(И. Миҙхәтов, “Бығау, алтын булһа ла, бығау ул”; Р. Ураҙғолов, “Ер пайҙарын дәүләт һатып алырға тейеш”, 2015 йыл, 16 ғинуар)
“Башҡортостан”да ер мәсьәләһенә ҡағылышлы ошо ике ҙур әңгәмә сыҡҡас, элек ауыл хужалығында етәксе булараҡ, тыныс ҡала алманым. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында колхоз-совхоздарҙы тарҡатыуға алып килгән ер реформаһы ауыл халҡына яҡшылыҡ вәғәҙә итмәгәйне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, крәҫтиән дә, республика етәкселеге лә быға ҡаршы сыға алмай ине. Ҡәтғи рәүештә ҡушып эшләтеп, ҡағыҙҙа исем өсөн һәр хужалыҡ ағзаһына бер нисә мең һумлыҡ өлөш сығыуын билдәләнеләр.
“Мөлкәт пайы” тигән нәмәне эшселәргә ҡағыҙҙа бүлдек. Органдар һаҡ торҙо. Шул уҡ осорҙа хаҡтарҙың дәүләт күҙәтеүенән алыныуы тураһындағы указ донъя күргәс, улар самаһыҙ артты. Бер килограмм солярка ун һумдан ашһа, һөттөкө – 2 һум 10 тин, иттеке 5 һум 20 тин самаһы булып, элеккесә ҡалды. Ғөмүмән, дәүләт ауыл хужалығы продукцияһына хаҡты күтәрмәне, хатта быны эшләүҙе тыйҙылар. Үҙ белдеге менән республиканан ситкә башҡасараҡ хаҡҡа һөт, ит һатҡан хужалыҡ етәкселәренә енәйәт эше асылған осраҡтар ҙа булды. Ә халыҡҡа эш хаҡын, дәүләткә һалым, шулай уҡ ашлама, техникаға яғыулыҡ, запчасть алыу өсөн етештереп һатылған аҙыҡтан түләргә кәрәк ине. Продукция хаҡы бик түбән булғанлыҡтан, был сығымдарҙы ҡаплап булманы. Һөҙөмтәлә хужалыҡтарҙың дәүләт, төрлө ойошмалар алдындағы бурыстары артҡандан-арта барҙы.
Ә ысынбарлыҡта илдәге электр энергияһына, нефткә, газға, завод-фабрикаларға йылғырҙар хужа булып алды. Шул осорҙа дәүләт хужалыҡтарҙы яһалма рәүештә ойошторолған “бурыстары”нан ҡотҡарып, ҡала халҡына ауылдан яҡшы хаҡҡа икмәк, ит, һөт һәм башҡа аҙыҡ-түлекте һатып алһа, әлеге эре тармаҡтар һаҡлап ҡалынған булыр ине. Газ, нефть, тәбиғәт байлыҡтары олигархтарға бушлай бирелде. Ә улары ил халҡы өсөн хеҙмәт итергә тейеш ине лә бит…
Элекке сәнәғәт предприятиеларының байтаҡ өлөшө төрлө юлдар менән бөтөрөлдө йә ҡайҙалыр ҡушылды. Бөгөн иһә сит ил етештереүселәренә юл асыҡ. Быларҙың барыһы ла бит ергә бәйле. Мөлкәт пайҙары ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалды. Халыҡтың күпселеге үҙ өлөшөнөң урынын да белмәй. Егерме йылға яҡын ваҡыт үтте бит! Хәҙер ул ерҙәрҙе ағас баҫты, тимәк, пай юҡҡа сыҡты. Хужалыҡтар бөтөрөлгәс, мал-тыуар аҙайҙы, сәнәғәт тирегә, йөнгә мохтаж.
Ерҙе пайҙарға бүлеү дөрөҫ түгел тигән фекергә ҡырҡа ҡаршымын. Был алым ысынбарлыҡта дөрөҫ булды тип иҫәпләйем. Әммә ул, минеңсә, колхоз-совхоздарҙы тарҡатыу өсөн ситтән күрһәтмә нигеҙендә эшләнде. Дәүләт ерҙе пайҙарға бүлдерҙе, әммә халыҡҡа бирмәне. Һөҙөмтәлә дөйөм хужалыҡ системаһы емерелде. Рәсәйҙә капитализмдың еңеүе булды был. Әммә дөйөм милекселек ҡороуға ынтылыш ауыл кешеләренең күңелендә бөгөн дә йәшәй.
Ә сәнәғәттә социализмдан капитализмға күсеүҙе эшселәр артыҡ ауыр ҡабул итмәне буғай. Завод ултырамы? Ултыра! Олигарх эш хаҡы түләйме? Түләй! Юҡ икән, завод эшләмәйәсәк, тимәк, олигархҡа килем булмаясаҡ. Шуның өсөн етәксе бар көсөн һалып тырыша. Әгәр хеҙмәт хаҡы аҙ икән, эшселәр йыйылып шаулап ала. Әммә быға ҡолаҡ һалынмай, сөнки уларҙың ерҙә, милектә, мөлкәттә, предприятиела өлөшө юҡ. Ә ауыл халҡының пай ере (үҙе алмаған булһа ла) бар.
Эшселәр ваучер бүленгән заманда милек алды. Шуның өсөн уларҙа мөлкәт юғалтыу хәүефе юҡ. Өҫтәүенә ҡала ерендә эш табыу мөмкинлеге лә күп. Ауылда иһә колхоз-совхоз тарҡалыу менән, кешеләр хеҙмәт урынынан яҙҙы. Крәҫтиәнгә үҙ хужалығынан өлөш тәтемәне.
