллылыҡ теләй икән, ул ер пайҙарын бер­ләштереп, уларҙың хужалары менән юридик килешеү төҙөп (аҙаҡ уны халыҡтың ризалығына яраш­лы оҙайтырға мөмкин), был урындарҙа хужалыҡтар булдырырға тейеш. Шул саҡта ғына һөҙөмтәле килем алынасаҡ. Ер эшләй башлаһа иһә, унда хеҙмәт итә алырлыҡ бел­гестәр, тейешле ҡорамалдар кәрәк буласаҡ. Ә улар юҡ кимәлендә. Ил бөгөн уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы коллективлаштырыу осорон күҙ алдына баҫтыра.
Ауыл хужалығы продукцияһын етештереп һатҡан хеҙмәт кешеһенә кәртә­ләр ҡуйырға ярамай. Табыш кил­тер­мәһә, өҫтәүенә һалымы баҫһа, крәҫтиән ерҙән ситләшәсәк, мөлкәт әлеге кеүек буш ята бирәсәк йәки ситкә китәсәк. Дөйөм алғанда, алда әйтеп үткәнемсә, ер урындағы халыҡҡа, аҫабалыҡ хоҡуғына эйә кешеләргә мәңгелеккә бүлеп бирелеп, документаль рәүештә беркетелергә тейеш.

Спартак ИЛЬЯСОВ,
пенсионер, элекке хужалыҡ етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 670

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 442

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531