Эшселәр дәүләттең дөйөмләштерелгән мөлкәтенән аҡсаға әйләндереп була торған ваучер алды. Ул ауыл кешеһенә лә бирелде. Әммә был ваучерҙарҙың хаҡы төрлөсә булып сыҡты. Дәүләт тарафынан был йәһәттән бер ниндәй аңлатыу эше алып барылманы. Ләкин мәсьәләнең асылын төшөнгәндәр форсаттан етеҙ файҙаланды: ваучерҙарҙы арзан хаҡҡа йыйҙы. Ауыл халҡы үҙ өлөшөн “бер нисә тин”гә йә бер яртыға алмаштырҙы. Ғүмер буйы хеҙмәт иткән хужалығынан да мөлкәт пайы ала алманы.
Әле: “Тырыш булһаң, ауылда ла килем алып була ул!” – тиҙәр. Эйе, мөмкин. Әммә тейешле кимәлдә эшләп китеп, файҙа ала башлау өсөн уңайлы шарттар юҡ. Иң мөһиме – совет осоро хужалығының бар ағзалары ла шәхси эшен башлар өсөн үҙенә тейешле мөлкәтен – техника, ҡорамалдар, мал-тыуар, башҡа матди байлыҡ йә тейешле хаҡ – ала алманы. Уларҙың өлөшөн бүтәндәр бүлеште. Ә бит мөлкәт пайы ябай эшсе хеҙмәтенә таянып булдырылғайны...
Хәҙерге осорҙа ер пайҙарын уның төп хужаларына ҡағыҙҙа булһа ла бүлеп биреү – дөрөҫ алым. Был өлөштәрҙе генә түгел, ауыл хакимиәтенә ҡараған барлыҡ биләмәләрҙе лә юридик һәм башҡа йәһәттән документтар менән нығытып, дәүләт кимәлендә беркетеү, дөйөм ҡулланыу, пай ерҙәренә атама танытмаһы биреү мотлаҡ тип иҫәпләйем. Дәүләт ауылда оҙайлы йәшәгән төп милләткә, уның халҡына, һәр кемгә ошондай танытма тапшырырға бурыслы. Ә ул юҡ. Өҫтәүенә аҫаба халыҡ, минеңсә, ер һалымынан мәңгегә ҡотҡарылырға тейеш. Ни өсөн тигәндә, ер уныҡы. Был мөлкәтте дәүләт тыуҙырмаған, биләп йә талап алған. Һалым халыҡтан үҙ ере өсөн йыйылып түгел, ә башҡа сығанаҡтарҙан тупланырға тейеш. Ә ситтән күсеп килгәндәр ер хужаларына иғәнә түләргә бурыслы. Һөрөнтө урын, ауылдар тирәһендәге дөйөм ҡулланылыштағы биләмә һис кем тарафынан бер ваҡытта ла һатылырға йә 49 йылға ҡуртымға бирелергә тейеш түгел. Халыҡ ерен ошолай оҙайлы ваҡытҡа кемдеңдер, айырыуса ситтән килгәндәрҙең ҡулына тапшырыу енәйәткә тиң. Ҡуртымға иң күбе өс – биш йылға һәм тағы ла оҙайтыу хоҡуғы менән бирергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ер хужалары был килешеүҙе һәр төрлө хәлгә бәйле өҙә алырға тейеш.
Ерҙе халыҡҡа бүтәндәр тарафынан бер ваҡытта ла тартып алыныу мөмкинлеген бирмәгән таныҡлыҡ һәм ситкә һатмау шарты менән мәңгелеккә беркетеү мөһим. Дәүләт уны ваҡытлыса һорап ҡына тора алһын.
Борон Рәсәйҙә башҡорттан башҡа бер халыҡ та аҫабалыҡ хоҡуғына эйә булмаған. Был хоҡуҡ урыҫ дворяндарына күп йылдар үткәс кенә бирелгән. Ошоларҙы күҙ уңында тотҡанда, электән һалынған асылға таянып, дәүләт халыҡты ойошторорға, уны ер эшенә йәлеп итергә бурыслы. Пай өлөштәре ҡушылһа, кешеләр ҙә яйлап берләшәсәк. Ә ергә ойошоу – дәүләткә тупланыу ул. Ил шуның менән үҙен һаҡлаясаҡ, ситтән ризыҡ ташымаясаҡ. Ғөмүмән, дәүләт аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә үҙаллылыҡ теләй икән, ул ер пайҙарын берләштереп, уларҙың хужалары менән юридик килешеү төҙөп (аҙаҡ уны халыҡтың ризалығына ярашлы оҙайтырға мөмкин), был урындарҙа хужалыҡтар булдырырға тейеш. Шул саҡта ғына һөҙөмтәле килем алынасаҡ. Ер эшләй башлаһа иһә, унда хеҙмәт итә алырлыҡ белгестәр, тейешле ҡорамалдар кәрәк буласаҡ. Ә улар юҡ кимәлендә. Ил бөгөн уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы коллективлаштырыу осорон күҙ алдына баҫтыра.
Ауыл хужалығы продукцияһын етештереп һатҡан хеҙмәт кешеһенә кәртәләр ҡуйырға ярамай. Табыш килтермәһә, өҫтәүенә һалымы баҫһа, крәҫтиән ерҙән ситләшәсәк, мөлкәт әлеге кеүек буш ята бирәсәк йәки ситкә китәсәк. Дөйөм алғанда, алда әйтеп үткәнемсә, ер урындағы халыҡҡа, аҫабалыҡ хоҡуғына эйә кешеләргә мәңгелеккә бүлеп бирелеп, документаль рәүештә беркетелергә тейеш.
Спартак ИЛЬЯСОВ,
пенсионер, элекке хужалыҡ етәксеһе.